Эстәлеккә күсергә

Тимашев (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимашев
Дәүләт  Рәсәй
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Почта индексы 450051
Карта

Тимашев — Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы ҡасаба[1], Черниковканан төньяҡта урынлашҡан.

Тимашев эргәһендә Максимовка аэродромы, Максимовка ауылы, Төньяҡ зыярат[2], Черниковка-Көнсығыш тимер юл станцияһы урынлашҡан. Көнбайышынан Шөгөр йылғаһы аға, көньяғында Курочкин тауы тора.

Почта индексы — 450051, ОКАТО коды — 80401385000.

Барлыҡҡа килеү тарихы[3]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шөгөр йылғаһы буйлап Степановка ауылынан Өфө яғына табан сираттағыһы Тимашев ауылы була. Әүәл ул Богородский улусына ҡарай. Был улустың әлегә тиклем һаҡланып ҡалған һирәк ауылдарының береһе. Шөгөр йылғаһының һул ярында ҡалҡыу урында ултыра. Шөгөр йылғаһы «Отводная книга по Уфе» (1591/92-1629 йылдар) йыйынтығында урыҫса вариантта Урюязя, Шугурова тигән атамалар менән бирелгән, Чугурова тигән атамаһы ла осрай. Был йылға шуның менән билдәле булған: уның буйындағы ерҙәр «оклад» итеп, йәғни Өфө ҡәлғәһенә килгән тәүге күскенселәргә һәм ҡәлғәне һаҡлаусыларға аҡса жалованьеһы урынына бирелгән. Бында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре лә булған.

1617—1618 йылдарҙа Шөгөрҙөң уң һәм һул ярындағы ерҙәр Сергей Аничковҡа поместье оклады итеп тапшырыла.

Был ерҙәр Сергий поместьеһы, һуңыраҡ Сергеев ауылы тип йөрөтөлә, ә Өфө ҡалаһынан 18 саҡрымда һәм улус идараһы урынлашҡан Богородский ауылынан 6 саҡрымда Шөгөрҙөң уң яғында Аничков ауылы ҡалҡып сыға.

Күпмелер ваҡыт был ерҙәр дворян Белоусовтар милкендә була. Ауыл да Белоусов тип атала башлай, ләкин яңы исем ерегеп китмәй, уны элеккесә Сергеевка тиҙәр.

Ырымбур губернаһы алпауыттарының башҡорттарҙан ер һатып алыуы тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса, 1817 йылдың 19 июнендәге яҙмала Мең улусы Өфө өйәҙе башҡорттарынан подполковник Тимашевҡа «межалар һәм айырым урындар буйынса мәңгелек биләмәгә 500 һум көмөшкә» ер һатылыуы тураһында документ бирелгән. Был ерҙәрҙе Капитон Кузьмич Тимашев Сергей Аничковтан һуң 200 йыл үткәс һатып ала, был мәлгә тәүге хужаның ауылға бирелгән исеме генә тороп ҡалған була.

Подполковник Капитон Кузьмич Тимашев Өфөлә ярайһы уҡ билдәле һәм йоғонтоло кеше була, 1841 йылда ул Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре дворяндарының һайлап ҡуйылған етәксеһе була. 1824 йылда Өфөгә император Александр Павловичты ҡаршы алыу тантанаһына саҡырылған Богородский улусы дворяндары исемлегендә лә уның исеме бар. Сергеевка ауылы ерҙәре менән 19 йән крәҫтиән был ваҡытта Капитон Кузьмич Тимашевтың ҡатыны Елизавета Егоровна милкендә була. Һуңынан ауыл Тимашевка тип атала.

Башҡортостандың Үҙәк дәүләт архивында Г. Ф. һәм З. И. Гудковтар фондында В. Руммель һәм В. В. Голубцов төҙөгән «Родословного сборника русских дворянских фамилий» шәжәрә йыйынтығының 2-се томынан бер нисә биттең күсермәһе һаҡлана. Унда билдәләнеүенсә, Капитон Кузьмич боронғо Тимашевтар-Берингтар ырыуының бишенсе тармағы вәкиле була. Уның олатаһы Осип Тимашев — Ырымбур дворяны, ә атаһы Кузьма Осипович (1740—30.11.1794) 1762 йылдан секунд-майор вазифаһында ғәскәри хеҙмәттә була.

Капитон Кузьмичтың ғаиләһендә 1828 йылғы ҡыҙы Олимпиада, Михаил (1823 йылғы), Николай (1825 йылғы) һәм Аркадий (1826 йылғы) исемле өс улы була. Михаил Капитонович Тимашев бик шәп хәрби карьера эшләүгә өлгәшә, 1877 йылда полковник званиеһында Варшава хәрби округ суды ағзаһы була.

1853 йылға Сергеевка (Тимашев) ауылында, алпауыт крәҫтиәндәренән башҡа, 151 ревиз йән дәүләт крәҫтиәне һәм 1705 дисәтинә ер иҫәпләнә. Ауыл һаман Сергеевка тип йөрөтөлә. Был ваҡытҡа ерҙең бер өлөшө подполковник Александр Васильевич Мостафиндың вариҫтары милкендә була. Урыҫ ауылы. Көбайыш битләүҙә урынлашҡан. Наделда ике шишмә һәм бер һаҙлыҡ була.

Крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң, Сергеевка ауылының милексе крәҫтиәндәре Тимофей Кузьмин һәм Николай Трофимов хужалыҡташтары менән бергәләп 1866 йылда дворян Тимашевтарҙан һәм 1884 йылда Миллерҙан йәмғеһе 536 дисәтинә 1667 сажин ер һатып ала.

1870 йылға ауылда 46 йорт хужалығы була һәм 262 кеше йәшәй. Шөгөр йылғаһында һыу тирмәне тора. 1878 йылда Сергеевка ауылы ерҙәренең бер өлөшө дворян Тимашевтарҙан надворный советник Листовский милкенә күсә.

Ауыл Тимашевка (Сергеевка) тип атала. Крәҫтиәндәр башлыса баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Төрлө губерналарҙан күскенсе крәҫтиәндәр килеп төпләнеү менән бәйле биләмәләр үҙгәреш кисерә: урманды төпләп, 17 дисәтинә майҙан һөрөнтө ер ителә. Крәҫтиәндәр үҙ баҡсаларында үҫтергән йәшелсәнең бер өлөшөн Өфөгә илтеп һата: картуфтың бото — 7-10 тин, йөҙ баш кәбеҫтә 1-2 һум тора. Ҡайһы бер крәҫтиәндәр тимер юлда эшләй һәм көнөнә 40 тин эш хаҡы ала.

1902 йылда Тимашев ауылы 56 йорт хужалығынан тора, 330 кеше йәшәй. Улар башлыса милексе крәҫтиән була. Ауылда иген запасы магазины асыла.

1910 йылға инде Тимашев ауылы ерҙәренең берҙәм хужаһы булмай. Ерҙең бер өлөшө дворян Листовскийҙар милкендә була. Ғәмәли статский советник Петр Степанович Листовскийҙың ҡыҙы Надежда Петровна Листовская 1911 йылдың 13 сентябрендә яҙма мираҫ буйынса Тимашев ауылында 92 дисәтинә 240 сажин ергә хужа була, 2015 йылда уның бер өлөшөн Өфө мещаны Федор Павлович Павловҡа һәм Боғорослан мещаны Даниил Григорьевич Яковлевҡа һата. 1917 йылдың февралендә Өфө сауҙагәренең ҡатыны Фәсхәтбана Әбдемәди ҡыҙы Нәзирова дворян Надежда Петровна Листовскаянан 199 дисәтинә 2181 сажин ер, Өфө сауҙагәре Иван Васильевич Колотов менән Боғорослан мещаны Даниил Григорьевич Яковлев элек алғандарына өҫтәп тағы 16 дисәтинә ер менән урман һатып ала.

1920 йылда ауыл Степановка улусына инә. Ул Өфө районы Степановка ауыл Советынан өс саҡрымда ята һәм Тимашев тип атала. Ауылда 71 йорт хужалығы була һәм 410 кеше йәшәй. 1925 йылға йорт хужалыҡтары һаны 83-кә етә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 1957 йыл 25 май ҡарары менән Тимашев ауылы Өфө ҡалаһы һыҙатына индерелә. Степановка һәм Тимашев ауылдарының ерҙәре Вотикеев ауыл Советындағы Ленин исемендәге колхоз берләштерә. Был осорға ауылда 105 йорт хужалығы, 2 ат һарайы, 16 иген һаҡлау амбары, янғын һүндереү хеҙмәте бинаһы, ағас тирмән, тимерлек, япма аҫтындағы ырҙын табағы, 5 гектарлыҡ емеш баҡсаһы, ағас клуб, ағастан һалынған 3 сусҡа һарайы, быҙау һарайы, мал аҙығы кухняһы, йәшелсә һаҡлағыс һ.б. хужалыҡ ҡоролмалары була. Яҡындағы нефть эшкәртеү заводтар арҡаһында санитар зонала ҡалған Степановка ауылы халҡын күсереп ултыртыр өсөн Тимашев ерҙәрендә шәхси төҙөлөш өсөн 300 гектар ер бүленә.

Әлеге ваҡытта Тимашев ауылы Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районына инә. Яңы йорттар, коттедждар төҙөлә. Әммә иң ҙур билдәлелеккә ауылдан бер километр төньяҡтараҡ урынлашҡан Тимашев зыяраты эйә. Халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советының 1972 йыл 31 октябрь № 39/32 ҡарары менән, 1972 йылдың 1 ноябренән Сергий һәм Лопатин зыяраттарында мәорхүмдәрҙе ерләүҙе туҡтатыу менән бәйле Тимашев ауылының элекке ерҙәрендә яңы Төньяҡ зыярат асыла.

Мәғлүмәттәрҙең сығанағы: «Уфа: страницы истории. Книга вторая» (төҙөүсеһе М. В. Агеева. — Өфө: Инеш, 2014. — 380 б.) китабының 259—261 биттәре.

Урам исемдәре: Тимашев, Курил, Березники, Ташкент, Сумы, Тамань, Казбек, Шахта, Балкан, Күмертау, Ҡыҙыл, Ҡана, Андижан, Баренц, Сызрань, Тернополь, Луцк, Котлас, Аму-Даръя, Софья Ковалевская, Нальчик, Прокопьевск, Горловка, Бүздәк, Светлогорск

  1. Совет городского округа город Уфа: Решение № 29/14 от 15.11.2007
  2. РЕШЕНИЕ Президиума Уфимского городского Совета РБ от 16.04.2002 № 30/3 «О РАЗМЕЩЕНИИ КУЛЬТОВЫХ СООРУЖЕНИЙ НА ТЕРРИТОРИИ ГОРОДА УФЫ»(недоступная ссылка)
  3. Агеева Маргарита Викторовна. Уфа: страницы истории. Книга вторая. — 450001, г. Уфа, проспект Октября, 2.: ООО Издательство «Инеш»., 2014. — С. 259-261. — 380 с. — ISBN ISBN 978-5-903622-42-9.