Эстәлеккә күсергә

Унтер Пришибеев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унтер Пришибеев
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1885

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1885 йылдың 18 октябрендә

Унтер Пришибеев — урыҫ яҙыусыһы Антон Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған һәм тәүге тапҡыр ошо уҡ йылдың 18 октябрендә Петербург гәзитенең 273-сө һанында баҫылып сыҡҡан.

Хикәйә, беренсе тапҡыр 1885 йылдың 18 (5 иҫке стиль буйынса) октябрендә Петербург гәзитенең 273-сө һанының «Летучие заметки» бүлегендә «Ошаҡсы» тип аталып, А. Чехонте псевдонимы аҫтында баҫыла. Яңы атамаһы Чехов әҫәрҙәренең Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа сығарған икенсе томында яҙыусы тарафынан бирелә.

Чехов тере саҡта был хикәйә нимес, серб-хорват, чех телдәренә тәржемә ителә.

"Сержант Пришибеев " хикәйәһе Чехов тарафынан башта «Осколки» гәзите өсөн яҙыла, тик уның мөхәррире Николай Лейкин хикәйәне оҙон, көлкөлө түгел һәм бик ҡоро тип таба. Лейкин үҙе хикәйәнең ҡыҫҡа вариантын яҙа, тик уны цензура кире ҡаға. Лейкин кәңәше менән Чехов хикәйәһен цензура проблемаһы булмаған Санкт-Петербург гәзитенә ебәрә. Унда хикәйә «Ошаҡсы» исеме аҫтында баҫылып сыға.

Хикәйәнең Петербург гәзитендә баҫылған версияһында Чехов ваҡиғаның датаһын алыштыра (3 август урынына 3 сентябрь тип яҙа) һәм Пришибеевтың ҡылыҡһырламаһын йомшарта, мировойҙың Пришибеевты «һин», урынына «һеҙ» тип әйтергә өйрәткән күренеште өҫтәп яҙа: «Әгәр иҫәр кешене туҡмамаһаң, йәнеңә гонаһ алаһың. Бигерәк тә, әгәр ысын ғәйеп һәм тәртипһеҙлек булһа…»

Сержант Пришибеев үҙенең армиялағы иҫке ҡылығы буйынса «тәртипте» нисек һаҡлауы арҡаһында полиция менән ҡытыршылыҡҡа керә.

Чехов А. П. Унтер Пришибеев // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.