Эстәлеккә күсергә

Дегәнәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тегәнәк битенән йүнәлтелде)
Дегәнәк
Дегәнәк
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Астра сәскәлеләр
Ғаилә: Астралар
Ырыу: Дегәнәк
Төр: Дегәнәк
Латинса исеме
Arctium lappa L., 1753
ITIS 36545
NCBI 4217
Arctium lappa

Дегәнәк, дегәнәк япрағы (рус. Лопух большо́й, лат. Arctium láppa — ике йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1,5 м-ға етә. Июнь-август айҙарында ҡыҙғылт миләүшә төҫлө сәскә ата, июль-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Дегәнәк әрһеҙ үҫемлек; ташландың ерҙә, юл, соҡор тирәһендә, баҡсаларҙа, торлаҡ эргәһендә үҫә. Скандинавиянан Урта диңгеҙгәсә, Британ утрауҙарынан Япония һәм Ҡытайға тиклем таралған. Төньяҡ һәм Көньяҡ америкаға килтерелгән.

Башҡортостанда киң таралған үҫемлек.


Naše škodljive rastline, 1892 китабынан биологик иллюстрация

Быуын һыҙлаһа, әрекмән япрағы ябалар. Йәнә кибеттәрҙә тәмле еҫле һатыла ине. Дегәнәк майы (рус. репейное масло) – сәс үҫтерә, тамырын нығыта торған шәп сара! Япраҡтарын төйөп, һутын сәс төптәренә һөртөү ҙә бик файҙалы. Шулай уҡ уның менән тире ауырыуҙарын дауалайҙар, бөжәктәр тешләгән урындарға һөртәләр.

Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан ауырыуына күрә 1-2 аш ҡалағынан алып сынаяҡ тултырып һут эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Яман шештәр ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Нимәнән нисек ҡулланыу хаҡында үләнсе-табибтар менән кәңәшләшергә кәрәк. Файҙалары бының менән генә сикләнмәй[1]..

Япондар унан бик файҙалы ризыҡтар бешереп, ит, балыҡ менән йыш ҡуллана, ашҡа һала. Ҡафтау халыҡтары иһә тамырынан сейләй турама әҙерләй. Тик тәүге йыл үҫкәнен тотонорға кәрәк.

Ике йыллыҡ был үҫемлектең тамырын тәүге йылда ҡаҙып алалар, йә иһә иртә яҙҙа ҡаҙырға ла мөмкин. Уны йыуып киптергәндә оҙаҡ һаҡлана, шул килеш тә төрлө тоҙламаларҙа файҙаланырға ярай; тарттырып, онға ҡушып, күмәс менән дә һыйланалар. Мейескә тәгәрәтеп, йә духовкала бешерелгәненең ҡабығын әрсеп аҡ йә шыйыҡ май һалып ашайҙар. Йәш япраҡтарын бер нисә минут ҡайнар һыуҙа бешекләп, турамаларға, ашҡа һалалар.

Шешекләгәндә сәй итеп ҡайнатып эсергә кәңәш итәләр. Хатта тәмле ҡайнатма ла әҙерләргә була унан![2].

Дегәнәк ҡайнатмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 кг самаһы дегәнәк тамырын йыйып, таҙартып йыуып, ваҡлап турарға, 1,4 кг шәкәр һалырға. Бер лимонды орлоғон алып, турап, тамыр араһына һалырға. Көймәҫлек итеп һыу һалып, һүрән генә утта 2 сәғәт ҡайнатырға.

  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1266. Arctium lappa L. — Лопух большой, или Репей // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 330. — ISBN 5-87317-163-7.  (рус.)
  1. Ботанико-фармакогностический словарь: Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой и Г. П. Яковлева. — М.: Высшая школа, 1990. — С. 206. — ISBN 5-06-000085-0.
  2. Стукалова Л. А., Боков С. Н. Лопух большой Arctium Lappa L. // Лекарственные растения в психиатрии. — Воронежский университет, 1991. — С. 61—62. — 88 с. — ISBN 5-7455-0432-3.