Тиҙ туҡланыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юрмалалағы (Латвия) «Hesburger» тиҙ туҡланыу рестораны

Тиҙ туҡланыу йәки фастфуд (ингл. fast «тиҙ» һәм food «ашамлыҡ») — ҡыҫҡа ваҡытта туҡланыу йәки тиҙ арала бешереп алырлыҡ аҙыҡ.

Фастфудтың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Санкт-Петербургтағы «Subway» рестораны. «Subway» — донъялағы тиҙ хеҙмәтләндереү ресторандары селтәренең иң ҙуры
«Макдоналдс» ҡасандыр фастфуд селтәренең донъялағы иң эреһе ине

Тиҙ бешерелеп алына торған аш-һыу барлыҡ халыҡтарҙа бар тип әйтерлек, мәҫәлән, Италияла — пицца. 1921 йылда Канзаста White Castle компанияһы асыла. Улар, быға тиклем бер ҡайҙа ла булмаған, гамбургерҙарҙы һата башлайҙар. Кешеләрҙе был продукт үҙенең хаҡы (1946 йылға тиклем 5 цент) һәм иң мөһиме яңылығы менән ҡыҙыҡһындыра. 1940 йылдарҙа был компанияниң конкуренттары ла килеп сыға башлай, иң көслөләре — McDonald’s.

1956 йылда Америка Ҡушма Штаттарында 14 McDonald’s рестораны эшләй, 1960 йылда — 228, 1968 йылда — 1000, 1975 йылда — 3075, 1980 йылда — 6263, 1990 йылда- 11800. Бөгөнгө көндә 119 илдә 30 меңдән ашыу McDonald’s рестораны эшләй.

Киң таралыу сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙур ҡала кешеләре өсөн был ашау төрө бик уңайлы, бер яҡтан ҡиммәттә түгел, икенсе яҡтан тиҙ ҙә. Тағы ла был аш-һыуҙы, төрлө «тәмләткестәр» ҡушылыу сәбәпле, тәмле лә тип һанайҙар.

Һаулыҡҡа йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мысырҙың Хургада ҡалаһы үҙәгендәге «Рус билмәндәре» кафеһы

Тиҙ ашау — үҙе генә организмаға насар йоғонто яһай, ә ярымфабрикаттарҙан эшләнгән гамбургерҙар һәм башҡа шундай продукттар менән туҡланыу, әлбиттә, һаулыҡты нағытмай. Фастфуд менән туҡланыу, ғалимдар тикшереүе буйынса, тиҙ тән массаһы йыйыуына сәбәп була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Beerman, Jason. Cha chaan teng cheat sheet: What to order at the most popular eateries in Hong Kong (англ.). CNN Go (20 February 2012). Проверено 28 июля 2014.
  • Фаст-фуд и здоровье
  • Show Foods
  • Жвиташвили Ю. Б. Как происходит пищеварение // Рак и питание. — ЭЛБИ-СПб, 2010. — С. 124-125. — 368 с. — ISBN 978-5-93979-245-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]