Эстәлеккә күсергә

Цюрупа урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Улица Цюрупы (Уфа) битенән йүнәлтелде)
Цюрупа урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Цюрупа Александр Дмитриевич
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 3,7 km
Карта
 Цюрупа урамы Викимилектә

Цюрупа урамы — Өфөнөң Киров һәм Совет райондары биләмәһендә урынлашҡан. Ағиҙел йылғаһы ярынан башлана һәм тамамлана. Йыш ҡына «Цурюпа урамы» тип яңылыш әйтелә.

Цюрупа урамы — Өфөлә иң боронғо урамдарҙың береһе. Ул XVIII быуаттарҙа Ҙур Ильин урамы сатынан төньяҡҡа ҡарай формалаша башлай. Башланғысын Трунилов биҫтәһенән ала. Тәүҙә почта тракты булараҡ ҡулланыла, шуның өсөн уның йырындары аша күперҙәр төҙөлә. Уның тәүге атамаһы — Больничный урамы, сөнки унда губерна дауаханаһы торған. XIX быуат башында бында ағас губернатор йорто һалына (һаҡланмаған), аҙаҡ Губернатор урамы тип атала башлай (һуңынан башҡа урам да шундай исем ала, унда ла Губернатор йорто төҙөлгән).

Өфө планы буйынса 1819 йылда элек бер яҡлы булған Губернатор урамы ике яҡлы урамға әйләнә. Унда Полиция идаралығы, почта бүлексәһе, казармалар һәм казак атаманы йорто төҙөлә. Губерна телеграфы төҙөлгәндән һуң урам тағы исемен үҙгәртеп, Телеграфный урамы тип атала башлай.

1920 йылдан алып урам революционер-большевик Н. В. Подбельский хөрмәтенә сираттағы исемен ала, ә 1928 йылда тулыһынса дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре Александр Дмитриевич Цюрупа хөрмәтенә Цюрупа исеме менән алмаштырыла.

Тарихи биналар һәм ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уҡытыусылар институты бинаһы (Цюрупа, 9). Хәҙер ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы (театр факультеты, һынлы сәнғәт факультеты).
  • Мариинский гимназияһы бинаһы (Пушкин, 108 — Цюрупа, 11). Хәҙер 3-сө һанлы Гимназия.
  • Өфө губерна земство идаралығы бинаһы (Цюрупа, 12). Хәҙер ОАО «Уфимкабель».
  • Ҡала полицияһы идаралығы бинаһы (Октябрь революцияһы,14 — Цюрупа, 26). Хәҙер Ленин районының 1- се һанлы Янғын һүндереү часы.
  • Платоноватарҙың айырым йорто (Цюрупа урамы, 38). Хәҙер мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡи акттарҙы теркәүҙе алып барыу буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығы.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ өлөшө шәхси секторға һуҙыла, шуға күрә йәмәғәт транспорты урамдың көньяҡ яғын хеҙмәтләндерә. 2011 йылдың сентябрендә Цюрупа урамына параллель булған Ленин урамы автобустар һәм маршрут таксиҙары менән хеҙмәтләндерелә, ә Цюрупа урамының төп йәмәғәт транспорты булып троллейбустар тора. 2011 йылдың сентябрендә Ленин урамында бер яҡлы хәрәкәт индерелгәс, күп автобус маршруттары Цюрупа урамына күсерелә[1].

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.
  • Телеграфная улица (А. Цюрупы) — Фотографии Уфы до 1917 года