Украин левкойы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украин левкойы
Украин левкойы
Украин левкойы
Сығышы
Ил

Украина

Йыл

2004

Классификация FIFe
Стандарт

танылмаған

Классификация WCF
Стандарт

танылмаған

Украин левкойы Викимилектә

Украина левкойы (укр. Український левкой, ингл. Ukrainian Levkoy, ULV) — яланғас тиреле, үҙенсәлекле ҡиәфәтле, һалпыш ҡолаҡлы бесәй. Украина левкойы урта фиғыллы бесәй .

Левкойҙар һомғол, зифа буйлы, оҙон һәм һығылмалы. Улар ангорҙар һәм урыҫ зәңгәре голубые кеүек үк, тик үҙҙәренә хас үҙенсәлектәре менән — башы ялпаҡ һәм тигеҙһеҙ. Тәне оҙон, күкрәге оҙонсай түңәрәк.

Тиреһе артыҡ йыйырсыҡланып тора, шулай ҙа дончактарҙыҡы кеүек мул түгел. Левкойҙарға дончактарҙан еңеләйтелгән һәм ориенталдарҙан оҙон кәүҙә (петерболд аша) күскән.

Һалпыш ҡолаҡлыҡ өсөн Скоттиш фолда ҡаны ҡушылған, тик был бесәйҙең метис улы аша (стандарт булмаған, оҙон кәүҙәле, оҙон тәпәйле, оҙонсай башлы , һалпыш ҡолаҡлы тоҡомһоҙ бесәй). Украин левкойҙарының ата заттары инә заттарынан эрерәк, сырайы сағыу (енси диморфизм). Левкойҙар еңел аралаша, кешегә ныҡ тартылыусан, алсаҡтар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тоҡомды булдырыу буйынса эштәр 2000 йылда башлана. Бесәйҙең тышҡы ҡиәфәтенең һүрәтләмәһен, тоҡом билдәләрен асыҡлауҙы, генотиптар фенотипты сағылдырыусы генотиптар йыйылмаһын һайлауҙы фелинолог Бирюкова Елена Всеволодовна башҡара(питомник «Ladacats» г. Киев, Украина, ICFA RUI Rolandus Union International [1]).

Беренсе, Тоҡом комиссияһы тарафынан теркәлгән ICFA RUI украин левкойы (ата заттан), атамаһы «Levkoy Primero» 2004 йылдың 21 ғинуарында тыуған.

2008 йылда Украина һәм Рәсәйҙең төрлө фелинологик ойошмаларында был тоҡомдың 200 -ҙән ашыу заты теркәлгән. Уларҙың күбеһе дүртенсе быуын украин левкойҙары. Тиҫтәләгән вәкилдәре элекке СССР биләмәләренән ситтә йәшәй.

Рәсәйҙә яланғас, һалпы ҡолаҡ бесәйҙәрҙең тәүге питомнигы «HELEN GRIGS» (г. Санкт-Петербург) 2007 йылдың 14 октябрендә теркәлгән.

Генетика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украин левкойы тоҡомоның тәүге линияһын алыу өсөн Скоттиш фолд (һалпыш ҡолаҡ) (һалпыш ҡолаҡлылыҡтың Fd доминант тәбиғи мутант гены) һәм Дон сфинксы (яланғас) (йөнһөҙлөктең Hrbd доминант тәбиғи мутант гены) тоҡомдары алына.

Украин левкойын үрсетеү һалпыш ҡолаҡ лыҡ доминант гены аша гетерозигота вариантында ғына мөмкин. Пар эсендә ата-инәнең береһе һалпыш ҡолаҡ булырға тейеш.


Айырмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Украинский левкойы» (ULV), «Дон сфинксы» (DSX) менән «Петербургский сфинксы» (РТВ) тоҡомдары араһында бик күп айырмалыҡтар бар. Улар араһында ошондай билдәләрҙе атап була:

Тәне

  • ULV —уртасанан алып оҙонлоғо арта бара, итләс, күкрәге киң түгел, оҙонсай(овал), овальная. Арҡа һыҙата бер аҙ эскә батып тора.
  • DSX —уртаса ҙурлыҡта, итләс, ныҡ. Кәүҙә уртаса оҙонлоҡта, арҡаһы тура, күкрәге киң, арҡаһы тура, арҡы һыны яурындарынан киңерәк .
  • РТВ — тәне оҙон һәм һығылмалы. Муйыны оҙон һәм һомғол. Күкрәк ситлеге һәм яурындары сандырынан киң түгел.

Ослоҡтары

  • ULV — оҙон ғына һәм ныҡ.
  • DSX —уртаса оһонлоҡта, итләс.
  • РТВ — оҙон һәм төҙөк

Тәпәйҙәре

  • ULV — Тәпәйҙәре овал, оҙон хәрәкәтсән бармаҡтар менән.
  • DSX — Тәпәйҙәре еңелсә түнәрәкләнеп тора, бармаҡтары оҙон.
  • PTB — Тәпәйҙәре нескә , овал, бармаҡтары оҙон.

Башы

  • ULV — оҙонайтылған шына фиғылында. Өҫтән ҡарағанда башы оҙнсайыраҡ бишмөйөш формаһын хәтерләтә.Маңлай тәпәш, ялпаҡ маңлайына ҡабарыңҡырап барып тоташа. Сикәләре һәм ҡаш дуғаһы башына мөйөш формаһы биреп, ныҡ айырылып тора.
  • DSX — шына һымаҡ , сикәләре һәм ҡаш өҫтө ныҡ айырылып тора. Маңлайы ялпаҡ, күп һанлы вертикаль йыйырсалар менән.
  • PTB —шына һымаҡ, танау осонан башлана ла ҡолаҡтарына ҡарай тура һыҙаттар яһап киңәйә.

Танау һәм маңлай араһында профиль

  • ULV — профиль «ступенчатый». Линии спинки носа и верхней части головы практически параллельны. Нос неширокий, средней длины с заметным переходом (пологая ступенька) ко лбу на уровне глаз.
  • DSX — нос средней длины, прямой переход ко лбу намечен.
  • PTB — танауы оҙон һәм тура, маңлайы ялпаҡ. Профиленең һыҙаты еңелсә слегка ҡалҡып тора.


  • ULV — ярайһы ғына ҙур, киң һәм юғары тора, ҡолағының өҫкө яғы 1/2 — 1/3 өлөшөнә алғы яҡтан аҫҡа бөгөлөп тора. Ҡолаҡтарының осо түңәрәкләнеп тора, йомшаҡ. Украин левкойҙарының ҡолағы ғәҙәти, тура. Былар . Это страйт левкойҙар.
  • DSX — ҙур, осо түңәрәкләнеп тора, түбәһендә бейек тора, бер аҙ алға эйелгән.Ҡолағының тышҡы ситтәре башының вертикаль һыҙатын дауам итә. Ҡолаҡтары араһы ҡолаҡ нигеҙе киңлегенән ҙур түгел. Внешний край ушей продолжает вертикальное очертание головы.
  • PTB —ҡолаҡтары бик ҙур, төбөндә киң, осо тарайып(ослайып) бөтә. Улар шынаның һыҙатын дауам итәләр.

Күҙҙәр

  • ULV —ҙур, миндаль формаһында, бер аҙ салышыраҡ, ҙур асылмаған. Күҙ төҫө ниндәй булһа ла ярай. Тәрән һәм ныҡ төҫлө күҙҙәр хуплана.
  • DSX — уртаса ҙурлыҡта, , миндаль формаһында йәки овал, мөйөш яһап тора. Күҙ төҫө ниндәй булһа хуплана.
  • PTB —күҙе миндаль формаһында , бер аҙ салышыраҡ, шына фиғылындағы башына килешеп тораКүҙенең төҫө ҡуйы йәшел. кКолорпойнттарҙыҡы зәңгәр. Ни тиклем ҡуйыраҡ булһа, һәйбәтерәк һанала.

Йөн япмаһының төҫө

  • ULV —ниндәй булһа ла ярай. Тэбби не разделяются по образцу рисунка.
  • DSX — бөтә төҫтәр ҙә рөхмәт ителә. Һүрәтләмәһе төҫтәр исемлегендә. 5
  • PTB — бөтә төҫтәр ҙә рөхмәт ителә . Һүрәтләмәһе төҫтәр исемлегендә. 5

Вибрисса, һиҙгер төктәр

  • ULV — тулҡынланып тора, тик булмаҫҡа ла мөмкин йәки һынып барырға мөмкин.
  • DSX — хуплана.
  • PTB —хуплана.

Эйәк

  • ULV — көслө, тик тупаҫ түгел. Танау йәберсәге һәм эйәгенең аҫҡы нөктәһе вертикаль һыҙат яһай..
  • DSX —көслө.
  • PTB — эйәге һәйбәт үҫешкән.

Томшоҡ

  • ULV —йоморо, еңелсә генә пинч ( сикә аҫтының ҡапыл тарайыуы) башының өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
  • DSX — томшоғо ҡыҫҡа, түңәрәк, һәйбәт үҫешкән , вибрисаларының төбө һәйбәт үҫешкән..
  • PTB — томшоғо тар, эйәк аҫты ныҡ үҫешкән һәм танауының осо менән бер вертикаль яҫылыҡта тора.

Тире һәм йөнө

  • ULV — йөн япмаһы бөтөнләй юҡ; тиреһе һығылмалы, артып тора; башында ҡолаҡтар араһында, күҙ өҫтөндө һәм аҫтында, муйынында, ҡултыҫ аҫтында һәм сандырында йыйырсалар яһап тора.

Өҫтөнлөк яланғастарына бирелә. Шулай ҙа, беренсе этапта күргәҙмәләге бесәйҙәрҙең йөн ҡалдыҡтары булырға мөмкин. Йәки бөтә тәне бер тигеҙ оҙонлоҡтағы ҡыҫҡа ғына (1-5 мм) вилюр йөн менән ҡапланған булыуы мөмкин. Үрсетеү өсөн браш вариацияһындағы заттар  : бөтә тәне буйынса тулҡынланып торған ҡаты йөн япмаһы булған заттар кәрәк. Урыны менән башында, муйынында, арҡаһында пеләш ерҙәре булырға мөмкин. Шулай уҡ, бөтә тәне йомшаҡ ҡына тулҡынланып торған «синтетика» тибындағы инә заттар кәрәк.

  • DSX — тиреһе һығылмалы, бөтөнләй яланғас йәки ҡарар күҙгә күренмәҫ мамыҡ менән ҡапланған. Башында һәм ҡорһағында бик күп йыйырсалар бар. Тәпәйҙәре , ҡойроғо һәм томшоғо ҡыҫҡа ғына йөн менән ҡапланған булырға мөмкин. Ләкин ике йәшенә ҡарай улар юҡҡа сыға. Бөтөнләй яланғас булыуҙары хуплана.
  • PTB — тиреһе нескә , хәрәкәтсән, бөтөнләй яланғас йәки еңелсә генә мамыҡ менән ҡапланған. Башында бик мул йыйырсалар яһай. Тәнендәге йыйырсалары әҙерәк. Вибриссалар булыуы хуплана. Йәшерәктәренең ослоҡтарында, ҡойроғонда, һәм томшоғонда еңелсә генә йөн ҡалдығы булырға мөмкин. Ләкин ике йәшенә ҡарай улар юҡҡа сыға. Бөтөнләй яланғас булыуҙары хуплана.

Күргәҙмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың сентябренән Халыҡ-ара фелинологик система (ICFA RU) левкойҙарға тоҡомло бесәйҙәр араһында үткән Украина Чемпионатында ҡатнашырға хоҡуҡ алды һәм чемпион титул ылыу мөмкинлегенә эйә булды.

Хатта еврочемпион исеме алырға һәм «Бест ин Шоу» конкурсында ҡатнашырға хоҡуҡлылар. Украин левкойҙарына шундай уҡ хоҡуҡ, Рәсәйҙең фелинологик ойошмаһы ( WCA) тарафынан Рәсәйҙәге тоҡомло бесәйҙәр Чемпионаттарында ҡатнашыу өсөн дә бирелгән. 2010 йылда 20 –нән артыҡ украин левкойы чемпион титулы алған.

Система WCF Украин левкойы WCF системаһында танылыу тапмаған тоҡомдарҙан. Шуға ла, чемпион исемен бер нисек тә ала алмай. Шулай ҙа, эксперттар тарафынан стандартына тейеш баһаны алалар. Бынан тыш, тоҡом эсендәге сараларҙа, шоуҙарҙа ҡатнаша ала.

Тәрбиә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был бесәй әрһеҙ, башҡа тоҡомдарҙан айырмалы, үҙенә айырым тәрбиә талап итмәй. Тик яланғас тиреле булғанға күрә, бары һыуыҡ мәлдә йылыла тоторға кәрәк.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]