Төмән дәүләт мәҙәниәт институты
Төмән дәүләт мәҙәниәт институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1991 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Төмән |
Рәсми сайт | tumgik.ru |
Төмән дәүләт мәҙәниәт институты (Төмән дәүләт мәҙәниәт, сәнғәт һәм социаль технологиялар академияһы) — Төмәндә урынлашҡан мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге юғары белем биреү учреждениеһы. Уҡыу йортоноң тулы атамаһы: «Төмән дәүләт мәҙәниәт институты» юғары дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы.
1991 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтының Төмән филиалында булдырылған. Ойоштороусыһы: Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1983 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтының уҡыу-консультация филиалы ойошторола, 200 кеше ҡабул ителә. 1986 йылда һәйбәт үҫешкән уҡыу йортонда өс кафедра булдырыла: Ммҙәни-ағартыу эштәре, йәмәғәт фәндәре, китапхана ғилеме һәм библиография[1].
1991 йылдың 18 ғинуарында Силәбе институтының ғәмәлдәге филиалы базаһында Төмән дәүләт мәҙәниәт институты ойошторола.
2006 йылда Заболотный Евгений Борисович институт ректоры булып китә.
2007 йылда юғары уҡыу йорто академия статусын ала (ТГАКИ)[2].
2008 йылда юғары уҡыу йорто урта һөнәри белем биреү программаларын алып барыуға лицензия ала. Төмән сәнғәт колледжы академия составына инә[1].
2009 йылдың 9 декабрендә Академия «Төмән дәүләт мәҙәниәт, сәнғәт һәм социаль технологиялар академияһы» итеп үҙгәртелә.
Заболотный Е. Б. ректор булып эшләгән осорҙа академия структураһына түбәндәгеләр инә:
- Сервис һәм социаль-мәҙәни коммуникациялар институты; Музыка, театр һәм хореография институты; Һынлы сәнғәт һәм музей технологиялары институты;
- Архитектура, дизайн һәм визуаль сәнғәт институты; Интеллектуаль ресурстар һәм мәғлүмәт технологиялары институты;
- Төбәк социумы ғилми-тикшеренеү институты; Сәнғәт колледжы; Балалар сәнғәт мәктәбе[3].
2015 йылда Төмән архитектура, дизайн һәм визуаль сәнғәт институты һәм ТГАКИ музей технологиялары институты менән ҡушылдырыла. Архитектура, дизайн һәм визуаль сәнғәт институты 2010 йылда Урал дәүләт архитектура-художество академияһының Төмән филиалы һәм Төмән сәнғәт колледжының дизайн бүлеге (1974 йылда нигеҙ һалынған) нигеҙендә ойошторола. Хәҙер ул дизайн, визуаль сәнғәт һәм архитектура факультеты.[4].
2015 йылда юғары белем биреү академияһы үҙгәртеп ҡороу барышында Төмән дәүләт мәҙәниәт институтына үҙгәртелә. Академия составына ингән институттар факультеттар тип үҙгәртелә.
Факультеттар һәм уҡыу йорттары. Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Музыка, театр һәм хореография факультеты (Республика урамы, 2-се йорт)
- Дизайн, визуаль сәнғәт һәм архитектура факультеты (Карская урамы, 38-се йорт; Пароход урамы, 27-се йорт)
- Социаль-мәҙәни технологиялар факультеты (Республика урамы, 19) Сәнғәт колледжы (Республика урамы, 152-се йорт)[5]
- Балалар сәнғәт мәктәбе (Республика урамы, 152-се йорт)
Юғары уҡыу йорто ҡалала бер нисә бинала урынлашҡан, ятағы юҡ.
Ректорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заболотный Евгений Борисович (2006 йылдан 2010 йылға тиклем)
- Ректор вазифаһын башҡарыусы Омельченко Игорь Николаевич (2019 йыл)