Турат (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Турат
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Турат (рус. Турат, Турайка, Турай-гора) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы (хәҙерге Ҡыуандыҡ ҡала округы) тау.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турат тауы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округында 1990 йылда юҡҡа сыҡҡан Имәнле-Покровка ауылы эргәһендәге тау. Тау ауылдан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл атамаһына Имәнле ҡушымтаһы юҡҡа ғына бирелмәгән — ул ошо йылға буйында урынлашҡан булған. Тау ҙа Имәнле йылғаһы буйында. Үҙ сиратында йылғаға атамаһы ярҙарындағы имәнлектәргә күрә бирелгән[1].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау атамаһының килеп сығышын Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников яҙып алған. Уның «Кувандыкский край в географических названиях» тигән китабында ошондай риүәйәт килтерелә: башҡорт ауылында бер ярлы егеттең Турат ҡушаматлы шәп аты булған. Атҡа ҡыҙығыусылар күп булған, бер мәл егет, эҙәрлекләүсе дошмандарҙан ҡасып, ошо бейек тауға сабып менеп киткән. Тау итәгенә, Имәнле йылғаһының башына төшөргә ниәтләнгән, мәгәр текә ҡаянан аты менән ҡолап төшөп һәләк булған. Уларҙың иҫтәлегенә бағышлап тауға Турат исеме бирелгән[2]

Билдәле булыуынса, Имәнле-Покровка ауылы 1884 йылда Орск өйәҙе Үҫәргән улусы ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, беренсе булып күсеп килеүселәр Преображенск заводының иҫке дин тотоусылар, икенселәре буйынса Воронеж һәм Харьков губерналарынан күсеп килгән урыҫтар һәм украиндар булған.[3]. Тимәк, егет икенсе бер ауылдан сабып килгән.

Турат атамаһы башҡорт телендәге туры һәм ат һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, тип яҙа С. М. Стрельников.

Башҡорт теленең һүҙлегендә туры һүҙе былай тип аңлатыла: Ҡараһыу ҡыҙыл, ял-ҡойроғо ҡара (йылҡы төҫөнә ҡарата)[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. Краевед Оренбуржья. Издательство С. М. Стрельникова (1994).
  2. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
  3. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. Краевед Оренбуржья. Издательство С. М. Стрельникова (1994).
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 416-сы бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 416-сы бит