Торонто университеты
Торонто университеты (ингл. University of Toronto, T. of U. мфц) — Канаданың Онтарио провинцияһының административ үҙәге Торонтолағы асыҡ тикшеренеү университеты. Университеттың төп территорияһының һәм объекттарының күпселеге финанс округынан төньяҡта Королева Паркында урынлашҡан. 1827 йылда Англия Сиркәүе етәкселегендәге Король Колледжы булараҡ нигеҙ һалынған һәм Үрге Канаданың беренсе юғары белем биреү учреждениеһы булып тора. 1850 йылда Торонто университеты исеме ала, сөнки донъяуи уҡыу йорто булып китә. Һәм шул ваҡыттан алып хәҙерге көнгә тиклем Торонто университеты — коллегиаль университет, йәғни бер нисә төрлө профилле колледждарҙан торған университет. Торонто университеты 12 колледжды үҙ эсенә ала, уларҙың уҡыу материалының тематикаһында ғына түгел, ә тарихында, йолаларында, уҡыу-уҡытыу базаһының автономлыҡ кимәлендә, финанслауҙа һәм башҡа йәһәттән айырмалыҡтары бар.
Уҡыуҙан тыш, университет студенттарҙың ялын тәьмин итә. Уның нигеҙендә спорттың төрлө төрҙәрендә ҡырҡ тирәһе команда эшләй. Төньяҡ Американың өлгөлө студент үҙәге тип һаналған, готика стиленә ҡараған ҙур бинала урынлашҡан Харт-хаус уҡыусыларҙың мәҙәни тормошоноң үҙәге булып тора.
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Канада буйынса урын | Донъя буйынса урын | Рейтингтың исеме |
---|---|---|
1-се | 21-се | Донъя университеттары рейтингы Higher Education от [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Reuters Reuters] |
1-се[36] | 18-се[36] | Бөтә донъя университеттары рейтингы World’s Top Universities от [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Forbes Forbes]
(Gallery: The World’s Top Universities 2011 2016 йыл 22 сентябрь архивланған.) |
- | 19-сы | Донъя университеттары рейтингы
World’s Top Universities от [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Forbes Forbes] (Gallery: The World’s Top Universities 2011 2016 йыл 22 сентябрь архивланған.) |
1-се[37] | 26-сы[37] | Ҡытай (Шанхай) «
Донъя университеттарының академик рейтингы» |
Уҡыу корпустары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университетта даими рәүештә туристар була, сөнки университеттың коллегиаль готика стилендәге бер нисә уҡыу корпусы архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Шулай уҡ Торонто университеты территорияһында йыш ҡына кинофильмдар төшөрөлә [<span style="" title="не указан источник на утверждение (25 ноября 2010)">сығанаҡ 3039 көн күрһәтелмәгән</span>]. Университеттың студенттар ҡаласығы Торонто үҙәгендә Spadina урамынан көнсығышҡа табан, Онтарио провинцияһының хөкүмәт бинаһына тиклем 10 кварталды биләй. Университеттың ун ҡатлы китапханаһы бар. Үҙәктән тыш, университеттың Торонто ситендә төрлө яҡта урынлашҡан студенттар ҡаласыҡтары менән тағы бер нисә филиалы бар.
-
Харт-хаус, университет студенттары үҙәге
-
Һалдат башняһы - һәләк булғандар мемориалы
-
Виктория колледжы Олд Вик
-
Сәнғәт факультеты
-
Биологик тикшеренеүҙәр Доннели-үҙәк-кластеры
Билдәле булған уҡытыусылары һәм тамамлаусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Элизабет Багшоу
- Бигелоу, Уилфред
- Сара Гинайте
- Гришкевич, Винцент Антонович
- Моуэт, Фарли
- Чант, Кларенс Огастес
- Хинд, Генри Юль
- Хамфрис, Кэтрин
- Иден, Дайана
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://pims.ca/article/history-and-organization-of-the-institute/
- ↑ https://www.clir.org/about/current-sponsors-and-funders
- ↑ https://web.archive.org/web/20210701065737/https://www.acu.ac.uk/our-members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20210904192113/https://www.arl.org/list-of-arl-members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20210818132208/https://www.carl-abrc.ca/about-carl/members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20210908033745/https://u15.ca/member/university-toronto
- ↑ https://web.archive.org/web/20210812231046/https://www.univcan.ca/universities/member-universities/
- ↑ Our Members / Tier 2
- ↑ https://web.archive.org/web/20231020113811/https://orcid.org/members
- ↑ https://web.archive.org/web/20240116123311/https://www.aau.edu/sites/default/files/AAU-Files/Who-We-Are/AAU%20Member%20Universities%20listed%20by%20year_updated%202023.pdf
- ↑ https://www.aau.edu/who-we-are/our-members
- ↑ https://web.archive.org/web/20240227092307/https://www.cni.org/about-cni/membership/members
- ↑ https://web.archive.org/web/20231016073235/https://www.crl.edu/membership/members
- ↑ https://web.archive.org/web/20231015070603/https://sparcopen.org/who-we-are/members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20221214213749/https://alliancecan.ca/en/membership/our-members
- ↑ https://web.archive.org/web/20231009110100/https://www.federationhss.ca/en/membership/our-members
- ↑ https://web.archive.org/web/20230904115855/https://www.crkn-rcdr.ca/en/members
- ↑ https://data.utoronto.ca/wp-content/uploads/2021/06/Facts-Figures-2020_final.pdf
- ↑ U.S. and Canadian 2022 NTSE Participating Institutions Listed by Fiscal Year 2022 Endowment Market Value, Change in Market Value from FY21 to FY22, and FY22 Endowment Market Values Per Full-time Equivalent Student (Excel) (ингл.) — National Association of College and University Business Officers, 2023.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 https://governingcouncil.utoronto.ca/secretariat/policies/federated-collegesstatement-roles-constituent-and-july-1-2008
- ↑ https://knox.utoronto.ca/affiliations-partnerships/
- ↑ https://regiscollege.ca/about/history/
- ↑ https://www.wycliffecollege.ca/about-us/history
- ↑ https://www.masseycollege.ca/about/
- ↑ https://innis.utoronto.ca/about-innis/about-the-college/
- ↑ https://www.newcollege.utoronto.ca/about-us/whats-new/the-history-of-nc/
- ↑ https://www.uc.utoronto.ca/about-university-college
- ↑ https://wdw.utoronto.ca/about-woodsworth
- ↑ https://utorontopress.com/about/divisions-of-utp/
- ↑ https://www.utoronto.ca/university-life/campuses/st-george
- ↑ https://www.utoronto.ca/university-life/campuses/scarborough
- ↑ https://www.utoronto.ca/university-life/campuses/mississauga
- ↑ https://www.utoronto.ca/news/u-t-s-2021-2022-budget-focus-students-provide-more-supports-equity-deserving-groups
- ↑ 34,0 34,1 National Association of College and University Business Officers U.S. and Canadian 2022 NTSE Participating Institutions Listed by Fiscal Year 2022 Endowment Market Value, Change in Market Value from FY21 to FY22, and FY22 Endowment Market Values Per Full-time Equivalent Student (Excel) — 2023.
- ↑ https://orcid.org/signin
- ↑ 36,0 36,1 Newsweek. Academic Ranking of World Universities . Newsweek global university ranking (2007). Архивировано 25 июнь 2008 года. 2008 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ 37,0 37,1 Shanghai Jiao Tong University. Academic Ranking of World Universities - 2011 . Graduate School of Education, Shanghai Jiao Tong University. Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 24 август архивланған.