Эстәлеккә күсергә

Трамвай-һәйкәл (Советск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трамвай-һәйкәл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Советск[d]
Етештереүсе Кировский завод[d]
Карта
 Трамвай-һәйкәл Викимилектә

Трамвай-һәйкәл — Советскиҙа йәйәүлеләр йөрөгән Еңеү урамында һәйкәл итеп ҡуйылған МС-4 сериялы трамвай. Ул 19011944 йылдарҙа Тильзитта трамвай хәрәкәте булғанын иҫкә төшөрөп тора.

Билдәле Тильзит электр трамвайы линияһы ҡалала 1901 йылдың 26 июлендә асыла һәм 1944 йылдың октябрендә тиклем эшләй. Трамвай линияһы һәм вагондары Майндағы Франкфурттағы Lahmeyer&Co немец акционерҙар йәмғиәтендә сығарыла. Икенсе донъя һуғышынан һуң яңы ҡала власы, автобус хәрәкәте һөҙөмтәле һәм уңайлы тип, ҡарар итә һәм Тильзитта трамвай системаһы бөтөрөлә. Хәҙер Тильзит трамвай паркы вагондарының ҡайҙалығы билдәһеҙ, әммә Советскиҙа әлегә тиклем уның «эҙҙәр»ен: рельс юлдарҙы һәм бағана ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин.

Тильзит трамвайы иҫтәлеге итеп 2012 йылдың авгусында ҡала властары үҙәк майҙанда трамвай вагонын урынлаштыра. Һәйкәл эргәһендә урамдарҙың ике: рус һәм немец телендә яҙылған тарихи күрһәткес ҡуйылған фонарь тора. Трамвай эсендә даими рәүештә ҡаланың үткәне, хәҙерге тормошоноң мөһим ваҡиғалары тураһында һөйләгән фотоһүрәттәрҙән экспозициялар ҡуйыла.

Һәйкәл рельстарға ҡуйылған Путилов заводы 1933 йылда сығарған МС-4 сериялы трамвай вагонынан ғибәрәт. пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙән алынғандан һуң вагон юл хеҙмәтенә бирелә һәм М-52 һәм М-26 номерҙары менән эшләй. 2006 йылда ул фирма тарафынан һатып алына һәм 2601 һаны аҫтында йөрөмәүсе макет итеп үҙгәртелә, уны кафе сифатында файҙаланыу күҙаллана. 2007 йылда эштәр туҡтатыла, һуңынан ул элекке 2-се трамвай паркы территорияһында урынлашҡан Санкт-Петербургтың электр транспорты музейында була. 2012 йылда вагон Советск ҡалаһына һәйкәл итеп ҡуйыу өсөн килтерелә, уға 12-се борт номеры бирелә.

Төп нөхсә булыу тураһында бәхәстәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Раритет транспорт сараһын урынлаштырғандан һуң әлегә тиклем крайҙы өйрәнеүселәр даирәһендә тарихи ысынбарлыҡты боҙоу һәм Тильзит трамвайы сифатында Санкт-Петербургтан алынған 30-сы, 60-сы йылдарҙағы Ленинград трамвай вагонын ҡуйыу буйынса бәхәстәр бара. Ике трамвай араһында тышҡы күренештәрендә лә, трамвай колеяһының киңлеге (Тильзитта трамвай селтәре тар юллы (1000 мм), ә ленинград вагоны 1524 миллиметрлы колеяға иҫәпләнеп эшләнгән) буйынса ла айырмалыҡтар бар. Шуға ҡарамаҫтан, трамвай-һәйкәл туристарҙы ҡыҙыҡһындырыусы төп объекттарҙың береһе булараҡ, ҡаланың хәҙерге визит карточкаһы сифатында үҙ урынын алған.