Эстәлеккә күсергә

Удаму

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Удаму - моңло монгол үҫмере битенән йүнәлтелде)
Удаму
Төп мәғлүмәт
Тыуған

9 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (25 йәш)

Тыуған урыны

Шэнэ-Барга Зун-Хошуун, Эске Монголия провинцияһы, Ҡытай

Ил

Ҡытай

Һөнәрҙәре

Йырсы

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Удаму (монг. Уудам; 9 сентябрь 1999 йыл) — йырсы.

Ҡытай Халыҡ Республикаһының Эске Монголия провинцияһында 1999 йылдың 9 сентябрендә Шэнэ-Барга Зун-Хошуун сомонында тыуған. Кескәй сағында автомобиль һәләкәтендә ата-әсәһе һәләк булған.

Әйтеүҙәренсә, үҫмерҙең тоҡом ебе Бүрәт Республикаһының Баргузин төбәгенә, Байкал буйына барып тоташа. Үҫмер бер нисә йыл үҙе лә бик йәш апаһы тәрбиәһендә була. Ул сит телдәрҙе һәм боронғо монгол телен яратып өйрәнә, музыка, йыр менән шөғөлләнә.

Ижади биографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моңло малайҙы 7 йәшендә үк күреп ҡалалар һәм ул сәхнәлә сығыш яһай башлай. 12 йәше тулғанда уны Ҡытайҙың U телеканалында үткәрелгән «Дан минуты» йыр конкурсында ҡатнашырға өгөтләй башлайҙар. Әммә илдә етди сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырырға ярамай, шуға күрә малай оҙаҡ ризалашмай. Бары тик конкурстың ял көнөнә тура килеүе генә уны донъяға танытырға мөмкинлек бирә.

Үҫмер әсәһенә бағышланған йырҙы башҡарып, тамашасыларҙы ғына түгел, баһалама ағзаларының күҙенән йәш сығарта. Йыр бөтә донъя буйлап яңғырай башлай, интернет порталдарҙа миллиондарса кеше тыңлап, яҡшы теләктәр яҙа башлай.

Үҫмерҙе Рәсәйгә, ата-бабаһы төбәгенә саҡыралар, сөнки ул бик тә шул урындарҙы күрергә хыялланған. Ул сығышы ошонан булған йәнә 3 дуҫы менән Бурятияға концерт менән 2 тапҡыр килеп китә. Удаму башҡарған данлыҡлы йырҙы шағирә Гүзәл Ситдиҡова башҡорт теленә тәржемә иткән.

Донъяға танытҡан йыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алсад суугаа ээжий минь

Сүүмийх зэргэлээнд гэгээ анирлахад

Сүсэглэхийн эрхэнд ээж минь бодогдоно

Хүүгээ ирнэ гээд сүүгээ өргөөд

Хүслээ чилтэл алсыг ширтээ дээ

Припев:

Алсад суугаа ээжий минь

Амин хайртай шүтээн минь бил ээ

Задгай тэнгэрт үүл нь замхарна

Залбирахын эрхэнд ээж минь бодогдоно

Аргалын цогонд цайгаа бүлээлж

Аньсагаа чилтэл алсыг ширтээ дээ

Припев:

Алсад суугаа ээжий минь

Амин хайртай шүтээн минь билээ

Хөхрөх уул нь хөлөрч харгдана

Хүүгийн тань сэтгэл гэгэлзээд байна

Хүний зэргэтэ йхүү чинь явна

Хүслийг тань нэмэглээд яваад очно доо

Припев:

Алсад суугаа ээжий минь

Амин хайртай шүтээн минь билээ

Яҡында ғына кеүек әсәйем

(Монгол йырынан)

Монар эсенән нурға ҡойоноп

Әсәйем-бәғерем ҡараған төҫлө

Ҡайтыуҙарымды өҙөлөп көтәлер

Миңә инселәп ҡоя һөт өҫтө

Ҡушымта

Яҡында ғына кеүек әсәйем

Алиһәм итеп уны иҫләйем.

Күктәрҙә йөҙә ҡыйғас болоттар

Әсәм доғаһы уларҙан килде

Сәй ҡайнатҡан, ти, ҡуйып усаҡҡа

Күҙен талдырып көтәлер инде

Ҡушымта

Яҡында ғына кеүек әсәйем

Алиһәм итеп уны иҫләйем.

Күгәреп ятҡан тауҙарға табан

Улыҡайыңдың тотҡан юл башы.

Етлегеп килә һинең ҡәҙерлең

Яҡты хыялы булыр юлдашы

Ҡушымта

Яҡында ғына кеүек әсәйем

Алиһәм итеп уны иҫләйем.

  • 2011: «Meng zhong de eji» (chin. 梦中的额吉; ang. «Mother in the Dream») — Guangdong Audio B006G79YT4, CD (5 utworów) + DVD (teledysk «Mother in the Dream»)[2].
  • 2011: Chöch tolbot chümüüs (mong. Хөх толбот хүмүүс[7], ang. «Men with Blue Dots»), jako młody Ganbaa
  • 2013: Uudam Charity Mini Movie «Spring-Bound School Bus» (krótkometrażowy)
  1. Skocz do: a b Według informacji w zwiastunie filmu «Men with Blue Dots» (Хөх толбот хүмүүс) jego imię i nazwisko brzmi Sunam Uudam (Сунам Уудам). Jednakże nieoficjalnie bywa również określany — szczególnie w środowisku fanów — jako Uudam Michael.
  1. Skocz do: a b 吉祥三宝与养子乌达木 (chiń.). 呼伦贝尔日报. [dostęp 2014-01-14].
  2. Skocz do: a b c d Boy Choir (BCSD) — Uudam (ang.). BCSD, alternatywna kopia w serwisie Archive.is. [dostęp 2014-10-20].
  3. Skocz do: a b c d e The Litle Prince in the dream (ang.). Global Times (zarchiwizowano w Internet Archive), 2011-12-19. [dostęp 2014-10-20].
  4. Skocz do góry↑ Ethnic melody lingers on (ang.). CCTV English — 2010-01-18 10:39 BJT (alternatywna kopia w serwisie Show China). [dostęp 2014-01-14].
  5. Skocz do góry↑ The Sun, the Moon and the Stars (ang.). CRIENGLISH.COM, 2005-3-11 18:07:48. [dostęp 2014-01-14].
  6. Skocz do góry↑ Концерт «Песни Великой степи» (ros.). Arigus-tv.ru. [dostęp 2014-01-14].
  7. Skocz do góry↑ Хөх толбот хүмүүс кино (zakładka «Бусад») (mong.). DOZ Entertainment (doz.mn). [dostęp 2014-01-14].

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Uudam w bazie Internet Movie Database (IMDb) (ang.)
  2. Uudam Michael (Wudamu) (ang.). Facebook. [dostęp 2014-01-14].
  3. Культура. Уудам: «Я рад, что побывал в Агинском» (ros.). Zabmedia.ru. [dostęp 2014-01-14].