Тураташ
Тураташ | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 828,2 м |
Урынлашыуы | |
55°33′42″ с. ш. 59°47′58″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Южный Урал |
Тураташ, Тораташ, Тараташ — Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа районындағы тау.[1]
Тура баҫып торған таш -диуар.Бейеклеге — 829,2 м. Тау бабайына оҡшап торған ғәжәйеп формалағы ҡаяташ ҡалдығы.
Риүәйәт буйынса был үҙһүҙле башҡорт ҡыҙының ташҡа әйләнгән һыны. Ҡәйнәһе һыу алып килергә ҡушҡас, килене киткән дә һәм бик оҙаҡ әйләнеп ҡайтмаған Ҡәйнәһе көтөп арығас, йәне көйөп"Шул тауҙа ҡатып ҡал",-тигән. Был ваҡытта килене тау түбәһенә һыу менән күтәрелеп килгән булған һәм тураташҡа әйләнгән дә ҡуйған. Оҙаҡ йылдар йөҙө бер ҙә үҙгәрмәйенсә көйәнтәле ҡыҙ тораташ булып баҫып торған. Һуңыраҡ, кешеләр ерҙе трактор менән һөрә башлағас, ул ташты алып ташлаған.
Тауҙа боронғо башҡорт ҡәлғәһе ҡалдыҡтары һаҡланған, шул уҡ ваҡытта тау башҡорттарҙың изге урыны булып һанала.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге иҫәпләүҙәр буйынса Тураташты барлыҡҡа килтергән тау тоҡомдарының йәше 2,6 млрд. йыл. Ландкартала (1742) был түбә Кара-Таш атамаһы менән тора. «Тураташ» оронимы әйтелештә төрлө формаларҙа осрай: Тура-Таш, Тара-Таш, Тыра-Таш, Ҡураташ. Топонимист Н. И. Шувалов раҫлауынса, «Тураташ» һүҙе башҡорт телендәге «тура» («текә», «тура», «бейек», «аҫмалы таш», «аҫма», «үрә») һәм таш һүҙҙәренән яһалған
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау Арша тәбиғи заказнигы биләмәһендә, Оло Арша йылғаһының үрге ағымында, Ҡуҫа йылғаһының тамағынан көнбайышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта, Александровка ауылынан һәм Ҡәләм (Карандаш) тауынан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Аҫылынып торған түбәһен ылыҫлы тоҡом ағастарынан торған урман массивы уратып алған. Тауҙар составында тимер булған ҡара һәм һоро төҫтәге кварциттарҙан һәм израндит тигән магматик тау тоҡомдарынан тора.19-20 быуаттарҙа тауҙар тирәһендә тимер мәғдәндәрен ятҡылыҡтары асыла.Билдәле рус геологы И. В. Мушкетов бында ҙур ғына диориттар ятҡылығы булыуын асыҡлай. Түбәгә яҡыныраҡ диориттар эпидозитлы диорит менән алмашына.
Заказниктың майҙаны 17459 гектар. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 76,42 саҡрым тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [chel-portal.ru/enc/taratash Гора Тараташ] . chel-portal.ru. Дата обращения: 29 ғинуар 2018.