Туҡыусы
Туҡыусы — ҡулдан туҡыма туҡыған, йорт кәсепселеге менән шөғөлләнгән кеше. Туҡыусылыҡ кәсепселеге Башҡортостандың төрлө төбәгендә: көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында үҫешкән.
Туҡыусылар ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡыусылар шаршауҙар, ашъяулыҡтар, таҫтамалдар йәки hөлгөләр, кәрәгә ябыуҙар, намаҙлыҡтар, келәм — балаҫтар, байрам кейеме өсөн биҙәкле киндер һуҡҡан. Сеймал сифатында үҫемлек (кесерткән, киндер йәки тарма, етен) сүстәре, һарыҡ йөнө һәм кәзә дебете файҙаланыла; XIX быуат аҙағында — XX быуат башында кизе-мамыҡ (киже) ептәр тарала. Өй шарттарында төрлө үҫемлектәрҙең ҡыҙыл тамыр йәки бөрмәкәй, һыйыр теле, көкөрт үләне төҫөнә буяп, еп етештергәндәр. XIX быуаттың 2-се яртыһынан башлап предприятиелар етештергән әҙер буяуҙар ҡулланылған, төҫтәр гаммаһы тағы ла байый төшкән.
Келәм, балаҫтарҙың биҙәгенә иғтибар итһәң, был ижад башҡорттарға һынлы сәнғәттә нимә лә булһа һынландырыу мөмкинлеен биргән. Башҡорттар, мосолман булғанлыҡтан, ислам дине тыйған кеше һәм йәнлек һындарын һүрәтләү мөмкилегенә эйә булмаған.
Келәмдәр, балаҫтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Келәмдәр Урал алды һәм көнсығыш Урал аръяғында таралған.
Башҡорт келәмдәре күп төрлө. Келәм һәм балаҫтарҙы башлыса йөндән һуғалар.
Өбөрөлө келәм һуҡҡанда буй епкә төҫлө йөн епте төйнәп бәйләгәндәр, остарын, биҙәк яһап, уң яҡҡа сығарып ҡалдырғандар. Келәмгә эре геометрик йәки сәскә-үҫемлек биҙәктәре, уларҙың уртаһына вағыраҡ элементтар (ромб, өсмөйөш, алтымөйөш, һигеҙ ҡырлы йондоҙ, квадрат, тешле һыҙаттар, ҡыя һыҙыҡтар, шыршылар, мөгөҙҙәр, «оя») төшөрөлгән, ситтәре тешле, кәкерсәкле һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Тотош ромб рәүешендәге биҙәк менән ҡапланған келәмдәр осраған.
Көндәлек кейем һәм әйберҙәр өсөн сыбар туҡыма — буй йә шаҡмаҡ һүрәтле төҫлө киндер һуғылған. Йорт эсен йыһазландырыу маҡсатында аҫалы биҙәкле туҡыу төрө ҡулланылған.
Бындай техникала ашъяулыҡтар һәм шаршауҙар, һирәгерәк — ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре туҡылған. Күп ремизлы йәки күтәреүле туҡымалар ике төрлө: ҡыҙыл һәм күк йәки ҡыҙыл йәки ҡара ептән етештерелгән. XIX быуат урталарынан фабрика туҡымалары ҡулдан һуғылғантуҡымаларҙы ҡыҫырыҡлап сығара башлаған. Халыҡтың мәҙәниәте һәм көнкүреше менән тығыҙ бәйләнгән биҙәү ҡулланма туҡыусылығы замана һынауҙарына бирешмәй, яңы һулыш ала һәм был йүнәлештәге кәсепселекте үҫтерә.
XX быуаттың икенсе яртыһында һуғылған балаҫтарҙа ал, зәңгәр, күксин, күк, шәмәхә, ал ҡыҙыл йәки һандал төҫтәр барлыҡҡа килә.
Келәмде традицион интерьерҙа ҡулланғандар: уны тирмә йәки йорт стенаһына элгәндәр, урындыҡҡа йәки һикегә, иҙәнгә түшәгәндәр. Аҫалы балаҫтар бирнәгә ингән. Был һөнәр хужалыҡта һарыҡсылыҡ өҫтөнлөк иткән төбәктәрҙә таралған.
Балаҫ туҡыу йәғни һуғыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡыу станогы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал алды туҡыу станогы йәки урыназас һүрәтен 1958 йылда рәссам Г. И. Мөхәмәтшин Ейәнсура районы Ибрай ауылында төшөргән: иҙәнгә беркетелгән бурса ҡыҫанға борғоса өсөн бағаналар һәм нигеҙҙең буш өлөшөн ҡуйыу өсөн таяҡ нығытылған. Көрөҫ иҙәнгә һәм түшәмгә нығытылған бағаналар араһында урынлаштырылған арҡыры ағас араһына ырғаҡта аҫылынып тора. Йоҡа тар таҡта аша һапланған ҡамыртараҡ һуҙылған нигеҙҙә иркен ята. Ике аяҡ баҫҡысы ярҙамында һуғыла. Шулай итеп, ҡыҫан туҡыу кәрәк-ярағын ҡуйғанда терәү хеҙмәтен үтәй.
Балаҫ һуғыу станогында тирүгә, көрөҫ, борғоса, тараҡ, һоҫа тип аталған өлөштәр бар. Балаҫ һуғыу станогы үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы.
Балаҫ һуғырға әҙерлек
Төп проблема -еп табыуы. 40-лы еп кенә ярамай, ҡалынырағы кәрәк. Балаҫ өсөн кәрәкле епте алдан хәстәрләйҙәр. Тәүҙә һарыҡ йөнөн иләргә, һуңынан буярға кәрәк.
Эркет ҡайнатып, уға тейешле буяуҙар һалаһың («эркет» тип ҡорот һыуын әйтәләр). Тәүҙә аҡ йөн иләнә. Ҡара еренә ҡара йөн әҙерләнә.
Йөн өсөн буяу һатып алаһың, улар һирәк осрай хәҙер. Ҡайнаған эркеткә, мәҫәлән, йәшел буяу һалаһың. Һуңынан аҡ йөндө аяҡлы көйө (уралған, оҙон көйө) ошонда төшөрәһең. Матур итеп аяҡлана инде.
Шунан уны, эркете-ние менән, алып ташлайһың да, яңы эркеткә ҡыҙылын һалаһың. Ҡорот һыуы ҡайнап торорға тейеш. Буяуҙы кәрәк саҡлы һалаһың.
Һарыһы кәрәк икән, тағы ҡыҙылын түгәһең. Яңы эркеткә һарыһын һалып, аҡ йөндө төшөрәһең.
Шулай итеп, һәр төҫтө айырым, ҡаҙанда ҡайнаған ҡорот һыуына һалаһың. Тегендәй-бындай буяу ярамай, йөн буяуы кәрәк. Ҡара йөн дә бик ҡара булмай, уныһы ла шул ысул менән буяла.
Епте станокка һалыу
Әйбер һуғыу алдынан еп әҙерләр кәрәк, «еп оҙатыу» тип атала: стенаға сөйҙәр ҡағып сығаһың, шуларға епте тарттыраһың. Әйтәйек, йөндө биш еп аша үткәрергә кәрәк икән, биш рәт сөйгә һуҙаһың. Еп оҙатҡандан һуң, ошо епте тараҡтан, көрөҫтән сығараһың. Ул ептәрҙе стенаға һуҙғас, станокка һалаһың. Аҫылыныбыраҡ, һалынып торорға тейеш. Ошолар аша биҙәгенә ҡарап йөн үткәрәһең. Сиратлаштырып: береһе — аҫтан, икенсеһе өҫтән үткәрелә. Тараҡ менән тарап, йөндө ҡыҫып ҡуялар. Артынан килгән еп йөндө ҡаплай. Артабан шулай дауам итәһең.
Тараҡта нисә күҙ бар шунса еп булырға тейеш, ҡалған ептәр тороп ҡала.
Балаҫ һуғыу
Береһе — ептең аҫтан, икенсеһе өҫтән үтә. Аяҡ менән баҫып көрөҫтәрҙе алыштырап бараһың. Тараҡ менән тарап, йөндө ҡыҫып ҡуялар. Артынан килгән еп йөндө ҡаплай. Артабан шулай дауам итәһең.
Буласаҡ биҙәк урынын күҙ алдына килтерәһең дә, ептәр аша кәрәк төҫлө йөндәрҙе үткәрәһең. Таныш биҙәктәрҙе — күҙ үлсәме менән, ә яңыларын һүрәтенә ҡарап эшләйһең.
Иҙәнгә йәйелгән балаҫ алты иңдән тора. «Иң» тип станокка һыйышлы эшләнгән бер буйҙы әйтәләр. Шуларҙы бергә ҡушып, әлеге иҙәндәге балаҫҡа алты иң эшләнгән, һәр береһенә туғыҙ биҙәк һалынған.
Һәр нәмәне иҫәпләп барырға, яңылышмаҫҡа кәрәк: йөндөң ҡайһыһын нисек үткәрергә, биҙәген боҙорға ярамай.
Кәсепселек баҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ручное ткачество: технология изготовления башкирских паласов
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964;
- Янбухтина А. Г. Предметы узорного ткачества //Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа, 1993.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Орнамент» тапшырыуы. Архангель районы Орловка ауылында Әнисә Сәйфетдинова Ҡул туҡыусылығы клубын етәкләй. 2013 йыл
- БСТ «Ҙур ғаиләнең оло сәйәхәте» тапшырыуы, 2019 йыл. Туҡыусылар ярышы
- Башҡортостан энциклопедияһы. Туҡыусылыҡ
- Ҡул туҡыусылығы
- Һуңғы ептәр. Башҡорт балаҫ һуғыуы һәм кем уны һаҡлай
- Башҡорт балаҫы (тикшереү эше)
- Туҡыусылыҡ һәм ҡул эштәре ҡоралдары 2020 йыл 3 февраль архивланған.
- Балаҫ һуғыу. Бөрйән районы. Иҫке Собханғол(недоступная ссылка)