Эстәлеккә күсергә

Теопетра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Теопетра
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Метеора[d]
Урын Theopetra[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Хасия[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 280 метр[1]
Мираҫ статусы археологический памятник Греции[d]
Тасуирлау биттәре odysseus.culture.gr/h/2/…
Карта
 Теопетра Викимилектә

Теопетра — Метеорҙарҙағы мәмерйә, Грецияның Фессалия өлкәһендәге Трикала округында урынлашҡан. Ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, шулай уҡ уның менән бихисап легендалар һәм хөрәфәттәр бәйле.

Каламбака ҡалаһы һәм Кастраки ауылы янында урынлашҡан Метеораның үҙенең ҡаялары ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫының. объекты булып танылған. Метеораның мәмерйәләре йәмәғәтселек өсөн ябылған. Бер ҡаяла ҙур булмаған мәмерйә бар, ул Теопетра тип атала. 2010 йылдың 22 октябренән Теопетраға инеү килеүселәр өсөн асыла[2].

Мәмерйәне тикшереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек археологтары унда 25 йыл рәттән ҡаҙыу эштәре алып бара. Мәмерйәлә табылған диатом ылымыҡтары палео-климатты баһаларға һәм һуңғы боҙлоҡ дәүеренең климат үҙгәрештәрен анализларға мөмкинлек бирә.

2010 йылдың 23 мартында Грецияның мәҙәниәт һәм туризм министрлығы яһалма стена табышы тураһында хәбәр итә, стенаның йәше яҡынса 23 мең йыл элекке тип баһалана[3], йәғни ул палеолит дәүеренә ҡарай, һәм, бәлки, был Греция ла ғына түгел, ә донъяла берҙән-бер яһалма ҡоролма тип иҫәпләнә. Мәмерйәгә инеү урынын өстән ике өлөшкә сикләгән яһалма стенаның датаһын билдәләү, оптик дата билдәләү ысулы менән үтәлә. Стенаның абсолют йәше һуңғы боҙлоҡ осоро менән тап килә. Был факт стенаны мәмерйәлә йәшәүселәр һалҡындарҙан һаҡланыу өсөн төҙөгәнлеген раҫлай[4].

Б. э. тиклем 7500-7000 йылдар тирәһендәге Теопетра мәмерйәһендә ике мезолитик йәшәүселәрҙең K1c митохондриаль галлотөркөмө билдәләнә[5].

  1. (unspecified title)doi:10.1016/j.quascirev.2014.05.027
  2. Prehistoric Theopetra Cave Now Open to the Public!
  3. От ледникового периода прятались в Фессалии —(недоступная ссылка) ana-mpa(недоступная ссылка)
  4. Греческие археологи обнаружили стену, которой 23 тысячи лет(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
  5. Hofmanová Z. et al. (2015), Early farmers from across Europe directly descended from Neolithic Aegeans, bioRxiv preprint first posted online November 25, 2015; pubished in PNAS early edition, 6 June 2016.