Трубецкой бастионы төрмәһе
Трубецкой бастионы төрмәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1872 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Trubetskoy bastion prison[d] |
Трубецкой бастионы төрмәһе Викимилектә |
Трубецкой бастионы төрмәһе — 1872—1921 йылдарҙа булған сәйәси тотҡондар өсөн Петропавловск ҡәлғәһендәге төрмә. Хәҙерге ваҡытта музей булараҡ ҡулланыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрмә 1870—1872 йылдарҙа инженерҙар К.П. Андреев һәм М.А. Пасыпкин проекты буйынса төҙөлә. Планында ике ҡатлы, биш мөйөшлө бина Трубецкой бастионының һүтелгән эсе диуарҙары урынында төҙөлә. Башта төрмәлә 73 яңғыҙ камера була, ә 1878 йылдан улар 69 ҡала. Был төрмә сәйәси енәйәттә ғәйепләнгәндәр өсөн төп тикшереү төрмәһе була. Унда тотҡондарҙы тышҡы донңянан һәм башҡа арестанттарҙан изоляцияуҙың иң ҡаты системаһы ойошторола. Төрмә һағы илдә берҙән-бер махсус Күҙәтеүсе команда тарафыннан башҡарыла, 1880 йылдан улдарға жандармдар күҙәтеүе командаһы өҫтәлә.
1880—1884 йылдарҙа Трубецкой бастионында каторгаға хөкөм ителгән сәйәси тотҡондар була, улар өсөн бары ҡаты режим ҡулланыла, (китап файҙаланыу тыйыла (тәүге ваҡытта тик Инжил, һуңғараҡ — Библия бирелә), тәмәке тартыу, осрашыу, хат алышыу тыйыла, һалам менән тултырылған мендәр менән матрас бирелә).
1879 йылдың 3 февралендә төрмәлә бер тотҡонға тәмәке биреүҙән баш тартҡаныуҙары өсөн сыуалыштар була. Тотҡондар режимды яҡшыртыуҙы талап итә, һәм талаптары үтәлмәгәс, үҙҙәренең протесын туҡылдау, ишеккә тибеү, мебелде ҡыйратыу менән белдерә. Уларҙы һалдаттар бәйләй һәм туҡмай. Бер нисә көнгә һуҙылған аслыҡ иғлан ителә. Һөҙөмтәлә тотҡондарҙың был талаптары ҡәнәғәтләндерелә, тик өлөшләтә генә.
Төрмәнең тиҫтәләгән тотҡондары ҡаты яңғыҙ тотҡонлоҡ һөҙөмтәһендә психик яҡтан ауырып китә; М. Ветрова 1897 йылда камерала үҙ-үҙен яндыра, был иһә иректә протест тыуҙыра.
1872—1917 йылдарҙа төрмәлә тотҡондар һаны мең ярымдан аша. 1870—1880 йылдарҙа төрмәгә революционер-народниктар А.П. Кропоткин, Г.А. Лопатин, В. Н. Фигнер, А. И. Желябов, Н. А. Морозов, А. И. Ульянов, М.Ф. Ветров һәм башҡа бик күптәр ябыла, 1890—1900 йылдарҙа - эсерҙар Б.В. Савинков, К.Е.Брешко-Брешковская, С.В. Балмашев, В.М. Чернов, Эшселәр синыфын азат итеү өсөн көрәш союзы һәм РСДРП ағзалары ағзалары (Н. Э. Бауман, А. С. Шаповалов, П. Н. Лепешинский, М. А. Ольминский), Коноплянникова Зинаида Васильевна; 1905—1907 йылғы революция осоронда — 1905 йылдың 9 ғинуарында демонстрацияны атыуға ҡаршы сыҡҡан яҙыусы М. Горький һәм депутацияның башҡа ағзалары; Петербург эшселәр депутаттары советы ағзалары Л. Д. Троцкий, А Л. Парвус.
1917 йылдың Февраль революцияһы ваҡытында Трубецой бастионы төрмәһенә элекке министрҙар, сәйәси полиция етәкселәре һәм башҡа кешеләр ябыла, уларҙың эше буйынса тикшереүҙе Ваҡытлы хөкүмәттең ғәҙәттән тыш комиссияһы тикшерә. 1917 йылда Октябрь революцияһы ваҡытында төрмәгә Ваҡытлы хөкүмәт ағзалары, һуңынан 29 октябрҙең юнкерҙар сығышы ҡатнашыусылары ултыртыла. 1917 йылдың ноябрендә төрмәнең тотҡондары булып кадеттарҙың тыйылған партия лидерҙары П Д. Долгоруков, А И. Шингарев һәм Ф. Ф. Кокошкин тора. Төрмәнең амералары дөйөмгә әйләнә, яңғыҙ режим тик айырым тотҡондарға ҡулланыла.
1917 йылдың декабренән төрмә ВЧК төрмәләренең системаһына инә. 1918 йылдың март айында Трубецкой бастионы төрмәһе рәсми ябыла. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, 1921 йылға тиклем бинаны тотҡондарҙы тотоу өсөн ҡулланалар[1]. 1919 йылда уның тотҡондары 4 бөйөк кенәз (ағалы-ҡустылы Николай Михайлович һәм Георгий Михайлович, Павел Александрович һәм Дмитрий Константинович) була, улар һуңынан атып үлтерелә. Ҡыҙыл террор йылдарында (1917—1921) Петропавловский ҡәлғәһе биләмәһенә Головкин бастионы районында ҡәлғә диуары һәм Кронверк боғаҙы араһында атыуҙар үткәрелә. 2007 йылда ҡәлғә территорияһында Ҡыҙыл террор ҡорбандарының күппәп ерләнгән урыны асыҡлана.
1924 йылда төрмәгә музей булып ҡала
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Яңғыҙ камераның дөйөм күренеше
-
Төрмәлә коридор, камералар асыҡ
-
Төрмә старостаһы
-
Төрмә камераһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимапия
- История тюрьмы Трубецкого бастиона. 1872—1921
- ПЕТРОПАВЛОВСКАЯ КРЕПОСТЬ (1871—1900 ГОДЫ).ТРУБЕЦКОЙ БАСТИОН
- Тюрьма Трубецкого бастиона
- Фотогалерея
- Страница история тюрьмы Трубецкого бастиона на сайте Музея истории Санкт-Петербурга
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеевский равелин Петропавловской крепости