Эстәлеккә күсергә

Тәүге йәнлектәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәүге йәнлектәр

Утконос

Ехидна
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Prototheria Gill, 1872

Отряд

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Бөтә имеҙеүсе хайуандар ҙа балаларын һөт имеҙеп үҫтерә. Һөттә организм үҫеше өсөн кәрәкле бөтә матдәләр ҙә була һәм ул бик яҡшы үҙләштерелә.

Үрсеү һәм үҫеш үҙенсәлектәренә бәйле рәүештә, имеҙеүселәр өс төркөмгә бүленә:

  • Йомортҡа һалыусылар (лат. Monotremata), Тәүге йәнлектәр аҫкласы;
  • Муҡсалылар(лат. Marsupialia), Ысын йәнлектәр аҫкласы;
  • Плаценталылар(лат. Placentalia, placenta ‘плацента’һүҙенән), Ысын йәнлектәр аҫкласы.

Тәүге йәнлектәр (лат. Prototheria) — иң ябай имеҙеүселәр. Үҙҙәрендә имеҙеүсе һәм һөйрәлеселәр билдәләрен берләштергән аҫкласс. Был төркөмгә бер генә инфракласс — клоакалылар ғына ҡарай.

Ер-һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштарҙағы кеүек үк, уларҙың да эсәклек, бәүел һәм енес юлдары клоакаға асыла. Шуға ла, бөгөнгө көндә йәшәп ятҡан төрҙәрен Бер тишеклеләр, йәки Йомортҡа һалыусылар (лат. Monotremata) отрядына индерәләр.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дөйөм төрҙәр һаны — 5. Ике ғаиләгә ҡарайҙар.
  • Вәкилдәре: өйрәктомшоҡ, ехидна, 3 төр проехидна.
  • Таралыуы: Австралия, Тасмания, Яңы Гвинея.

Ваҡ умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар.

Төҙөлөш үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йомортҡа һалып (өйрәктомшоҡтың йомортҡаһы 20 мм тирәһе диаметрлы) үрсейҙәр.
  • Эсәклек, бәүел һәм енес юлдары клоакаға асыла.
  • Имсәктәре юҡ. Һөт биҙҙәре һөттө тир һымаҡ бүлеп сығара. Балаһы һөттө ялап туҡлана.
  • Алғы ослоҡтар билбауында ҡарға һөйәктәре бар.
  • Тән температуралары 26 — 34°С тирәһендә тирбәлә.
  • Хәрәкәтсән ирендәре юҡ. Яңаҡтары мөгөҙ көп менән көпләнгән суҡыш.
  • Ехиднаның үрсеү мәлендә муҡсаһы хасил була. Йомортҡаһын шул муҡсаға һала.

Өйрәктомшоҡтоң йәшәү рәүеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйрәктомшоҡ — бәләкәйерәк хайуан (ҡойроғо менән бергә 60 см самаһы оҙонлоҡта). Башының алғы өлөшө мөгөҙ матдә менән ҡапланған. Киң суҡыш кеүек оҙонайып өйрәк суҡышына оҡшап тора.

Өйрәктомшоҡ йылғаларҙың яр буйҙарында йәшәй. Күберәк ваҡытын һыуҙа үткәрә. Суҡышы менән һыу төбөндәге ләмдә соҡсоноп, ул моллюскеләрҙе, селәүсендәрҙе, бөжәктәрҙең личинкаларын ҡаҙып алып ашай.

Оло өйрәктомшоҡтоң тештәре булмай. Бала саҡта был хайуандың тештәре була. Һуңынан улар урынына мөгөҙ матдәнән пластинкалар үҫә. Өйрәктомшоҡ улар менән моллюскеләрҙең ҡабырсаҡтарын бик еңел иҙә.

Өйрәктомшоҡтың бармаҡтары араһында йөҙөү ярыһы була. Шуға ла, аяҡтары менән ишеп, бик яҡшы йөҙә. Йәлпәк киң ҡойроғо уға руль хеҙмәтен үтәй.

Өйрәктомшоҡтоң ҡара көрән йөнө ныҡ ҡуйы була. Уға һыу ҙа үтмәй һәм хайуан һыуҙан яр буйына ҡоп-ҡоро килеш сыға.

Уның ҡолаҡ япраҡтары юҡ. Ҡолаҡ тишектәре һыуға сумғанда йомола. Хайуандың төҙөлөшөндәге ошо үҙенсәлектәр һыуға сумып аҙыҡ эҙләү өсөн яраҡлашыу булып тора.

Өйрәктомшоҡтоң үрсеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйрәктомшоҡ яр буйында ҡаҙылған, ләкин һыу аҫтына сығыу юлы ла булған өңөндә оя яһай. Уға үҙенең йөнөн түшәй.

Инә өйрәктомшоҡ бында бәләкәй генә ике йомортҡа һала һәм уларҙы баҫып ултыра (9-10 тәүлек тирәһе).

Был хайуандың йомортҡалары тире ҡабыҡлы булып, һөйрәлеүселәр йомортҡаһына оҡшаған.

Йомортҡаларҙан үҫешеп етмәгән, яланғас тәнле, һуҡыр балалар сыға. Инә өйрәктомшоҡ уларҙы һөт имеҙеп үҫтерә.

Өйрәктомшоҡтоң һөт биҙҙәренең төҙөлөшө бик ябай. Уның имсәктәре булмай. Һөтө бик күп тишектәрҙән тир һымаҡ бүленеп сыға. Инә өйрәктомшоҡ, балаларын имеҙгән ваҡытта, салҡан ята. Балалары уның ҡорһағына үрмәләп менәләр һәм суҡыштары менән инәләренең һөтөн ялайҙар.

Өйрәктомшоҡтоң балалары үҫеп еткәс, улар ояларынан китәләр һәм инәләре менән бергә һыуға сығып йөрөй башлайҙар.

Ехидналар ҡоро ерҙә йәшәүҙәр. 40 см самаһы оҙонлоҡтағы хайуандар.

Тышҡы күренеше менән бик оҙон энәле терпеләрҙе хәтерләтә. Сөнки тәндәре сәнскәк энәләр менән ҡапланған.

Ехиднаның ослайып торған нәҙек томшоғо мөгөҙ матдәнән тороусы көп менән ҡапланған. Томшоғоның осонда бәләкәй ауыҙы урынлашҡан.

Ехиднаның бармаҡтарында оҙон ялпаҡ тырнаҡтар бар. Улар менән ҡырмыҫҡаларҙы эләктереп алыу өсөн, ҡырмыҫҡа иләүен тырнап емерә.

Үҙенең көслө аяҡтары менән ехидна аҫтарында бөжәктәр һәм ямғыр селәүсендәре йәшеренеп торған таштарҙы урынынан ҡуҙғата.

Ехидналар ҙа йомортҡа һала, әммә уларҙы баҫмай, ә ҡорһаҡтарындағы муҡсала йөрөтә.

Өйрәктомшоҡтағы кеүек, ехидна балалары ла уның бөтә ҡорһағы өҫтөнән бүленеп сыҡҡан һөттө ялай.

Хәҙерге төрҙәрен классификациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0

Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990

  • Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
  • Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
  • Богданова Т. Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т. Л. — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.