Эстәлеккә күсергә

Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимербулат Имашев битенән йүнәлтелде)
Имашев Булат Губайдуллович
башҡ. Тимер-Булат Ғабдулла улы Имашев
Исеме:

Тимер-Булат

Тыуған ваҡыты:

27 февраль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Азнаево (Бижбулякский район)

Вафат ваҡыты:

12 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (38 йәш)

Вафат урыны:

Трагически погиб в поезде, следовавшем из Учалов в Уфу

Һөнәре:

Артист, режиссер

Гражданлығы:

Ҡалып:Российская ИмперияҠалып:Ussr

Әүҙем йылдары:

1929 — 1946

Театр:

Башкирский театр драмы, Башкирский театр оперы и балета

Наградалары:

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Заслуженный деятель искусств БАССР (1942)

Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев(27 февраль, 1908 йыл, Аҙнай — 12 апрель 1946 йыл, Өфө) — башҡорт актеры һәм режиссеры. РCФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[1].

Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аҙнай ауылында тыуған, хәҙер Аҙнай (Бишбүләк районы) Башҡортостан республикаһы Бишбүләк районы. Тулы исеме — Тимербулат, ғаиләлә тәүге бала.

1920 йылда 12 йәшендә Ырымбурға педагогия техникумына уҡырға юллана. Үҙешмәкәр сәнғәт менән мауыға.

1929 йылдан — актер, һуңыраҡ Башҡорт драма театры (Өфө) режиссёры. Сәнғәт техникумының театр бүлексәһен 1930 йылда тамамлай (Өфө). 1937 йылдан— башҡорт драма театрының художество етәксеһе.

1939—1943 йылдар — Башҡорт опера һәм балет театрының баш режиссёры, уны булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, хөкүмәт ҡушыуы буйынса берләшкән театрҙар директоры була.

1944 йылда Учалы районында колхоз-совхоз театрын ойошторорға ебәрелә. 1946 йылда Златоустан Өфөгә барған тауар поезына ултырғас, енәйәтселәр ҡулынан һәләк була.[2]

Башҡорт театр техникумында буласаҡ актёрҙарҙы уҡытҡан.

Атаһы Ғөбәйҙулла Әхмәтзәки улы

Ҡатыны: Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева, рәссам, Баймаҡ, Учалы театрҙарында, БАДТ-ла биҙәүсе рәссам булып эшләй. Иптәше һәләк булғанда ике бәләкәй бала менән тороп ҡала.

Балалар: Вил, Илмира, Урал.

Театр эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Баязит Бикбайҙың «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә бернесе булып, Салауат Юлаев ролен уйнай.
  • Юлай («Һаҡмар» С. Мифтахов).
  • Һөйөндөк («Ҡарағол» Дауыт Юлтый).
  • Буранбай («Башҡорт туйы», М. Бурангулов).
  • Кенәз Курбский («Борис Годунов», А Пушкин).
  • Закир («Ҡара Йөҙҙәр», М. Ғафури).
  • Карл Моор («Юлбаҫарҙар». Ф. Шиллер)
  • Фрондосо («Һарыҡ шишмәһе» Лоп де Вега).
  • Яровой («Любовь Яровая» К. Тренев).
  • Жадов («Төшөмлө урын» А. Островский).
  • Незнамов («Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр», А Островский).
  • Платон Кречет («Платон Кречет» А. Корнейчук).

Ҡуйған спектаклдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Данлы осор» Риза Ишморат, «Ҡазан һөлгөһө» Кәрим Тинчурин, «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр» (1933), «Любовь Яровая» (1937); «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов (1939), «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи, «Башмағым» Х. Ибраһимов, опера — «Ҡарлуғас» («Ласточка»). Чемберджи (1941), «Аҡбуҙат» Спадавеккиа һәм Заимов (1942), «Евгений Онегин», «Аршын мал алан», «Ҡасҡын».

Булат Имашев исеме Бишбүләктә, тыуған ауылындағы урамға һәм Аҙнай урта мәктәбенә бирелгән, бында 2008 йылда йорт-музей асылған, актерҙың бюсы ҡуйылған. Өфөлә актер йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  • Булат Имашев «тормошо һәм ижады», «Китап (нәшриәт)» Өфөлә 2009 г.
  • Мәһәҙиев М. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; Хөснийәров С. Иҫтә, һаман да иҫтә…: иҫтәлектәр. Өфө, 1996