Эстәлеккә күсергә

Томск тарихы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Томск тарихы музейы
Нигеҙләү датаһы 16 июль 1997
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Томск
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт tomsk-story.ru
Карта
 Томск тарихы музейы Викимилектә

Томск тарихы музейыТомск ҡалаһы хакимиәте ҡарары менән 1997 йылдың 16 июлендә булдырылған музей.

Томск ҡалаһы тарихы музейы Томск ҡалаһы хакимиәте указы менән 1997 йылдың 16 июлендә ойошторолаа[1]. 6 йыл дауамында әҙерлек эштәре алып барыла: бина реконструкциялана, коллекция булдырыла һ.б. 2003 йылдың 7 июнендә тантаналы шарттарҙа музей асыла. Килеүселәр иғтибарына «Иҫке Томск портреты» ваҡытлы күргәҙмәһе тәҡдим ителә, бер йылдан һуң музейҙа «Томсктың беренсе быуаты» даими экспозицияһы асыла.

Әлеге ваҡытта музейҙа экспонаттарҙың киң коллекциялары бар, бөтәһе 4206 һаҡлау берәмеге. Музей дүшәмбе көнөнән тыш көн һайын асыҡ, 10:00 сәғәттән алып 19:00 сәғәткә тиклем эшләй, билет хаҡы 15 һумдан алып 105 һум тирәһендә тирбәлә.

Томск ҡалаһы нигеҙ һалынған урында иҫтәлекле ташы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл Томск ҡалаһына нигеҙ һалынған урында ҙур тимер киҫәгенән ғибәрәт. 1966 йылда ҡуйылған.

Томск ҡәлғәһе 1604 йылда батша Борис Годунов указы буйынса төҙөлгән, бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлгән һәм XVIIIi быуатта кәрәкһеҙлеге арҡаһында һүтеп алынған. 2004 йылда музей территорияһында Томск ҡәлғәһенең Спас башняһының, шулай уҡ өсмөйөш һәм квадрат формалағы ваҡ таштар менән тултырылаған ике ҡатлы стенаһы өлөшөнөң реконструкцияһы үтә[2].

Музей бинаһы 1856 йылда инженер В.К. Фадеев проекты буйынса төҙөлгән, башта бинала Воскресенский шәхси полиция идаралығы урынлашҡан.

Янғын һүндереү ҡалансаһы бина менән бер үк ваҡытта ҡалала янғынды күҙәтеү маҡсатында төҙөлгән. Ҡалансала тәүлек әйләнәһенә ҡарауыл эшләгән, янғын тураһында сигнал биреү өсөн ҡыҙыл, зәңгәр һәм аҡ төҫтәрҙәге сигнал тамғалары ҡулланылған, мәҫәлән, өс ҡыҙыл фонарь Воскресенский территорияһы участкаһындағы янғынды аңлатҡан. Ҡаланса XX быуаттың 60-сы йылдарына тиклем булған һәм ҡарауыл хеҙмәтен бөтөрөү менән һүтеп алынған. Музей асылыу алдынан ҡаланса тергеҙелә һәм әлеге мәлдә ҡалала берҙән-бер күҙәтеү майҙансығы итеп ҡулланыла. 2006 йылда күҙәтеү майҙансығында элек булған күҙәтеү хеҙмәте иҫтәлегенә янғын һүндереүсе күҙәтеүсегә һәйкәл ҡуйыла, уны ҡала халҡы һуңыраҡ Афанасий тиа атай.

Музей логотибында Динотерий исемеаҫтында мифик йән эйәһе һүрәтләнгән, уның һүрәте архитектор Мария Чернаяның Воскресенский тауында тапҡан мейес кафелендә күренгән.

Музей территорияһында урынлашҡан Томск ҡәлғәһенең Спас башняһы