Эстәлеккә күсергә

Труновтың утар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Труновтың утар йорто
ХХ быуаттың утар йорто JPG
Был утар йорто ХХ быуат башында мещан Георгий Труновтың милке булған
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Темерницкая урамы, 13
Нигеҙләнгән XIX быуат аҙағы - XX быуат башы
Статус төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты
Бөгөнгө хәле уртаса

Трунов утар йорто — Дондағы Ростов ҡалаһындағы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Заманса адресы: Темерницкий урамы, 13[1].

1880-се йылдарҙа хәҙерге Дондағы Ростовтың иҫтәлекле Трунов йорто урынының адресы Темерницкая урамы, 33 -cө һанлы йорт булған. Йорт торған ерҙең һәм ундағы ҡоролмаларҙың хужаһы Нахичеванда шарап һатыу менән шөғөлләнгән Еремей Айвазов була. 1888 йылдан алып ул йорт мещан Георгий Трунов милкенә күсә. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында йорттоң адресы — Темерницкая урамы, 37 булған. Яҡынса ошо ваҡытта утар йортона әйләнгән. Уның киң ишек алдында ике ҡатлы ҡалай оҫтаханаһы — Георгий Труновтың табыш сығанаҡтарының береһе — һыя. 1907 йылда утар йортоноң хужаһы булып уның ҡустыһы Иван Васильевич Трунов тора. Бер нисә йылдан ул йортто Дондағы Ростов ҡала йәмәғәт банкына 2,5 мең һум ссуда алыу өсөн аманатлыҡҡа бирә .

1914 йылдың йәй башында Трунов утар йортон Евдокия Рудудухина 5000 һумға һатып ала. Евдокия Рудухина Дон өлкәһе Черкасск округы Аҡсай станицаһы казағының ҡатыны була. Йорттоң майҙаны 32,25 сажин тәшкил иткән. 1920-се йылдарҙа йорт хөкүмәткә күсә. Йорттоң хужабикәһе Мәскәү урамына ҡуртымға алынған фатирға күсергә мәжбүр ителә. Уның бер нисә тапҡыр йортто уға ҡайтарыуҙарын һорауына ҡарамаҫтан, йорт элккесә хөкүмәт ҡарамағында ҡала. XXI быуатта бында адвокаттар кабинеттары урынлаша[2].