Төркиәнең конституция тарихы
Төркиәнең конституция тарихы — төрөк хоҡуҡиәте тарихының Ғосман империяһында 1876 йылда ҡабул ителгән беренсе төп закондан башланғыс алған осоро. Төркиә Республикаһының хәҙерге конституцияһы 1921 йылда ратификациялана, шунан 1924, 1961, 1982 йылдарҙа һәм һуңғы мәртәбә 2010 йылда ҡайтанан ҡарала[1][2]. В 2000-се йылдарҙа Төркиәнең Европа берлегенә инеүе өсөн кәрәкле сәйәси критерийҙарҙы үтәргә булышлыҡ иткән тағы бер конституция реформаһы тураһында мәсьәлә күтәрелә[3][4][5][6]. Һөҙөмтәлә, 2010 йылда конституция референдумы үткәрелә, ул төҙәтеүҙәрҙе раҫлай.
2005 йылдан Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы Төркиәне идараның парламент формаһынан президент республикаһы формаһына күсереү кампанияһын алып бара. 2017 йылдың 16 апрелендә конституция референдумы үтә, унда төрөк һайлаусылары президент республикаһын урынлаштырыу, премьер-министр вазифаһын бөтөрөү, парламент депутаттары һанын арттырыу һәм Судьяларҙың һәм прокурорҙарҙың юғары советын реформалау өсөн тауыш бирә[7][8].
Төп баҫҡыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быуаттар дауамында Төркиәнең бер нисә конституцияһы була.
- 1876—1878 — беренсе Ғосман империяһы конституцияһы[en].
- 1909—1920 — икенсе Ғосман конституцияһы, 1876 йылда үҙгәртелгән конституция: конституцион парламент монархияһы тергеҙелә, ике палаталы парламент ойошторола, күп партиялылыҡ индерелә.
- 1921—1924 — Төркиә Республикаһының беренсе Конституцияһы; милли суверенитет принцибы, бер палаталы парламент (Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе) индерелә, монархия формаль рәүештә йәшәй, әммә ғәмәлдә Төркиә республикаға әйләнә.
- 1924—1961 — камиллаштырылған 1921 йылғы конституция; монархия бөтөрөлә, Төркиә республика тип иғлан ителә.
- 1961—1982 — үҙгәртелгән 1924 йылғы конституция; властарҙы бүлешеү принцибы, ҡайһы бер граждан хоҡуҡтары иғлан ителә, парламенттың юғары палатаһы, Сенат, Конституция суды булдырыла, башҡарма властың вәкәләттәре киңәйтелә.
- 1982—2010 — конституцияның яңы версияһы; хәрби режимдан демократик республикаға күсеү регламентлана, Сенат бөтөрөлә, ил бер палаталы парламентҡа кире ҡайта.
- 2010 — төрөк ҡануниәтен Европа берлеге стандарттарына тап килтереү маҡсатында 1982 йылғы Конституцияға үҙгәрештәр ҡабул ителә.
- 2017 — илдә Конституция референдумы үтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Георгиян , 1975
- ↑ The Grand National Assembly of Turkey Constitution Of The Republic Of Turkey . Constitution Of The Republic Of Turkey. The Grand National Assembly of Turkey (15 июль 2016). Дата обращения: 15 июль 2016. 2020 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ Yılmaz, 2016
- ↑ Bozkurt, 1996
- ↑ Draft proposal (төр.) (2007). Дата обращения: 1 ғинуар 2008. Архивировано 16 декабрь 2007 года. 2007 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ Yavuz, Ercan. New constitution to dominate 2008, Zaman (1 ғинуар 2008). 1 ғинуар 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Желтов М. В. Конституционный референдум в Турции: восход Эрдоганского султаната . ИнтерИзбирком. Информационно-аналитический портал о выборах в мире (19 май 2017). Дата обращения: 19 май 2017.
- ↑ Suzan, Fraser. Turkish assembly passes polemic bill to boost Erdogan powers, Associated Press (21 ғинуар 2017). 21 ғинуар 2017 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Yılmaz, Faruk. Türkiye'de Anayasal Gelişmeler ve Özellikleri. — Ankara: Net Yayınları, 2016. — 202 с.
- Bozkurt, Gülnihal. Devleti'nden Türkiye Cumhuriyeti'ne resepsiyon süreci (1839-1939). — Ankara: Türk Tarih Kurumu, 1996. — 238 с. — (Atatürk Kültür, Dil ve Tarih Yüksek Kurumu Türk Tarih Kurumu yayınları). — ISBN 975-16-0702-7.
- Георгиян Э. А. Турецкая Республика : Основные институты государственного строя / Э. А. Георгиян; АН СССР, Институт востоковедения. — М.: Наука, 1975. — 222 с.