Теловани Изге Тәре сиркәүе
Теловани Изге Тәре сиркәүе | |
груз. თელოვნის ჯვარპატიოსნის ეკლესია | |
Нигеҙләү датаһы | VIII быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Животворящий Крест[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Мцхетский муниципалитет[d] |
Урын | Мцхета-Мтианети |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Teловани Изге Тәре сиркәүе (грузин: ჯვარპატიოსნის თელოვნის ეკლესია) көнсығыш Грузияла Мцхета-Mтанети төбәгендәге Мцхета муниципалитетында урынлашҡан, 8-9 быуаттарҙың грузин православ сиркәүе. Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1]
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Тәре сиркәүе бөгөнгө көндә ташландыҡ Теловани тораҡ пунктында, Мцхета муниципалитетының Ксовриси ауылынан яҡынса 3 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.[2]
Сиркәүҙең күләме 9,7 × 10,5 м күләме 10,5 м, башлыса брусчатканан төҙөлгән, ҡырҡылған эзбизташ һәм блоктар мөһим төгөлөшө элементтарында һәм биҙәүендә ҡулланылған. Сиркәүгә көнбайыш яҡтан өс ишек аша инергә була. Көмбәҙҙең барабаны һигеҙ ҡырлы, дүрт тәҙрә уйымы бар һәм декоратив аркалар менән биҙәлгән.Сиркәү байтаҡ өлөшөндә йүнәтелгән, һәм ун һигеҙенсе быуатта уның көнбайыш яғына манара өҫтәп төҙөлгән. Системалы тергеҙеү эштәре 1952 һәм 1954 йылдарҙа үтә[2] 2007 йылда реставрация эштәре башҡарыла.
Сиркәү 9-10 быуат фрескалары менән биҙәлгән. Улар ныҡ зыян күргән. Фрескалар Абгара легендаһы йоғонтоһо аҫтында башҡарылған[3][4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
- ↑ 2,0 2,1 Dolidze, V; Kintsurashvili, S; Sidamonidze, U; Tskitishvili, G, (Edl.) (1990). საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5 [Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 5] (Gürcüce). Tbilisi: Metsniereba. ss. 316-318.
- ↑ Skhirtladze, Zaza (1999). "Under the Sign of the Triumph of Holy Cross: Telovani Church Original Decoration and Its Iconographic Programme". Cahiers archéologiques. Cilt 47, s. 101-118.
- ↑ Nicolotti, Andrea (2014). From the Mandylion of Edessa to the Shroud of Turin: the metamorphosis and manipulation of a legend. Brill. ISBN 9789004278523.