Эстәлеккә күсергә

Титикака

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Титикака
исп. Titicaca, кечуа Titiqaqa, аймара Titiqaqa
Морфометрия
Абсолют бейеклеге3812—3821 м
Үлсәме230 × 97 км
Майҙаны8300 км²
Күләме893 км³
Яр һыҙаты1125 км
Иң тәрән урыны281 м
Уртаса тәрәнләк140—180 м
Гидрология
Минераллығысөсө 
Тоҙлолоғо1 ‰
Бассейн
Площадь бассейна58 000 км²
Урынлашыуы
15°50′11″ ю. ш. 69°20′19″ з. д.HGЯO
Боливия
Точка
Титикака
 Титикака Викимилектә

Титика́ка (исп. Titicaca, кечуа Titiqaqa, аймар. Titiqaqa) — Көньяҡ Америкала сөсө һыу запастары буйынса иң ҙур[1] һәм майҙаны буйынса икенсе (Маракайбонан һуң) күл.

Анд тауҙарының Альтиплано яҫы таулығында, Перу һәм Боливия сигендә урынлашҡан.

Майҙаны 8300 км², һыу кимәленең бейеклеге 3821 м (миҙгел буйынса ныҡ үҙгәрә)[2], уртаса тәрәнлеге 140—180 м, максималь тәрәнлеге 281 м. Күлдең уртаһында һыуҙың температураһы ғәмәлдә үҙгәрмәй һәм 10—12 °C тәшкил итә, әммә яр буйында күл төндә йыш ҡына туңа.

Күлгә боҙлоҡтарҙан ағып төшөүсе 300-ҙән ашыу йылғалар ҡоя һәм Десагуадеро йылғаһы ағып сыға. Үҙ сиратында Десагуадеро йылғаһы Боливияла урынлашҡан Поопо тымыҡ күленә ҡоя.

Испандар тарафынан ҡушылған Титикака атамаһы кечуа индеецтары телендә артабанғыса аңлатыла: кака — «ҡая» һәм тити — «пума» (кечуа ҡәбиләләренең изге хайуаны). Аймара һәм кечуа халыҡтары араһында күл «Мамакота», ә унанда элегерәк «Пукин күле» (йәғни пукин халҡы илендәге күл) тип аталған[3].

Титикака күлен Европала тәүгеләрҙән булып испан хронисы Педро Сьеса де Леон 1554 йылда һүрәтләй[4].

Яр буйындағы иң ҙур ҡала — Пуно. Күл тирәһендә пймара һәм кечуа халыҡтарының бихисап тораҡтары урынлашҡан. Халыҡтың бер өлөшө Урос (Uros) йөҙөүсе ҡамыш утрауҙарында йәшәй.

  1. Lake Titicaca, на сайте Всемирного наследия ЮНЕСКО.
  2. Уровень озера Титикака продолжает понижаться 2016 йыл 5 март архивланған. // BuenoLatina.ru, 17 июля 2010
  3. Guamán Yoma de Ayala, 1615: 171, 178
  4. Сьеса де Леон, Педро. Хроника Перу. Часть Первая. — Киев, 2008 (пер. А. Скромницкий). Архивировано 9 июль 2012 года.