Торағай балсыҡ вулканы
Торағай балсыҡ вулканы | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 402 метр |
Торағай балсыҡ вулканы Викимилектә |
Торағай балсыҡ вулканы(әз.Torağay palçıq vulkanı)- Әзербайжандағы иң ҙур батҡаҡ вулкандарының береһе[1]. Баҡы ҡалаһы Ҡарадағ районы Ҡобустан ҡасабаһынан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был вулкан Чеилдағ ҡасабаһынан 12 км ситтәрәк ята. Уның кратерының диаметры 900 метр тирәһе. Бейеклеге— 402 метр. Ул әле лә әүҙем ҡала.
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лайлалы Торагай вулканы — Әзербайжандағы иң ҙур һәм иң матур вулкандарҙың береһе. Был вулкан әүҙемлеге 1841 йылдан башлап теркәлә, ә һуңғы бысраҡ атылыу 1988 йылда күҙәтелә, ә 1984—1988 йылдарҙа иң көсөргәнешле эшмәкәрлек осоро була, ул дүрт тапҡыр атыла. Вулкан дөйөм Кавказ һәм Кавказға ҡаршы ер ярылған урында урынлашҡан.
Вулкан конус формаһында, нигеҙенә табан киңәйә, вертикаль диуарҙар барлыҡҡа килә. Конустың өҫкө өлөшөндә- 500 квадрат метр ҙурлыҡтағы кратер.Батҡаҡ биш-ете ер ярығынан ара-тирә урғыла. Батҡаҡ башлыса көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә ағып төшә. Вулкан нигеҙе — 10 квадрат км, батҡаҡтың уртаса ҡалынлығы, ә атылыуҙың дөйөм күләме — 350 млн. кубик.м. Ҡайһы ваҡыт көслө шартлау, ер аҫтынан көслө ут атылыуы күҙәтелә, уның бейеклеге 300 м тиклем етә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tələt Kəngərli. Azərbaycan Respublikasının geoloji irsi. Bakı: Nafta-Press, 2013.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грязевой вулкан Торагай.Извержение
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Palçıq vulkanları. Ҡалып:Vebarxiv mct.gov.az Ҡалып:Az