Эстәлеккә күсергә

Теорема

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пифагор теоремаһының 370 билдәле иҫбатлауы бар[1]
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «теорема» мәҡәләһе бар

Теоре́ма (бор. грек. θεώρημα — «иҫбатлау, уй; фекер; аңлау, ҡағиҙә») — аксиомалар күмәклегенән сикле һандағы сығарыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, өйрәнелгән теория сиктәрендә килтереп сығарылған раҫлау.

Математик текстарҙа «теоремалар» тип ғәҙәттә, математик мәсьәләләрҙе сығарғанда киң ҡулланылған, иҫбат ителгән раҫлауҙарҙы ғына атайҙар. Шуның менән бергә, талап ителгән иҫбатлау ғәҙәттә кемдер тарафынан табылған була (логика буйынса эштәр, нигеҙҙә, ҡағиҙәнән ситләшеү булып тора, логикала иҫбатлау төшөнсәһе үҙе өйрәнелә, шуға күрә ҡайһы бер осраҡта теорема тип хатта билдәһеҙ раҫлауҙарҙы ла атайҙар). Бик үк мөһим булмаған раҫлау-теоремаларҙы ғәҙәттә лемма, һөйләм, эҙемтә һәм башҡа шундай терминдар менән атайҙар. Теорема буламы икәнлеге билдәле булмаған раҫлауҙарҙы гипотеза (ғилми фараз) тип атайҙар. Киң билдәле теоремалар иҫәбенә Пифагор теоремаһы, бөйөк Ферма теоремаһы инә.

  1. name='Loomis'>cite web|url=http://www.eric.ed.gov/PDFS/ED037335.pdf%7Cauthor=Elisha Scott Loomis |title=The Pythagorean proposition: its demonstrations analyzed and classified, and bibliography of sources for data of the four kinds of proofs |accessdate=2010-09-26 |work=Education Resources Information Center]] |publisher=Institute of Education Sciences (IES) of the U.S. Department of Education. Originally published in 1940 and reprinted in 1968 by National Council of Teachers of Mathematics. Перевод: Елисея Скотт Лумис. «Пифагора предложение: его демонстрации проанализированы и классифицированы, и библиография источников данных четырех видов доказательств» (PDF). Образование Ресурсы Информационный центр . Институт педагогических наук (IES) из Департамента образования США. Получено 2010-09-26 . Первоначально опубликовано в 1940 году и переиздана в 1968 году Национальным советом преподавателей математики
  • Теория
  • Тезис