Урал лаготисы
Урал лаготисы | |
![]() | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | L. uralensis |
---|---|
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Lagotis uralensis Schischk., 1955 |
Таксономия рангыһы | Төр |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Лаготис |
![]() |
Урал лаготисы[1] (лат. Lagotis uralensis) — ике өлөшлө үҫемлектәр төрө , Лаготис (Lagotis) Юл япрағы һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай (Plantaginaceae). Был үҫемлектең үҙенсәлектәре беренсе тапҡыр 1955 йылда Рәсәй ботанигы Борис Константинович Шишкин тарафынан яҙылған.[2][3].
Таралған урыны һәм тирә-яҡ мөхите[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй эндемигы, Төмән өлкәһендә, Уралда [4] һәм илдең Европа өлөшөндә билдәле[5].
Йылға ярҙарында,сфагн бологтарында , тундраларҙа үҫә, [4].
Ботаник һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вертикаль рәүешле ҡыҫҡа тамырлы яланғас тәнле үҫемлек[4].
Һабағының бейеклеге 15-40 см[4].
Тамырына яҡын үҫкән япраҡтары киң генә, йомортҡа формаһында, ситтәре тотош йәки теш кеүек семәрле; һабағындағы япраҡтары һабаҡҡа яҡын һылашҡан, тамыры янында үҫкәндәренән бәләкәйерәк һәм бер береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан[4].
Сәскәләренең формаһы башаҡ төҫлө, тығыҙ ,сәскәләре аҡһыл төҫтәге тажға оҡшаған, цилиндрға оҡшаған көпшәнән сыҡҡан [4].
Тәбиғәттә һаҡлау шарттары [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урал лаготисы - Свердловск, Төмән һәм Силәбе өлкәләре, Башҡортостан республикаһы, Ырымбур өлкәһе, Коми һәм Ханты-Манси автономиялы округтарының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән үҫемлек[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Лаготис уральский 2016 йылдың 15 ноябрь көнөндә архивланған.: информация о таксоне в проекте «Плантариум» (определителе растений и иллюстрированном атласе видов).
- ↑ Lagotis uralensis Schischk.
- ↑ Tropicos | Name - Lagotis uralensis Schischk
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 FLORA 2020 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Catalogue of Life : Lagotis uralensis Schischk