Умартасы (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Умартасы
The Keeper of the Bees
Фильм постеры
Жанр

мелодрама

Режиссёры

Джеймс Лео Михан

Төп
ролдәрҙә

Роберт Фрезер
Клара Боу
Марта Мэттокс

Кинокомпания

Gene Stratton Porter Productions

Оҙонлоғо

60 мин.

Ил

АҠШ

Йыл

1925

IMDb

ID 0015972

Умартасы (ингл. The Keeper of the Bees) — 1925 йылғы өнһөҙ һәм төҫһөҙ фильм. Джин Страттон-Портерҙың шул уҡ исемдәге романынан. Юғалған тип иҫәпләнә (трейлеры ғына тороп ҡалған).

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш ветераны Джеймс Льюис Макфарлан госпиталдә ята. Ул ғүмеренең һанаулы ғына ваҡыттары ҡалғанын белеп, госпиталдән ҡаса һәм бер ҡарт умартасының умарталығында тороп ҡала. Ҡарт тиҙҙән вафат була, умарталығын Макфарланға мираҫ итеп ҡалдыра. Шулай бер ваҡыт ул бер ҡыҙҙы ҡотҡара. Ҡыҙыҡай никахһыҙ ауырға ҡалған була, ғәрлегенән ул һыуға батып үлергә теләй. Макфарлан уға өйләнә. Әммә туйҙан һуң ҡыҙыҡай юҡҡа сыға.

Аҙағыраҡ ул күршеләш йәшәүсе Маргарет Камерон менән таныша, уның ярҙамы менән яраларын сәләмәтләндерә. Көтмәгәндә Макфарлан ҡатынының малай табыуы тураһында һөйөнсө ала. Ул больницаға килә. Әммә ул бүләк итеп бирелгән туй балдағын кейеп алған бөтөнләй икенсе ҡыҙға тап була. Серле ҡыҙыҡай үлеменән һуң сер сиселә. Баҡһаң, Макфарлан мисс Камерондың ҡыҙы Моллиға өйләнгән икән. Ул ауырлы апаһы Лоллиҙың репутацияһын һаҡлау маҡсатында, үҙен апаһы Лолли итеп күрһәткән булған. Һөҙөмтәлә, Макфарлан Моллиға ғашиҡ була һәм уға икенсегә өйләнә. Быныһында ысынбарлыҡта.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Роберт Фрезер — Джеймс Льюис Макфарлан
  • Джозеф Свикард — умартасы Майкл Уортингтон
  • Марта Мэттокс — Маргарет Камерон
  • Клара Боу — Лолли Камерон
  • Элис Миллс — Молли Камерон

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]