Эстәлеккә күсергә

Трегубова Любовь Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трегубова Любовь Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Тимоново[d], Тимоновское сельское поселение[d], Валуйский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Трегубова Любовь Васильевна (17 июнь 1947 йыл) — СССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғыһы, Белгород өлкәһенең «Белгородмолагропром» берекмәһе Валуй һөт комбинатында өлкән мастер. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры

Любовь Васильевна Трегубова Валуй районының Тимоново ауылында, хәҙер Белгород өлкәһе, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1964 йылда мәктәпте тамамлай. Һөт сәнәғәтенең Коньшинский училищеһында уҡый. 1966 йылда Валуй һөт комбинатына эшкә килә.

1966 йылдан 2003 йылға тиклем Валуй ҡалаһында һөт комбинатында эшләй. Анализатор, кефир цехы мастеры, өлкән мастер булып эшләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 21 апрелендәге Указы менән III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 17 мартындағы Указы менән II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

Комбинатта уның хеҙмәт эшмәкәрлеге күп кимәлдә билдәләнә. Юғары эш күрһәткестәре предприятиеға алдынғы эш һөҙөмтәләренә өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Даими халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, күп тапҡыр миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнә. Уның туранан-тура ҡатнашлығында комбинатта яңы заманса технологиялар индерелә[1][2].

"Производстволала ҡаҙаныштары һәм, хеҙмәтте ойоштороуҙың прогрессив технологияларын һәм алдынғы алымдарын ҡулланыу нигеҙендә хөкүмәткә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һатыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн" СССР Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 10 сентябрендәге Указы менән Любовь Васильевна Трегубова I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була.

2003 йылдан алып хаҡлы ялда. Ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Валуй районының йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып тора, эшҡыуарҙарға һәм предприятиеларға ярҙам итә.

Белгород өлкәһенең Валуйка ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (10.09.1990);
  • II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (17.03.1981);
  • III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (21.04.1975);
  • миҙал.
  • Валуйка ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы.
  • "Белгород Ере алдындағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалы (2004).
  • Валуйка ҡалаһында урамдарҙың береһе уның исеме менән аталған[4].
  1. Круглый стол «Дорога славного пути» - Управление социальной защиты населения - Валуйки. usznval.ru.Дата обращения 28 апреля 2020.
  2. Проложили дорогу к славе трудом. Главный хранитель музея сообщила о тружениках района. val-zvezda31.ru.Дата обращения 28 апреля 2020.
  3. Тимур Каримов. Трегубова Любовь Васильевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 28 апрель 2020.
  4. КЛАДР Трегубовой Улица Валуйки Город Валуйский Район Белгородская Область. kladr-rf.ru. Дата обращения: 28 апрель 2020.