Эстәлеккә күсергә

Екатерина Теодорою

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Теодорою, Екатерина битенән йүнәлтелде)
Екатерина Теодорою
Екатерина Теодорою
Тыуған көнө

14 ғинуар 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Румыния

Вафат булған көнө

22 август 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (23 йәш)

Вафат булған урыны
Ил

 Румыния

Наградалары һәм премиялары
2-се класс хәрби батырлыҡ миҙалын (Virtutea Militară)
Автограф

 Екатерина Теодорою Викимилектә

Екатерина Теодорою (рум. Ecaterina Teodoroiu; 14 ғинуар 1894 йыл22 август 1917 йыл) — румын хәрби эшмәкәре, скаут хәрәкәте ағзаһы, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.

Екатерина Теодорою Горж жудецында, хәҙер Тыргу-Жиу ҡалаһының бер өлөшө булған Вэдени ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, унан башҡа ғаиләлә 5 ул һәм 2 ҡыҙ була[1]. Белемде ауылдағы башланғыс мәктәптә ала, артабан Тыргу-Жиуҙа уҡый. 1909 йылда уҡытыу немец телендә алып барылған мәктәпте тамамлай, бынан һуң, уҡытыусы булыу теләге менән, Бухаресттағы ҡатын-ҡыҙҙар педагогия училещеһына уҡырға инә.[2]. 1913 йылдан скаут хәрәкәтендә ҡатнаша[1].

Румынияның Беренсе донъя һуғышына ҡатнашып киткәненән һуң, йәйәүлеләрҙең 18-се полкының шәфҡәт туташы вазифаһында фронтҡа китә. Бында сержант дәрәжәһендә уның ағаһы Николай хеҙмәт иткән була, 14 октябрҙә армиялағы башҡа граждан хеҙмәткәрҙәре менән бергә 9-сы немец армияһының бавар ротаһын атакалауҙа ҡатнаша һәм бының өсөн 23 октябрҙә Бухареста королева Марияның аудиенцияһына лайыҡ була.[3].1 ноябрҙә Порчень өсөн барған яуҙа ағаһы Николай һәләк булғас,[1], Екатерина, ағаһы өсөн үс алыу теләге менән, полктың 2-се дивизия командирына үҙен хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорап, ғариза бирә. 1916 йылдың октябренән алып хәрби хәрәкәттәрҙә ҡаташа, 1916 йылдың 3 ноябренән 4 ноябренә ҡараған төнөндә немецтарға пленға эләгә.[4], Әммә 6 ноябрҙә, йәшереп ҡуйған пистолетынан үҙен ҡарауыллап барған һалдатты һәм взвод командирын атып, ҡасып китә ала, ҡасып барған сағында, аяғы йәрәхәтләнә[5]. Аҙаҡ Бэрбэтешти, Тынтэрени һәм Филиашигә яҡын ерҙәрҙә һуғыша, бында снаряд ярсығы уның ике аяғын да яралай, быныһы ярайһы уҡ етди яра булып сыға — енсек һөйәген һәм һул бот һөйәген яралай[6]. Молдавия терреторияһына румын армияһы баҫып ингәндә, ялан госпиталендә ята, артабан дауаланыуын Крайов, Бухарест һәм Яссы госпиталдәрендә дауам итә.[1].

1917 йылдың 23 ғинуарында дауахананан сығаралар, бер аҙ ваҡыт шәфҡәт туташы булып эшләп ала.[1]. 1917 йылдың мартында 2-се класс хәрби батырлыҡ миҙалын (Virtutea Militară) ала; госпиталгә уны күрергә королева Мария шәхсән үҙе килә, ул Екатеринаға миҙал тапшыра һәм 2-се дәрәжә лейтенанты исеме бирелеүен хәбәр итә. 1917 йылдың йәйендә фронтҡа әйләнеп ҡайта, 20 августан 43/59-сы полк составындағы 7-се рота взводы менән командалыҡ итә. Мунчела янында немецтарҙың 115-се дивизияһы һөжүм иткән ваҡытта, 25 кешенән торған взводты атакаға күтәреп, пулемёт уты башын яралай, һәм ул 22 августа һәләк була.[1] йәки башҡа сығанаҡтар буйынса, күкрәгенә яралана[7]. Башта Фитионештиҙа ерләнә; 1921 йылдың июнендә уның кәүҙәһен Тыргу-Жиу үҙәгендә ҡайтанан ерләйҙәр[8].

Ике донъя һуғышы араһындағы осорҙа Екатерина Теодорою исеме Румынияла милли батыр исеменә тиң була; уға дүрт һәйкәл ҡуйыла (в 1921, 1928, 1936 һәм 1937 йылдарҙа). Власҡа социалистар килгәндән һуң, сығышы менән крәҫтиән булыуына ҡарамаҫтан, ул король ғаиләһе, скаут хәрәкәте һәм «буржуаз реакция» менән ассоцияция тыуҙырғанға күрә, уның исеме оҙаҡ йылдар һуҙымында матбуғат биттәрендә телгә алынмай[1]. Әммә 1960 йылдарҙан, Николае Чаушеску идара иткән осорҙа уның статусы яңынан тергеҙелә башлай: уның тураһында биографик фильм төшөрөлә, тағы ла ике һәйкәл ҡуйыла (1972 һәм 1978 йылдарҙа). 1989 йылғы революциянан һуң, уның исемен иҫкә алыусылар һаны тағы ла кәмей[1] — быныһында инде — элекке властарҙы пропагандалағаны өсөн, шулай ҙа 1994 йылда уға сираттағы һәйкәл асыла.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Legenda Ecaterinei Teodoroiu: Ce spun Arhivele Militare (билдәһеҙ). Historia.ro. Дата обращения: 8 декабрь 2015. 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.
  2. Ecaterina Teodoroiu’s biography 2006 йыл 5 октябрь архивланған.
  3. Casa memorială Ecaterina Teodoroiu (билдәһеҙ). Gorj Museum. Дата обращения: 8 декабрь 2015. 2012 йыл 6 сентябрь архивланған.
  4. DOCUMENTAR - Ecaterina Teodoroiu, eroina de la Jiu – AGERPRES. Agerpres.ro. Дата обращения: 14 май 2015. 2018 йыл 17 май архивланған.
  5. Ion Mocioi, Ecaterina Teodoroiu: eroina poporului român, Scrisul Românesc, 1981.
  6. Portret de erou. Ecaterina Teodoroiu - Istorica - Radio România Actualități Online. Romania-actualitati.ro. Дата обращения: 14 май 2015.
  7. Ecaterina Teodoroiu. «Înainte băieţi, nu vă lăsaţi, sunteţi cu mine!»
  8. Pe urmele Ecaterinei la Târgu Jiu. Historia. Дата обращения: 14 май 2015. 2016 йыл 21 сентябрь архивланған.