Түбәнге Лапаҫ
Түбәнге Лапаҫ (башҡ. Түбәнге Лапаҫ) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының бөтөрөлгән ауылы. Юҡҡа сығарылған йылға ҡарата Арыҫлан ауыл советы составына инә. Башҡорттар йәшәгән (1959, 1972).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 37 километрҙа һәм тимер юлдан, Һилейә станцияһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта, Әй йылғаһы буйында урынлашҡан.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы (1972 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса) :
- район үҙәге (Үрге Ҡыйғы): 37 км,
- ауыл советы үҙәге (Арыҫлан): 12 км,
- яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 30 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға XIX быуат аҙағында Ҡолбаҡ ауылын 2 тораҡ пунктҡа: Үрге һәм Түбәнге Лапаҫҡа, бүлгәндән һуң нигеҙ һалына
1950-се йылдар аҙағына тиклем Аҫылғужа ауыл советы составына ингән.
1980-се йылдар уртаһына тиклем йәшәй.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1896 һәм 1906 йылдарҙа 114 кеше иҫәпләнә, 1920 йылда — 218 ( Үрге Лапаҫ ауылы халҡы менән бергә иҫәпкә алынған), 1939 —180, 1959—125, 1969 —125 кешен йәшәгән.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғи ыҙанда йәки өйкөмдә боронғо (йәше яҡынса 5 мең йыл) ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт ҡомартҡыһы—Үрге Лапаҫ яҙыуы урынлашҡан.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Кириллова, П. Ф. Максимов, М. Х. Мусин; отв. ред. Б. А. Абдрахманов]. — 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — С. 190. — 386, [2] с.