Эстәлеккә күсергә

Тормей Сесиль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сесиль Тормей
мадьярса  Tormay Cécile
Тыуған көнө

8 октябрь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]

Вафат булған көнө

2 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][2] (60 йәш)

Ил

 Венгрия

 Тормей Сесиль Викимилектә

Тормей Сесиль (мадьярса  Tormay Cécile; 8 октябрь 1876 йыл — 2 апрель 1937 йыл) — венгр яҙыусыһы, интеллектуал, уң сәйәси эшмәкәр, феминистка, әҙәби тәржемәсе һәм социаль теоретик. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына ике тапҡыр, 1936 һәм 1937 йылдарҙа, биш төрлө номинант тарафынан тәҡдим ителә[3].

Сесиль Тормейҙың тамырҙары немец сығышлы. Әсәһе яғынан олатаһы Йожеф Шпигель төҙөлөш подрядсыһы була, Иштван Сеченгә Сылбырлы күпер төҙөргә ярҙам итә. Атаһы яғынан олатаһы Кароль Кренмюллер (Тормей) 1848-49 йылдарҙағы революцияла армия майоры дәрәжәһендә ҡатнаша. XIX быуат аҙағында Тормей ғаиләһе дворяндар тип һанала башлай. Атаһы Бела Тормай ауыл хужалығы буйынса эксперт, Венгрия фәндәр академияһы ағзаһы һәм дәүләт секретары була. Уның әсәһе Гермин Баркассы.

Сесиль Тормей студент сағында әҙәби әҫәрҙәрҙе немец, итальян, француз һәм латин телдәрендә өйрәнә. Ул Франциск Ассизскийҙың «Маленькие Цветы» әҫәрен венгр теленә тәржемә итә. 1919 йылда үҙенең сәйәси ҡараштарын белдерә башлай һәм Бела Кун режимына ҡаршы сыға. Ул 1918—1919 йылдарҙағы революция ваҡиғалары тураһында («Дневник вне хакона» (Bujdosó könyv, 1925, һүҙмә-Һүҙ «Тыйылған китап») китап баҫтырып сығара, бында артабанғы коммунистик хөкүмәткә ҡаршы протест белдерә һәм Венгрия короллегенең бүленеүенә үкенес белдерә. Сесиль Тормей Бенито Муссолиниҙың ҙур табыныусыһы була. 1932 йылда, Римгә походтың унынсы йыллығында дуче менән осраша, уға итальян телендә үҙенең Венгрия ҡатын-ҡыҙҙар лигаһынан изге теләктәр еткерә[4].

Ике роман («Люди скал» (Emberek a kövek között), 1911; «Старый дом» (A Régi ház), 1914) һәм биш хикәйә яҙып, билдәлелек ала. Уның иң билдәле «Енәйәтсе көндәлеге» тигән эше — 1919 йылда Венгрия совет республикаһының ҡыҫҡа ваҡыты эсендә коммунистар тарафынан ҡылынған террор тураһында тәүге хикәйә. Сесиль Тормей 1936 йылда һәм 1937 йылда ике тапҡыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына дәғүә итә[5].

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=27187 (нем.)
  3. Nomination Database. www.nobelprize.orgДата обращения: 19 апреля 2017. Архивировано 26 октября 2016 года.
  4. Hungarian translation of the speech of Cécile Tormay in Rome. Дата обращения: 14 ноябрь 2019. Архивировано 7 октябрь 2020 года.
  5. The Nomination Database for the Nobel Prize in Literature, 1901–1950.