Эстәлеккә күсергә

Төхбәтова Роза Рәшит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төхбәтова Роза Рәшит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Төхбәтова Роза Рәшит ҡыҙы (11 ғинуар 1967 йыл) — журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһы «Спутник FМ» радиостанцияһының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре[1].

Роза (Рүзәлиә) Рәшит ҡыҙы Төхбәтова 1967 йылдың 11 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

1992 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, республика радиоһында хеҙмәт юлын башлай.

Башта яңылыҡтар бүлеге мөхәррире, һуңыраҡ комментатор булып эшләй. Артабан «Башкортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының милләт-ара һәм төбәк-ара бүлеген етәкләй. Жанр һәм тематика буйынса төрлө тапшырыуҙар: «түңәрәк өҫтәлдәр», дебаттар, оло ваҡиғалар үҙәгенән репортаждар, ил төбәге һәм сит илдәр менән радиокүперҙәр ойоштора. Дәүләт радиоһы эфирында РФ Президентын, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, БР төбәк һайлауҙары, башҡа сәйәси акциялар кеүек кампанияларҙы ойоштороу һәм үткәреү өсөн яуаплы

2011 йылдың ноябренән «Спутник FM» мәғлүмәти-музыкаль каналының баш мөхәррире.

« Ул — коллективта ижад һәм хеҙмәттәшлек итеү рухын яҡлаусы, һәр ваҡыт хеҙмәттәш журналистарҙың яңы ҡыҙыҡлы идеяларын, пландарын һәм проекттарын хуплаусы билдәле, тәжрибәле һәм бер үк ваҡытта демократик, үҙенә ышанған, тотанаҡлы, әҙәпле етәксе, »

 — тип ҡылыҡһырлай уны коллегаһы Гөлдәриә Йосопова.

Роза Төхбәтованың инициативаһы буйынса 2013, 2015 һәм 2018 йылдарҙа Өфө радиобаҙарын өйрәнеү һәм радиостанцияны үҫтереү стратегияһын эшләү буйынса эш уҙғарыла. Үткәрелгән тикшереүҙәр нигеҙендә радиостанция форматы булдырыла һәм 2014 йылдың февраленән эфирға сығарыла. Ошо саралар һөҙөмтәһендә һуңғы 8 йылда «Спутник FМ» Өфө станциялары рейтингында (улар Өфөлә 25) 14-се урындан 5-сегә һәм БР-ҙа 2-се урынға күсә.

Күп йыллыҡ тәжрибәһен һәм туплаған белемен ҙур теләк менән йәш быуынға тапшыра — йыл һайын студент-журналистар өсөн практика ойоштора. 2015 йылдан Мәскәү радио мәктәбенең Өфөләге филиалында радиожурналистика курстарын алып бара.

Уның етәкселегендәге коллектив ижтимағи-сәйәси проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын «Спутник ҒМ» мәғлүмәт-аналитика комплексы программалары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулай. Канал журналистары хәйриә акцияларын даими уҙғара, бер нисә йыл инде баш мөхәррир етәкселегендә Өфө балалары һәм үҫмерҙәре өсөн социаль приютҡа шефлыҡ итә.

«Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсы — Роза Төхбәтова тырышлығы менән ойошторолған проект (2012). Ул яңы һәләттәрҙе асыҡлауға һәм уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. 2014 һәм 2018 йылдарҙа «Өфө тулҡыны» проекты радиотапшырыуҙар өлкәһендәге — «Радиомания» милли премияһына, 2021 йылда Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була[2];

«Өфө һөйләй» китабы — Р. Төхбәтованың туранан-тура ҡатнашлығында башҡорт радиоһы тарихы һәм уның бөгөнгөһө тураһында сығарылған берҙән-бер китап (2004);

«СМИротворец» Бөтә Рәсәй конкурсы — 1-се урын (2008, 2019);

13-сө «Православие в СМИ» халыҡ-ара конкурсы — 2-се урын (2009);

«Радиомания» Бөтө Рәсәй премияһы дипломанты (2005, 2007, 2012 йй.);

республика конкурстарында күп һанлы бүләктәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1.10.2004)