Түбәнге Үтәғол
Түбәнге Үтәғол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы |
Түбәнге Үтәғол (рус. Нижнеутягулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Үтәғол ауылы Ҡыуандыҡ ҡала округында Һаҡмар йылғаһы буйында, үҫәргән ырыуы башҡорттары ауылы Ибраһимдан 14 км үрҙәрәк урынлашҡан. Унан 5 км үрҙәрәк Үрге Үтәғол ауылы булған. Икеһе лә Үтәғол исемле булғанға, береһен Үрге, икенсеһен Түбәнге тип ҡушып атап йөрөткәндәр. Ауыл янынан Һаҡмар йылғаһының[1] һул ҡушылдығы Ағып төшкән йылғаһы ағып ятҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, 1871 йылғы картала рус. Утягулова Верхняя һәм рус. Утягулова Нижняя тип билдәләнгән, шул ваҡыттағы исемлектәрҙә иһә Үтәғол тигән бер генә атама күренә. Ике ауыл да 1980-се йылдарҙа юҡҡа сыға.
Риүәйәт ителеүенсә, Үрге Үтәғол Түбәнгеһенән айырылып сығып, ауыл барлыҡҡа килтергән. Башта Ҡәҙер тигән ҡарт күсенгән, унан ике ауылда Ҡәҙерғоловтар киткән, имештер. Ауыл да халыҡ телендә рәсми булмаған Ҡәҙер ауылы тип йөрөтөлгән, тиҙәр. Һуңғараҡ улар янына Үтәғоловтар күсенгән һәм ауыл да Үтәғол атамаһы алған[2]
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Түбәнге Үтәғол һәм унан арыраҡ урынлашҡан Үрге Үтәғол ауылдары араһынан аҡҡан Һаҡмар йылғаһының уң һәм һул ярҙарында яланғас ҡаялар теҙелеп киткән. Улар Үтәғол свитаһы стратотибына ҡарай һәм вулкан-ултырма тау тоҡомдарынан тора, йәғни Үтәғол исеме геологик термин — свита атамаһына ла инеп киткән[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың атамаһы Үтәғол тигән башҡорт андронимынан алынған, тип яҙа С. М. Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында.[4]
Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә андронимдың аңлатмаһы: Үтәғол — үтә+ҡол тигән һүҙҙәрҙән алынған, теләк үтәлгән тигәнде белдерә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Кувандыкский район//Краевед Оренбуржья
- ↑ В речи башкир — Утягул, Тубэнге Утягул (то есть «Нижний Утягул»). В 5 км выше по реке находилась д. Верхнеутягулово, в соотношении с ней и появилось в топониме определение «Нижне-» (из «Нижнее»). На карте 1871 г. — Утягулова Верхняя и Утягулова Нижняя, в списках того же времени — д. Утягулова. Селения прекратили свое существование в 1980-х годах. Навание дано по башкирском у личному мужскому имени Утягул. По преданию, Верхнеутягулово является выселком из д. Нижнеутягулово. Вначале здесь жил старик по имени Кадыр (от него якобы фамилии Кадыровы, Кадыргуловы в этих деревнях) и селение будто бы носило неофициальное наименование Кадыр-ауыл («Деревня Кадыра»). Позже сюда переселились Утягуловы. — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 107-се бит
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 72-се бит
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.