Эстәлеккә күсергә

Төркиәлә дәүләт түңкәрелеше (1980)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төркиәлә дәүләт түңкәрелеше
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Ваҡиға ваҡыты 12 сентябрь 1980

1980 йылда дәүләт түңкәрелеше, 1960 һәм 1971 йылдарҙағы түңкәрелештәрҙән һуң генераль штаб башлығы генерал Кенан Әврән ойошторған түңкәрелеш Төркиә тарихында өсөнсө булып тора.

1970 йылдар СССР һәм АҠШ араһындағы йәшерен һуғыш арҡаһында уң һәм һул хәрәкәттәр араһында ҡораллы конфликттар менән билдәләнә[1]. Хәл иткес ҡыҫылыуға сәбәп булдырыу өсөн, төрөк хәрбиҙәре был конфликттарға тоҡанып китеүгә мөмкинлек бирә[2][3], ҡайһы бер иҫкәрмәләр буйынса, хәрбиҙәр йәмәғәт фекерен формалаштырыу ысулын ҡуллана[4][5]. Һуңынан көс ҡулланыу туҡтатыла [6], ҡайһы берҙәре түңкәрелеште тәртип урынлаштырыу кеүек хуплап ҡаршы ала.

Киләһе өс йыл демократияны тергеҙгәнгә тиклем[7] төрөк ҡораллы көстәре Милли хәүефһеҙлек Своеты ярҙамында ил менән идара итә.

Түңкәрелеше һөҙөмтәһендә 250 алып 650 меңгә тиклем кеше ҡулға алына, 517 кеше үлем язаһына хөкөм ителә. «Ҡара исемлеккә» бөтәһе 1 миллион 683 мең кеше индерелә, 30 меңе сәйәси ҡасаҡ була. 23 677 йәмәғәт берекмәләре, беренсе сиратта коммунистик, левоцентрик һәм курд ойошмалары, шулай уҡ бөтә партиялар һәм профсоюздар тыйыла. Хөкөм алдына 400 журналист баҫа, улар дөйөм алғанда 3315 йыл ярым төрмәгә хөкөм ителә.

1975 йылда Бюлент Әджевит, социал-демократик Республика халыҡ партияһының рәйесе консерватив ғәҙеллек партияһының премьер-министры Сөләймән Демирелде алмаштыра (тур. Adalet Partisi, AP) Ул , Нәжметдин Әрбакандың Милли именлек партияһы (төр. Milliyetçi Cephe) һәм Алпарслан Тюркештың уң радикал Милли эш итеү партияһы(төр. Milliyetçi Hareket Partisi, MHP) менән коалиция ойоштора. MHP дәүләт именлеге хеҙмәтенә инеү өсөн мөмкинлектән файҙалана, был уҙышыусы төркөмдәр араһындағы һуғышты етди ҡатмарлаштыра[8].

1977 йылда ла һайлауҙарҙа еңеүсе булмай. Тәүҙә Демирель Милли фронт менән коалицияны хуплауын дауам итә. Ләкин 1978 йылда Әджәвит, бер партиянан икенсеһенә күсенеп йөрөгән депутаттар ярҙамы менән яңынан власҡа килә. 1979 Демирель тағы премьер-министр вазифаһын биләй. 1970 йылдар аҙағында Төркиәлә хәл тотороҡһоҙ була: хәл ителмәгән социаль һәм иҡтисади проблемалар эш ташлау акцияларын һәм сәйәсәттең партия фалижын тыуҙыра. (түңкәрелеш алдынан алты ай эсендә Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы президент һайлай алмай). 1968—1969 йылдарҙан килгән пропорциональ һайлау системаһы парламент күпселеген ойоштороуҙы ҡатмарлаштыра. Илдәге иң ҙур холдингтарға эйә булған эре сәнәғәтселәр мәнфәғәте башҡа, ваә сәнәғәтселәр, сауҙагәрҙәр, ауыл байҙары, алпауытта кеүек) социаль синыфтарҙың мәнфәғәттәре менән бәрелешә. Урта синыфтар талап иткән сәнәғәттең һәм ауыл хужалығы реформаларын башҡалар тыя[8]. Ошо ваҡыттан сәйәсмәндәрҙең илдәге артып барыусы көс ҡулланыуға ҡаршы тора алмаҫ кеүек күренә.

1970 йылдар аҙағында Төркиәлә сәйәси көс ҡулланыу тулҡыны ҡуба. 1970 йылда һәләк булыусыларҙың дөйөм һаны-5 мең менән баһалана, һәр көн тиҫтәгә яҡын кеше үлтерелә[8]. Сәйәси ойошмаларҙың күпселек ағзалары аяуһыҙ алышҡа йәлеп ителә. МНР йәштәр ойошмаһы ультранационалистик «Һоро бүре» ойошмаһы хәүефһеҙлек көстәренә ярҙам итәбеҙ тип белдерә[7]. Британияның Searchlight magazine журналы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1978 йылда милләтселәр 3319 һөжүм яһай, һөҙөмтәлә 831 еше үлтерелә, ә 3121 кеше яралана. Анкара үткәргән суд процестары барышында,хәрби түңкәрелеш алдынан Devrimci Yol ойошмаһына ҡаршы яҡлаусылар 5388 кеше үлтерелгән тип иҫәпләй. Ҡорбандар араһында 1296 уң һәм 2109 һулдар була. Ҡалған һәләк булғандарҙың ҡайһы партияға ҡарағанлығы билдәһеҙ ҡала[9]. Билдәлекте Таксим майҙанындағы ҡан ҡойош ала (35 ҡорбан), Бахчелиэвлерҙағы ҡырылыш (1977), ҡырып Кахраманмарашта ҡырылыш (1978) (100 ҡорбан). 1978 йылдың декабрендә Кахраманмарашта 14 провинцияла (һуңыраҡ 67 провинцияла) хәрби хәл иғлан ителә. Туранан-тура түңкәрелеш алдынан 20 провинцияла хәрби хәл иғлан ителә.

1979 йылдың июнендә Әджәвит Милли разведка ойошмаһынан Нури Гюндештан буласаҡ түңкәрелеш тураһында иҫкәртеү ала. Әджәвит эске эштәр министры Ирфан Озайдылыға хәбәр итә, ә тегенеһе үҙ сиратында, Седат Джеласунға — һуңыраҡ түңкәрелеште етәкләүсе биш генералдың береһенә еткерә. Һөҙөмтәлә Милли разведка ойошмаһы башлығы урынбаҫары Нихат Йылдыз Лондонда консулға тиклем вазифаһында түбәнәйтелә һәм үҙенең урынбаҫары менән алмаштырыла.

1979 йылдың 11 сентябрендә генерал Кенан Әврән генерал Хәйҙәр Салтыҡҡа түңкәрелеш үткәрергәме-юҡмы, әллә хөкүмәткә етди иҫкәртеү генә лә етәме тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Түңкәрелеште әҙерләүгә тәҡдим ителгән доклад ярты йыл алда төҙөлә һәм Әврәндың кабинетында сейфта йәшереп ҡуйыла. Әврән үҙе, түңкәрелеш тураһында Салтыҡтан тыш тик Нуретдин Эрсин ғына белә ине, тип хәбәр итә. Был Әврән яғынан алдау ғына була тип әйтелә, сөнки Салтыҡ һулдарға, ә Эрсин уңдарға яҡын тора. Шулай итеп түңкәрлешекә кире реакция сәйәсәи ойошмалар яғынан иҫкәртелә[3].

21 декабрҙә Хәрби академиянан генералдар эш итеү планы буйынса фекер алышыуға йыйыла. Түңкәрелеш өсөн 1970 йылдарҙың социаль конфликттарына һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа нөктә ҡуйыу кәрәклеге һылтау була. Генералдар президент Фәхри Ҡорутөрк аша Сөләймән Демирелгә һәм Бюлент Әджәвиткә меморандум ебәрергә ҡарар итә. 1980 йылдың 1 ғинуарында Төркиә ҡораллы көстәре генштабы начальнигы генерал Кенан Әврән һәм ғәскәрҙәр һәм жандармерия командующийыпрезидент Ф.Ҡорутөрккә килә һәм уға яҙма меморандум тапшыра, унда «илде хәефтәрҙән ҡотҡарыу һәм уны тупиктан сыҡарыу өсөн бөтә конституцион ойошмаларға берҙәмлек, теләктәшлек һәм үҙ-ара ярҙамға өлгәршергә» тигән саҡырыу була. Әгәр конституция органдары документта булған талаптарҙы үтәмәһә, «, армия республиканы опека һәм һаҡлау буйынса бурыстарын үтәйәсәк» тип әйтелә. Партия лидерҙары хатты бер аҙна һуңлатып ала.

1980 йылдың мартында яһалған икенсе докладта түңкәрелеште тиҙ арала үткәреү тәҡдим ителә, юғиһә һиҙгер түбән торған һиҙгер офицерҙар «эште үҙ ҡулына алыу» перспективаһына ҡыҙығып китерҙәр. Әврән Салтыҡ планына «Bayrak Harekâtı» («Флаг» операцияһы) исеме аҫтында тик ҙур булмаған төҙәтмә индерә[3].

Түңкәрелеште 1980 йылдың 11 июлендә үткәреү планлаштырыла, әммә ул 2 июлдә Демирель хөкүмәтенә ышаныс вотумында баш тартыуҙан һуң кисектерелә. 26 августа йыйылған Юғары хәрби советы (төр. Yüksek Askeri Şura), түңкәрелештең үткәреү датаһын 12 сентябргә тәҡдим итә.

1980 йылдың 7 сентябрендә Әврән һәм дүрт юғары командир (Эрсин Нуреддин, ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы, Тюмер Неят, Төркиәнең Хәрби-диңгеҙ көстәре баш командующийы, Тансин Шахинкай, Төркиәнең хәрби һауа көстәре баш командующийы, Джеласун Седат, жандармерия башлығы) хөкүмәтте алыштырыу тураһында ҡарар итә. 12 сентябрҙә Әврән етәкләгән Милли хәүефһеҙлек советы, милли телеканал буйынса дәүләт түңкәрелеше тураһында иғлан итә. Милли хәүефһеҙлек советы бөтә ил сиктәрендә хәрби положениены киңәйтә, Парламент һәм хөкүмәтте бөтөрә, ваҡытлыса Конституцияны туҡтата һәм сәйәси партия һәм профсоюздарҙы тыя. Улар түңкәрелеште Кемаль рухында иғлан итә: дәүләт секуляризмы һәм милләттәр берләшеүе, бынан алдағы түңкәрелештәр аҡланған кеүек һәм үҙҙәрен коммунизм, фашизм, сепаратизм һәм дини сектантлыҡҡа ҡаршы тороусылар тип күрһәтә[8].

Түңкәрелештең күрһәтмә эффекттарының береһе иҡтисадта сағыла. Түңкәрелеш алдынан иҡтисад коллапс сигендә була, аҡса осһоҙлана, киң масштаблы эшһеҙлек һәм сит ил сауҙаһының хроник дефициты була. 1980—1983 йылдарҙағы иҡтисади реформалар Турғут Озаглуға тапшырыла, ул 1980 йылдың 24 ғинуарынан Демирель администрацияһы үткәргән иҡтисади сәйәсәткә яуаплы булаОзал халыҡ-ара валюта фондын хуплай һәм быға ҡаршы торған Үҙәк банк директоры Исмаил Айдыноглуны отставкаға китергә мәжбүр итә.

Стратегик маҡсат булып эре бизнес ярҙамында Төркиәне итисади глобалләшеү[10] һәм төрөк компанияларына донъяла үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен алға этәрергә мөмкинлек биреү тора. Түңкәрелештән һуң бер ай үткәс Лондондың International Banking Review былай тип яҙып сыға: «халыҡ-ара банкирҙар араһында төрөк иҡтисадын йәнләндереү өсөн хәрби түңкәрелеш кәрәкле тәүшарттар кеүек ҙур сәйәси тотороҡлолоҡҡа юл аса тигән күрәләтә өмөт бар»[11]. 1980—1983 йылдар барышында сит ил валютаһы курсы ирекле ҡала. Сит ил инвестиция хуплана. Милли компанияларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ителә, уларҙы булдырыу Ататөрк реформалары менән башлана. Түңкәрелешкә тиклем хөкүмәттең иҡтисадҡа ҡыҫылыуы 85 % тәшкил итә, был иҡтисадта дәүләт секторының сағыштырмаса мөһимлегенең түбәнәйеүен тыуҙыра. Тиҙҙән түңкәрелештән һуң Төркиәне Ататөрөк дамбаһын төҙөү проекты һәм көньяҡ-көнсығыш Анатолияның үҫеш планы йәнләндерә. Проекттар 9 миллионлы халыҡ менән төбәк күп кимәлле ныҡлы социаль һәм иҡтисади үҫеш программаһына әүерелә. Илдең ихтыяждарын ғына тәьмин иткән элекке ябыҡ иҡтисад экспортты арттырыу өсөн субсидия ала.

Түңкәрелештән һуң һул һәм уң хәрәкәт ағзалары хәрби суд аҫтына эләгә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 250 алып[7]—650 мең кеше ҡулға алына. Ҡулға алыныусылар араһынан 230 мең кеше хөкөм ителә, 14 мең кеше гражданлыҡтан мәхрүм ителә һәм 50 кеше үлем язаһына тарттырыла[12]. Өҫтәүенә меңәрләгән кеше язалауҙарға дусар була, меңләгән кеше әлегә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар тип һанала. «Ҡара исемлеккә» 1 683 000 кеше эләгә[13]. Атыштарҙа үлгән хәрбиҙәрҙән тыш, һәр хәлдә дүрт тотҡон түңкәрелештән һуң уҡ үлтерелә, был 1972 йылдан һуң беренсе үлем язаһына хөкөм итеү була. 1982 йылдың февралендә 198 тотҡон үлем язаһына хөкөм ителә[8]. Әджәвит, Демирель, Тюркеш һәм Әрбакан эҙәрлекләүҙәргә, төрмәгә дусар була һәм ваҡытлыса сәйәсәттән ситләтелә. Күпселек ҡулға алынғандар, шул иҫәптән сәйәсмәндәр ҙә (мәҫәлән, партиянан парламент депутаты Әджәвит Джелаль Пайдаш) язалауҙарға дусар була.

На выступлении в Муше в 1984 году по поводу казни Эрдала Эрена, коммунистического боевика, якобы 17-летнего, но по официальным данным родившегося в 1961 году, который был обвинен в убийстве турецкого солдата, Кенан Эврен сказал: «Теперь, когда я поймаю его, я отдам его под суд, и тогда я не казню его, я буду заботиться о нем всю жизнь. Я буду кормить этого предателя, который взял в руки оружие, этих солдат, которые годами проливали свою кровь за эту родину. Согласны ли вы на это?!»[14].

Һоро бүреләрҙең әүҙемлеге көсәйгәндән һуң генерал Кенан Әврән был ойошманың йөҙләгән ағзаһын төрмәгә яба. Шул ваҡытҡа Төркиәлә 200 меңләп теркәлгән ағзаһы менән Һоро бүреләрҙең яҡынса 1700 ойошмаһы һәм уларға миллионлап теләктәшлек белдереүселәр була. 1981 йылдың майында МНР-ға ҡаршы ғәйепләү актында төрөк хәрби хөкүмәте МНР-ҙың 220 ағзаһын һәм уның яҡлыларҙы 694 үлтереүҙә ғәйепләй[15]. Әврән һәм уның яҡлылар харизматик Тюркеш ярым хәрби ойошмаларға эйә булған Һоро бүреләр өҫтөнән контролде ләктереүе ихтималлығын аңлай. [16]. Түңкәрелеш һәм полковник Тюркеш ғәйепләүҙәре барышында төрөк матбуғаты МНР-ҙың һәм хәүефһеҙлек көстәренең бәйләнешен, шулай уҡ наркотиктар менән сауҙа итеүсе енәйәтсел эшмәкәрлекте фаш итә, уларҙан килгән килемдең ҡорал менән тәьмин итеүгә һәм бөтә ил буйынса ялланған фашистик коммандостың эшмәкәрлеген финанслауға киткән була[8].

Өс йыл дауамында түңкәрелеште ойоштороусылар хәрбиҙәр идара итә торған йәмғиәтте төҙөү өсөн яҡынса 800 закон сығара [17] Улар булған Конституция эшкә һәләтле түгел тип ышана, шуға күрә, уларҙың ҡарашы буйынса, демократия эшмәкәрлеген ауырлаштырмаусы механизмдарҙы үҙ эсенә алған яңы конституция ҡабул итергә ҡарар итә. 1981 йылдың 29 июнендә хәрби хунта консультация советы ағзаларына яңы конституция төҙөү өсөн 160 кешене тәғәйенләй. Яңы Конституция президент һайлау ҡәғиҙәләре кеүек, аныҡ сиктәр билдәләй, улар түңкәрелеш барлыҡҡа килеү факторы булып хеҙмәт итә лә инде.

1982 йылдың 7 ноябрендә яңы конституция референдумға сығарыла, ул 92% тауыш менән хуплана. 1982 йылдың 9 ноябрендә Кенан Әврән киләһе 7 йылға президент вазифаһына тәғәйенләнә.

1982 йылдың июнендә референдумда яңы Конституция раҫланғандан һуң, Кенан Әврән яңы һайлауҙар ойоштора, ул 1982 йылдың 6 ноябрендә үтә. Демократияның шундай тапшырылыуын төрөк ғалимы Әргүн Озбудун тәнҡитләй[18].

Һайлау һәм референдум ирекле һәм көнәркәшлек шарттарында үтмәй. Быуаттың сәйәси лидерҙары түңкәрелешкә тиклем (Сөләймән Демирель, Бюлент Әджәвит, Тюркеш Нәжметдин һәм Алпарслан Эрбакан) сәйәсәттә ҡатнашыуҙан ситләтелә, бөтә яңы партиялар һайлауҙарҙа ҡатнашыу ҡағиҙәләренә ярашлы Милли хәүефһеҙлек Советынан хуплауҙар алырға тейеш була. Тик өс партия, икеһен хунта ойошторған, һайлауҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ала.

Милли хәүефһеҙлек советының генераль секретары генерад Хәйҙәр Салтыҡ була. Ул һәм Әврән режимдың көслө фигуралары ролендә була, хөкүмәтте отставкалағы адмирал Бюлент Улусу етәкләй, хөкүмәт составына бер нисә отсавкалағы офицер һәм бер нисә граждан ярҙамсы инә. Төркиәлә ҡайһы берәүҙәр Салтыҡтың радикаль түңкәрелеш әҙерләүе тураһында раҫлай, был субординация йөҙөнән генералдарҙы эш итергә мәжбүр итеүсе сәбәп була. Һуңынан уны советты нейтралләштереү өсөн унда индерәләр[8].

1983 йылда һайлауҙарҙа ҡатнашҡан партияларҙың береһе булып Турғут Озал етәкләгән Ватан партияһы тора. Ул неолибераль иҡтисади программаны консерватив социаль ҡиммәттәр менән аралаштыра.

Йылдырым Аҡбулат Парламент башлығы була. 1991 йылда уға алмашҡа Мәсүт Йылмаз килә. 1983 йылда Сөләймән Демирель ғәҙел юлдың уң үҙәккә ынтылыусы партияһын төҙөй һәм 1987 йылда референдумдан һуң сәйәсәттә әүҙем ҡатнаша башлай[сығанаҡ 4716  көн күрһәтелмәгән]. Йылмаз Төркиәлә иҡтисадты нығыта, ҙур булмаған провинциаль район үҙәктәренән иҡтисади үҫешле урта ҙурлыҡтағы ҡалаларға әйләндереп, Европаға йүнәлеште яңырта. Әммә элек ситләтелгән лидерҙарҙың сәйәсәткә ҡайтыуы менән эйәреп килгән сәйәси тотороҡһоҙлоҡ электоратты тарҡата һәм Тыуған ил партияһы коррупциялы була. Әврәнде алмаштырған Озал 1993 йылда Төркиә президенты вазифаһында йөрәк өйәнәгенән вафат була һәм президент булып Сөләймән Демирель тора.

Озал хөкүмәте полиция көстәренә разведка эшмәкәрлеген үткәрергә һәм шул саҡта хәрбиҙәр идара иткән Милли разведка ойошмаһына ҡаршы торорға мөмкинлек бирә. Полиция разведкаһы хатта тышҡы разведканы алып барыусы ойошмалар сотавына инә.

Түңкәрелештән һуң АҠШ 31-15-се ялан уставы бойороҡтарына ярашлы дәүләт именлеге судтары йыйыла: даими булмаған көстәргә ҡаршы[19] (переведено на турецкий в 1965 как ST 31-15: Ayaklanmaları Bastırma Harekâtı)[20], своеобразной Библии организации «Контргерилья»[21][22]. Курд эшселәр партияһының өлкән ағзаһы Сәләхетдин Челик һүҙҙәренә ярашлы[23] түңкәрелеш «дәүләт именлеге судтары махсус операциялар буйынса идара итеү продукты һәм уларҙың бурысы Контргерилья талаптарына ярашлы юридик процесты үҙгәртеп төҙөү». Судтар өсөн төп инструкциялар: «ғәйепләнеүселәргә сәйәси енәйәттәр өсөн ҡуйылған язаларҙы билдәләмәҫкә, ә үлтереү йәки шәхескә ҡаршы башҡа енәйәттәр өсөн ҡаты хөкөмдәр ҡуйырға»[24]. Түңкәрелеш тулҡынында күп ҡаты хөкөмдәр сығарыла.

Тотҡондағы «Һоро бүреләргә», әгәр улар илдең көньяҡ-көнсығышындағы курд аҙсылыҡтары менән көрәшһә[25], шулай уҡ Әрмәнстанды азат итеүҙең йәшерен армияһы менән һуғышһа, амнистия тәҡдим ителә. Һуңынан «һоро бүреләрҙе» курд сепаратсылары менән һуғышырға ебәрәләр. «Контргерилья» ойошмаһы аҫтында эш иткән «бүреләр» 1980 йылдарҙа меңләгән кешене үлтерә һәм шулай уҡ Курд эшселәр партияһы яугирҙәре формаһында ауылдарға «алдаҡ флаг» аҫтында һөжүм итә, даими рәүештә көсләй һәм кешеләрҙе үлтерә[26]. Был «бысраҡ һуғыш» 37 мең ҡорбан килтерә[27]. Өс тиҫтә йылын «Контргерилья» ойошмаһын фашлауға арнаған отставкалағы штаб подполковнигы Талат Турҡан, уларҙың 1972 йылда ҡорбандар килтергән һөжүмдәрҙә ҡатнашыуын раҫлай[28] Журналист Уғыҙ Гювен үҙенең «Zordur Zorda Gülmek» китабында фалака менән язалау һәм йыуынтыҡҡа сумдырыу кеүек алымдарҙы һанап үтә[29].

Американың ҡыҫылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышынан һуң президент Гарри Трумэн сәйәси вакуумды танып, Европа илдәренең совет йоғонтоһона бирелеүен булдырмаҫ өсөн үҙенең доктринаһын төҙөй[20]. «Көнбайыш көстәренең иң көнсығыш антикоммунистик терәге» сифатында [30] Төркиә «совет коммунизмын тотҡарлауҙа стратегик союздаш» була[31]. «Гладио» операцияһы барышында АҠШ йәшерен ярым хәрби селтәр булдыра, селтәр ағзалары мөмкин булған совет баҫып инеүен кире ҡағыу өсөн әҙерләнә. Шулай уҡ антикоммунистик төркөмдәр төҙөлә[20]. Был операцияла төрөк тармағы «Контргерилья» исемен 1974 йылда премьер-министр Әджәвит асыҡлай[32].

1979 йылда Иран революцияһынан һуң Вашингтон төбәктә үҙенең төп союздашын юғалта, шул уҡ ваҡытта 1980 йылдың 23 ғинуарында төҙөлгән Картер доктринаһына ярашлы АҠШ Фарсы ҡултығы районында үҙенең милли мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн хәрби көс ҡулланырға тейеш. Төркиә ҙур иҡтисади ярҙам, башлыса иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһынан(OECD) һәм НАТО-нан, бигерәк тә АҠШ-тан хәрби ярҙам ала[33]. 1979—1982 йылдарҙа OECD илдәре Төркиәгә иҡтисади ярҙам өсөн 4 млрд доллар аҡса йыйып бирә[34].

Картер үҙ тәғлимәтен башҡарыу өсөн Вашингтон тиҙ йәйелдереү көстәрен үҫтереү (RDF) буйынса эш башлай, был НАТО-нан тыш өлкәләргә, бигерәк тә Фарсы ҡултығында тиҙ баҫып инеү өсөн кәрәк була. 1979 йылдың 1 октябрендә президент Джимми Картер RDF ойоштороу тураһында иғлан итә. Хәрби түңкәрелешкә тиклем бер көн алда 1980 йылдың 12 сентябрендә 3 мең Америка хәрбиҙәре төрөктәр территорияһында хәрби күнекмәләр башлай[35]. Түңкәрелешкә тиклем төрөк ҡораллы көстәренең өлкән генералы АҠШ-ҡа барып ҡайта[8]. 1981 йыл аҙағында оборона буйынса төрөк-америка советы ойошторола (Türk-Amerikan Konseyi Savunma). Оборона министры Халук Юмит һәм Ричард Перл, шул ваҡытта Рейгандың яңы администрацияһында хәүефһеҙлектең халыҡ-ара сәйәсәте буйынса министр ярҙамсыһы һәм штаб башлығы урынбаҫары Неджет Озторун уны 1982 йылдың 27 апрелендә беренсе кәңәшмәлә ҡабул итә. 1982 йылдың 9 октябрендә үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйыла (Mutabakat Belgesi) , бөтә иғтибар Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында хәрби маҡсаттар өсөн аэропорттарҙы киңәйтеүгә йүнәлтелә. Илдең көньяҡ-көнсығышындағы Батман, Муш, Битлис, Ван һәм Карс провинцияларында бер нисә аэропорт төҙөлә.

Американың түңкәрелешкә ярҙам итеүен Анкаралағы ЦРУ резиденты Пол Хенз раҫлай. Хөкүмәт ҡолатылғандан һуң Хенз Вашингтон менән бәйләнешкә инә һәм былай тип белдерә: «Беҙҙең малайҙар [Анкарала], быны эшләне»[36][37]. Был түңкәрелеш артында АҠШ торғанлығы тураһында фекер тыуҙыра. Хенз 2003 да CNN Türk’s Manşet төрөк бүлегенә интевьюһында был уйҙырмаларҙы кире ҡаға, ике көн үткәндән һуң Мехмет Әли Биранд 1997 йылғы интервью яҙмаһын тәҡдим итә, унда Хенз Биранд хәбәрен раҫлай[38][39]. АҠШ дәүләте департаменты сентябрҙең 11-нән алып 12-нә ҡарай төндә үткән түңкәрелеш тураһында белдерә, хәрбиҙәр Анкаралағы АҠШ илселегенә түңкәрелеш тураһында иҫкәртеп, ул башланырҙан алда бер сәғәт элек шылтырата[8].

1980 йылдан һуң төрөк түңкәрелешен тәнҡитләп күп фильмдар, сериалдар һәм йырҙарсығарыла.

  • 1986 — Sen Türkülerini Söyle (Шериф Гёрен)
  • 1986 — Dikenli Yol (Zeki Alasya)
  • 1986 — Prenses (Синан Четин)
  • 1986 — Ses (Зеки Октен)
  • 1987 — Av Zamanı (Эрден Кырал)
  • 1987 — Kara Sevdalı Bulut (Muammer Özer)
  • 1988 — Sis (Зюльфю Ливанели)
  • 1988 — Kimlik (Melih Gülgen)
  • 1989 — Bütün Kapılar Kapalıydı (Мемдух Ун)
  • 1989 — Uçurtmayı Vurmasınlar (Тунч Башаран)
  • 1990 — Bekle Dedim Gölgeye (Атыф Йылмаз)
  • 1991 — Uzlaşma (Oğuzhan Tercan)
  • 1994 — Babam Askerde (Хандан Ипекчи)
  • 1995 — 80. Adım (Tomris Giritlioğlu)
  • 1998 — Gülün Bittiği Yer (Исмаил Гюнеш)
  • 1999 — Eylül Fırtınası (Атыф Йылмаз)
  • 2000 — Coup/Darbe - A Documentary History of the Turkish Military Interventions (Documentary, Elif Savaş Felsen)
  • 2004 — Vizontele Tuuba (Йылмаз Эрдоган)
  • 2005 — Мой отец и мой сын (Чаган Ырмак)
  • 2006 — Beynelmilel (Сырры Сюрейя Ондер)
  • 2006 — Eve Dönüş (Омер Угур)
  • 2007 — Zincirbozan (Атыл Инач)
  • 2008 — O... Çocukları (Мурат Сарачоглу)
  • 2004 — Çemberimde Gül Oya
  • 2007 — Hatırla Sevgili
  • 2009 — Bu Kalp Seni Unutur Mu?
  • Джем Караджа (1992), MaNga (2006), Ayben (2008), 'Raptiye Rap Rap' (1992)
  • Фикрет Кызылок 'Demirbaş' (1995)
  • Grup Yorum: Büyü — (Composed in memory of Erdal Eren)
  • Hasan Mutlucan, 'Yine de Şahlanıyor'
  • Mor ve Ötesi, 'Darbe' (2006)
  • Ozan Arif, Yaşıyor Kenan Paşa
  • Ozan Arif, 'Seksenciler'
  • Ozan Arif, 'Muhasebe'(12 Eylül)
  • Ozan Arif, Bir İt Vardı
  • Sexen, A.D. September 12th Listen
  • Sexen, Censored Inc. (Album, 2009) Listen
  • Сезен Аксу, 'Son Bakış' (1989)
  • Suavi 'Eylül' (1996)
  • Теоман и Явуз Бингёль, 'İki Çocuk' (2006)
  • Оздемир Эрдоган, 'Gurbet Türküsü'
  1. Beki, Mehmet Akif. Whose gang is this?, Turkish Daily News, Hürriyet (17 ғинуар 1997). 12 октябрь 2008 тикшерелгән. 2009 йыл 21 июль архивланған.
  2. Önce ortam hazırlandı, sonra darbe haberi (Turkish), Haber7 (12 сентябрь 2008). 15 октябрь 2008 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 Oğur, Yıldıray. 12 Eylül’ün darbeci solcusu: Ali Haydar Saltık (Turkish), Taraf (17 сентябрь 2008). 23 декабрь 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 27 сентябрь архивланған.
  4. Ganser 2005: Colonel Talat Turhan accused the United States for having fuelled the brutality from which Turkey suffered in the 1970s by setting up the Special Warfare Department, the Counter-Guerrilla secret army and the MIT and training them according to FM 30-31
  5. Naylor, Robert T. Hot Money and the Politics of Debt. — 3E. — McGill-Queen's Press (инг.)баш., 2004. — С. 94. — ISBN 978-0-7735-2743-0.. — «The fact that militias of all political tendencies seemed to be buying their arsenals from the same sources pointed to the possibility of a deliberate orchestration of the violence - of the sort P2 had attempted in Italy a few years earlier - to prepare the psychological climate for a military coup.».
  6. Ustel, Aziz. Savcı, Ergenekon’u Kenan Evren’e sormalı asıl! (Turkish), Star Gazete (14 июль 2008). 21 октябрь 2008 тикшерелгән. «Ve 13 Eylül 1980’de Türkiye’yi on yıla yakın bir süredir kasıp kavuran terör ve adam öldürmeler bıçakla kesilir gibi kesildi.».
  7. 7,0 7,1 7,2 Amnesty International, Turkey: Human Rights Denied, London, November 1988, AI Index: EUR/44/65/88, ISBN 978-0-86210-156-5, pg. 1.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 8,8 Gil, Ata. "La Turquie à marche forcée, " Le Monde diplomatique, February 1981.
  9. Devrimci Yol Savunması (Defense of the Revolutionary Path). Ankara, January 1989, p. 118—119.
  10. Ekinci, Burhan. 12 Eylül sermayenin darbesiydi, Taraf (12 сентябрь 2008). 13 сентябрь 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 13 сентябрь архивланған.
  11. Naylor, R. Thomas. 6. Of Dope, Debt, and Dictatorship // Hot Money and the Politics of Debt. — McGill-Queen's University Press (инг.)баш., 2004. — С. 92. — ISBN 978-0-7735-2743-0.
  12. Turkey still awaits to confront with generals of the coup in Sep 12, 1980, Hurriyet English (9 октябрь 2008). 9 октябрь 2008 тикшерелгән.
  13. 12 Eylül'de 1 milyon 683 bin kişi fişlendi  (төр.), Hürriyet (12 сентябрь 2008). 9 октябрь 2008 тикшерелгән.
  14. Oran, Baskın. Kenan Evren'in yazılmamış anıları. — Bilgi Yayınevi, 1989. — P. 189. — ISBN 975-494-095-9. (3 октября 1984 года выступление в Муше)
  15. Herman & Brodhead, 1986, p. 50
  16. Ergil, Dogu. Nationalism With and Without Turkes, Turkish Daily News, Hürriyet (2 май 1997). 11 декабрь 2008 тикшерелгән. «The leaders of the 1980 military coup d'état knew that the paramilitary force of the NAP would dilute their authority because the party was an alternative organization directly attached to the personality of Turkes.». 2013 йыл 18 апрель архивланған.
  17. History of the Kurdish Uprising 2008 йыл 23 июль архивланған. a paper of the International Council on Human Rights Policy 2011 йыл 18 июль архивланған.. Retrieved 31 October 2009.
  18. Özbudun, Ergun. Contemporary Turkish Politics: Challenges to Democratic Consolidation, Lynne Rienner Publishers, 2000, pg. 117. «The 1983 Turkish transition is almost a textbook example of the degree to which a departing military regime can dictate the conditions of its departure (…).»
  19. 31-15: Operations Against Irregular Forces 2012 йыл 1 декабрь архивланған.
  20. 20,0 20,1 20,2 Çelik, Serdar Turkey's Killing Machine: The Contra-Guerrilla Force (инг.) // Kurdistan Report : journal. — 1994. — Т. 17.
  21. Gladyo-Ergenekon yol kardeşliği (Turkish), Radikal (13 август 2008). 15 октябрь 2008 тикшерелгән.
  22. Turhan, Talat. 12 Mart Hukuku'nun Ardındaki ABD mi? (Turkish), Politika Gazetesi (11 октябрь 1976). 4 ноябрь 2008 тикшерелгән. 2012 йыл 11 февраль архивланған.
  23. Kutschera, Chris Revelations on the PKK. — «Selahattin Celik participated in the secret meetings which preceded the foundation of the PKK and was one of the small number of PKK leaders who organised the armed struggle and the first military operations against Turkish army bases on 15 August 1984, a historic date in the history of the PKK.» Дата обращения: 5 ноябрь 2008. Архивировано 22 июль 2012 года. 2012 йыл 12 октябрь архивланған. Originally published in The Middle East magazine, May 2000; Al Wasat, 24 January 2000; L'Express, 10 Février 2000; Le Temps, 22 Février 2000.
  24. FM 31-15, quoted in Celik.
  25. Former Grey Wolves member İbrahim Çiftçi speaking to Milliyet on 13 November 1996. They have used and discarded us, Turkish Daily News (14 ноябрь 1996). 22 октябрь 2008 тикшерелгән.(недоступная ссылка) Çiftçi was assassinated by the Ergenekon network ten years later.
  26. Ҡалып:Harvard citation
  27. Oberlé, Thierry. Les Kurdes de Turquie redoutent un retour aux années de plomb  (фр.), Le Figaro (2 mai 2006). 2 май 2006 тикшерелгән. 2006 йыл 12 май архивланған.
  28. Ketenci, Şükran. Kontrgerilla Köşküne Girdik (Turkish), Cumhuriyet (11 ноябрь 1975). 22 октябрь 2008 тикшерелгән. 2009 йыл 21 июль архивланған.
  29. 12 Eylül'ün inanılmaz işkence yöntemleri (Turkish), Hürriyet (12 сентябрь 2008). 12 сентябрь 2008 тикшерелгән.
  30. Lee, Martin A. Turkey's Drug-Terrorism Connection. Consortiumnews.com (24 ғинуар 2008). Дата обращения: 5 ноябрь 2008. Архивировано 22 июль 2012 года.
  31. Darnton, John. Uneasy Crossroads—A special report. Discontent Seethes in Once-Stable Turkey, New York Times (2 март 1995). 5 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  32. D Ganser. Terrorism in Western Europe: an approach to NATO’s secret stay-behind armies 2011 йыл 12 сентябрь архивланған.. Whitehead J. Dipl. & Int’l Rel. 69 (2005)
  33. U.S. Military Aid and Arms Sales to Turkey 2017 йыл 14 декабрь архивланған. (see 1980—1992), Federation of American Scientists. General Accounting Office report NSIAD-93-164FS.
  34. Alternative Türkeihilfe, Militärs an der Macht (An alternative aid for Turkey, Military in Power) Herford (Germany), August 1983, pg.11.
  35. Alternative Türkeihilfe, Militärs an der Macht (An alternative aid for Turkey, Military in Power) Herford (Germany), August 1983, pg.6.
  36. Birand, Mehmet Ali. 12 Eylül, Saat: 04.00, 1984, pg. 1
  37. Hear Paul Henze say it: YouTube сайтында Fethullahçı Gladyo 8m20s in.
  38. Balta, Ibrahim. "Birand’dan Paul Henze’ye ‘sesli-görüntülü’ yalanlama 2007 йыл 14 июль архивланған., " Zaman, 14 June 2003.Ҡалып:Tr icon
  39. Paul Henze ‘Bizim çocuklar yaptı’ demiş  (төр.), Hürriyet (14 июнь 2003). 9 октябрь 2008 тикшерелгән.
  • Ganser, Daniele. NATO's Secret Armies. Operation Gladio and Terrorism in Western Europe. — London: Frank Cass, 2005.
  • Herman, Edward S; Brodhead, Frank. The Rise and Fall of the Bulgarian Connection. — New York: Sheridan Square Publications, 1986. — ISBN 978-0-940380-06-6.