Темерник ҡаласығы
Ҡаласыҡ | |
Темерник ҡаласығы
| |
Ил | Рәсәй |
Беренсе тапҡыр | 1768 йыл |
Бөгөнгө хәле | юҡ ителгән |
Темерник ҡаласығы[1], шулай уҡ Усть-Темерник ҡаласығы[2] — ҡасандыр хәҙерге Дондағы Ростов ултырған территорияла урынлашҡан антик ауыл ҡалдыҡтары [1]. Археологик әһәмиәткә эйә, ләкин Владикавказ тимер юлын төҙөү менән бәйле емертелә. Бөгөнгө көндә археологик объект урынында ҡала төҙөлөп бөткән һәм ул ысынында юҡҡа сыҡҡан. 1908 йылда ҡаласыҡта дон тарихсыһы М. Б. Краснянский тикшеренеү эштәре үткәрә[2]. Ул Кизитиринский ҡаласығы һәм Ростов ҡаласығы менән бер үк ваҡытта төҙөлгән[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1768 йылда эшләнгән һыҙымдар күрһәтеүенсә, ҡаласыҡ урҙар арҡаһында дүрт өлөшкә бүленгән була. 1749 йылда Темерник ҡаласығы Черкассктан Темерник йылғаһына күсерелгән Темерник таможняһы арҡаһында емертелә. Таможня ҡаласыҡ булған урында урынлаша[4].
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологтарҙың һәм тарихсыларҙың Темерник ҡаласығы урынлашыуы тураһында бер нисә юрауы бар. Уларҙың береһе буйынса Темерник ҡаласығы Темерник йылғаһының һул яҡ ярында, ул Дон йылғаһына ҡойған ерҙә урынлашҡан була. Темерник һәм Дон морон барлыҡҡа килтерә, ҡаласыҡ шул моронда урынлашҡан булған. Ләкин 1878 йылда был ер[4] Владикавказ тимер юлын һалыу һәм Темерник йылғаһының ағымын көнсығышҡа бороп, элекке үҙәнен күмеү кәрәклеге менән бәйле, аҡтарылып бөтөлә. Ҡаласыҡтың ҡалған өлөшөндә төҙөлөш башлана. Ҡаласыҡтың үҙәге хәҙерге Московская урамының көнбайыш осо урынлашҡан ерҙә була. Бишенсе Дон корпусы исемендәге майҙан һәм вокзалға төшкән һарҡыу урын Темерник ҡаласығы биләмәһе булған[2].
Һүрәтләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Темерник ҡаласығы майҙаны тураһындағы мәғлүмәттәр төрлөсә, бер сығанаҡтарҙа ул 66 600 квадрат метр тәшкил итә тип әйтелә, ә икенселәрендә ул 5 дисәтинә тип әйтелә. Дон һәм Темерник яғынан ҡаласыҡ текә яр менән һаҡлана, икенсе яҡтан — тәрән ур менән[4]. Ҡарап тороуға ҡаласыҡ төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған тура дүртмөйөш формаһында була[4].
Артефакттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Темерник ҡаласығы урынында һәр ваҡыт артефакттар табалар: алтын, көмөш һәм бронза аҡсалар, төрлө кәрәк-яраҡ. Тикшеренеүселәр уларҙы беҙҙең эраның I—IV быуатыныҡы тип билдәләй. Быраулау эштәре ваҡытында Босфор батшаһы Тиверий Юлий Евпатор һәм Тиверий Юлий Савромат II хакимлыҡ иткән осорҙа эшләнгән аҡсалар табылған. Донская урамында грек телендәге яҙыу булған мәрмәр таҡта табылған. 1905 йылда археологтар был яҙыуҙың беҙҙең эраның II быуатына ҡарай икәнен асыҡлағандар[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Корпус боспорских надписей. Издательством «Наука», Москва Ленинград, 1965 год, С. 922.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Панорама. Все области Ростова и области
- ↑ Корпус боспорских надписей. Издательством «Наука», Москва Ленинград, 1965 год, С. 922
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Евграф Савельев. Археологические очерки Дона (лекцию по краеведению). Выпуск III-й. Городища Нижнего Дона. Темерницкое городища