Те-Вахипоунаму

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Те-Вахипоунаму*
Te Wahipounamu**
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы

Tasman Valley - Aoraki Mount Cook - Canterbury.jpg
Илдәр Яңы Зеландия Яңы Зеландия
Тибы природный
Критерийҙар vii, viii, ix, x
Һылтанма 551
Төбәктәр*** Азия һәм Океания
Индерелгән 1990  (14 сессияла)


* Название в официальном рус. списке
** Название в официальном англ. списке
*** Регион по классификации ЮНЕСКО

Те-Вахипоунаму (маори Te Wāhipounamu — «йәшел таш һыуы») — Яңы Зеландияның Көньяҡ утрауының көньяҡ-көнбайыш яр буйындағы район. Майҙаны — 26000 км² (Яңы Зеландия ерҙәренең яҡынса 10 % [1]). 1990 йылда Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән, бер нисә милли паркты үҙ эсенә ала:

  • Маунт-Кук милли паркы
  • Фьордленд милли паркы
  • Маунт-Аспайринг милли паркы
  • Уэстленд милли паркы

Те-Вахипунамда Гондвананың оригиналь флораһы һәм фаунаһының ҡайһы бер хәҙерге заман вәкилдәре бар тип иҫәпләнә, был Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә сәбәп була.[2]

Те-Вахипоунаму — Яңы Зеландия маориҙары өсөн изге урын, сөнки маори мәҙәниәтендә атуа — илаһтарҙың йәшәү урыны булып тора. Үҙәндәр буйлап боҙ менән ҡапланған түбәләрҙән ағып сыҡҡан шишмәләр йәшел төҫтәге вулкан тоҡомо — нефрит һәм боуэнит килтерә. Был ҡаты минералдар менән маориҙар ҡоралдарҙы һәм затлы әйберҙәрҙе биҙәгән.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 The Greenstone Waters, New Zealand (ингл.). NASA Earth Observatory (22 май 2010). Дата обращения: 22 май 2010. Архивировано 5 апрель 2016 года.
  2. UNESCO Advisory Body Recommendation. Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 4 март 2016 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]