Төньяҡ Үләнде
Төньяҡ Үләнде | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Страна | |
Регион | Башҡортостан |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 406 м |
Оҙонлоғо | 2,2 км |
Киңлеге | 1,3 км |
Майҙаны | 3 км² |
Күләме | 4,8 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 3,5 м |
Уртаса тәрәнлек | 1,5 м |
РДҺР | 12010000211112200000422 |
Төньяҡ Үләнде — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәһендәге күл.
Мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күл Урал йылғаһы бассейынына ҡарай. Әбйәлил районы Үләнде ауылы янында ята. Күл өҫтө майҙаны 3,0 км², оҙонлоғо 2,2 км, уртаса киңлеге 1,3 км, уртаса тәрәнлеге 1,5 м (максималь — 3,5 м), һыу күләме 4,8 млн м³. Тымыҡ күл. Һыуы тоҙло. Һыуы ҡышын үтәнән үтәгә туңа.
Йылайыр свитаһының грауваккаларында һәм карбон габбродиабаздарында барлыҡҡа килгән; соҡоро табаҡ һымаҡ. Һыу кимәленә юғары тирбәлеү амплитудаһы хас. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк, көнсығыш һәм көнбайышы — ҡалҡыу. Ҡоролоҡ йылдарында һаҙлана.
Ландшафты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә‑яҡ ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан тора. Яр буйын күл ҡамышы, күрән, таръяпраҡ екән, ябай ҡамыш һ.б. менән ҡаплаған, күлдә ҡымыҙлыҡтар, йөҙөп йөрөгән һыу үләне, теҙмәяпраҡ һыу үләне һ.б. үҫә. Аҡбаш сыпҡай, көйөлдө, күл аҡсарлағы, сумғыс өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.