Төньяҡ Медведково

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ Медведково
Флаг[d]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү[2]
Халыҡ һаны 127 451 кеше (1 ғинуар 2018)[3]
Рәсми сайт smedvedkovo.ru
Карта
 Төньяҡ Медведково Викимилектә

Төньяҡ МедведковоМәскәүҙең Төньяҡ-Көнсығыш административ округында урынлашҡан административ район. Шулай уҡ Мәскәүҙә шул уҡ исемле ҡала эсендәге муниципаль берәмек.

Территорияһы һәм сиктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район Мәскәүҙең төньяҡ-көнсығышында, Төньяҡ-Көнсығыш административ округы составында урынлашҡан. Уның сиге ЛЭП-500 күсәре буйлап, артабан Мәскәү ҡалаһының ҡала һыҙаты буйлап (Мәскәү ҡулса автомобиль юлының тышҡы сиге, урамдарҙың һәм юлдарҙың бөтә транспорт сиселештәрен дә индереп), Яуза йылғаһы күсәре, Молодцов урамы, Поляр урамы, Чермянская урамы күсәрҙәре, Чермянка йылғаһы күсәре булап ЛЭП-500 тиклем үтә. Көньяҡта Көньяҡ Медведково районы, көнбайышта Бибирево районы, көнсығышта һәм көньяҡ — көнсығышта Лосиноостровский һәм Бабушкинский райондары менән сиктәш. Район сиктәрендә Өс йылға — Яуза, Чермянка һәм Козеевский шишмәһе аға.

Гербы һәм флагы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың гербы һәм флагы раҫлана һәм Мәскәү ҡалаһының Геральдик реестрына 2004 йылдың 28 октябрендә теркәлеү номеры менән индерелә. Герб Мәскәү формаһындағы зәңгәр ҡалҡандан ғибәрәт, флаг шул уҡ төҫтәге туҡыманан ғибәрәт, уның яҡтары нисбәте 2:3. Уларҙа һүрәтләнгән көмөш айыу һәм уның өҫтөндәге поляр йондоҙ муниципалитет исемен символлаштыра.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  3. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.