Техника
Те́хника (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт») — Ижтимағи хеҙмәттә ҡулланылған төрлө эш ҡоралы, ҡорамалы, саралары, шулай уҡ кеше эшмәкәрлегенең уларҙы яһау, ҡулланыу һәм камиллаштырыу менән бәйле өлкәһе[1]; тәбиғәттә булмаған һәм кеше тарафынан эшләнгән төрлө ҡорал, механизм һәм ҡулайламаларға бирелгән дөйөм исем. Бынан тыш «техника» һүҙе «бер нимә эшләү методы»н аңлата — мәҫәлән: живопись техникаһы, бәрәнге(картуф) үҫтереү техникаһы, һ.б.
Техниканың тәғәйенләнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Техниканың төп тәғәйенләнеше — кешене ауыр бер төрлө эштән азат итеү, уға ижад эше өсөн күберәк ваҡыт ҡалдырыу, көндәлек тормошто еңеләйтеү.
Төлө техник ҡоролмалар эштең эффектлылығын, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, тәбиғәт ресерстарын рациональ файҙаланырға, төрлө ҡатмарлы эш барышында хаталаныуҙы кәметергә булышлыҡ итә.
Техникағв ҡуйылған мәсьәләләр:
- Матди һәм мәҙәни байлыҡ булдырыу
- Төрлө төрҙәге энергия булдырыу, үҙгәртеү һәм күсереү
- Мәғлүмәт йыйыу, эшәртеү һәм тапшырыу
- Йөрөү сараларын эшләү һәм ҡулланыу
- Оборона һәләтенә булышлыҡ итеү
Техниканы классификациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Техника сараларын универсаль классификациялау әлегә эшләнмәгән, һәм киләсәктәлә булмаясаҡ. Хәҙерге ваҡытта техника ҡуланыу өлкәһе буйынса классификациялана, мәҫәлән: сәнәғет техникаһы, транспорт, көнкүреш техникаһы, иҫәпләү техникаһы һ.б. Өҫтәмә рәүештә етештереү техникаһын бүлергә мөмкин, мәҫәлән: станоктар, эш ҡоралдары, үлсәү саралары һ.б. һәм етештереү менән бәйле булмаған техника — көнкүреш техникаһы, еңел транспорт, күңел асыу техникаһы.
Хәрби техниканы айырым класс тип ҡарарға мөмкин, был класҡа оборона һәләтенә булышлыҡ итеүсе һәм ҡоро ерҙә, диңгеҙҙә, һауала, космоста һуғыш хәрәкәтен алып барыусы техник ҡорамалдар һәм машиналар керә.
Техниканың үҫеш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Техника — кешенең фекерләү һәләте барлыҡҡа килгәндән алып уның яҙмышы. Таш быуат дәүерендә техника ултереү ҡоралы һәм һөңгө, бумеранг, таш балта, энә,беҙ эшләү ҡоралы булған. Неолит осоронда агротехника, транспорт и {2[[}гидротехник ҡорамалдар]], һәм шулай уҡ, рычаг, шына, сығыр, блок, тәгәрмәс.кеүек ябай механизмдар барлыҡҡа килә.
Хәҙерге торошона ҡарап, түбәндәге үҫеш этаптарын билдәләрге мөмкин:
- XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башы. Сәнәғәт революцияһы — пар машинаһын һәм еп иләү машиналарын эшләү, был дәүер кәсепселектән машина етештерү сәнәғәтенә күсеү тигәнде аңлата.
- XIX быуат аҙағы. Эске яныула двигательдәр эшләү, был дәүер автомобиль, суднолар кеүек яңы йыйнаҡ машиналар төҙөү дәүере булып билдәләнә. Электричествоны етештереү ысулдарын табыу һәм уны электр машиналарында ҡулланыу.
- XX быуат. Радиотехника һәм радиоэлектроника үҫеше. Етештереүханалары конвейер ҡуллана.
- XX быуат уртаһы. Етештереү процессы киң автоматлаштырыла, иҫәпләү техникаһы булдырылаю Космосҡа осоу башлана.
- XX быуат аҙағы — XXI быуат башы. Био- һәм нанотехнология өкһендәге тикшереүҙәр кеше эшмәкәрлеге өлкәһендә яңы революцияға килтереүе мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
|
- УДК 62
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Техника» | |
техника Викиһүҙлектә | |
Техника Викидәреслектә | |
Техника Викиөҙөмтәлә | |
Техника Викимилектә | |
Техника Викияңылыҡтарҙа |
- Федеральный портал «Инженерное образование» 2005 йыл 20 июль архивланған.
- Политехнический музей
- Ортега-и-Гассет Х. Размышления о технике
- Техносфера
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)