Тәртешкә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тәртешкә

Тәртешкә — аш-һыу әҙерләү ҡоралы, тимерҙән йәки утҡа бирешмәй торған башҡа берәй материалдан эшләнелгән ҡулайлама.

Мейестә йә сыуалда янған күмерҙе тартыу, торонбаш ҡағаштырыу өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә осо тура мөйөшләп, яҫмаҡлап тапап бөгөлгән тимер таяҡтан эшләйҙәр. Болғауыс, киҫәү ағасы тигән атамаһы ла бар. Киҫәү ағасы — һабы ағастан эшләнә, һап өлөшө көпшәләп тимерҙән эшләнгән ырғаҡҡа кейҙерәләр. Урыҫ халҡында тәртешкәгә ҡыҫтырып сыраҡ та яндырғандар.

«Тәртешкә» мыҫҡыл һүҙе булараҡ та ҡулланылған: тәртешкә аяҡ. Һәлкәүерәк кешене тәртешкә йотҡан тип тә мыҫҡыллағандар. Тәртешкәңде ал — аяғыңды ал.

Бөгөнгө ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәртешкә бөгөнгәсә ҡулланыла, уны ҡала йорттарында ла күрергә мөмкин, сөнки сыуал (камин) көнкүрештә модаға инде. Тәртешкәне матурлап, төрлөсә һырлап, биҙәкләп, интерьерҙың бер биҙәге итеп тә ҡулланалар.[1]

Тәртешкә әҙәбиәттә һәм мифологияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

« Һоҙғаҡҡа тәртешкә менән һуғып, бүре ҡыуған булабыҙ — үҙебеҙ ҡурҡабыҙ.
Нажия Игеҙйәнова, "Саша","Башҡортостан ҡыҙы" )
»
« мифологизированный предмет; участвует в отгонной магии
Ф.Ғ.Хисаметдинова: Тәртешкә. Кочерга )
»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка[2].
  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге — Мәскәү, 1993, 2-се том. — 449 б.
  • Игеҙйәнова Н. Саша — Башҡортостан ҡыҙы 2010, № 12,

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]