Эстәлеккә күсергә

Урмантау ауыл Советы (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урмантау ауыл Советы битенән йүнәлтелде)
Урмантауский сельсовет
Ил

Рәсәй флагы Рәсәй

Статус

Ауыл биләмәһе

Урынлашҡан урыны

 Башҡортостан Республикаһы
Салауат районы

Берләштерә

3 тораҡ пункт

Административ үҙәк

д. Урмантау

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Почта индексы

452494

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Код ОКАТО

80247870000

Урмантау ауыл СоветыСалауат районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмектәр һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452494. ОКАТО коды — 80247870000. ИФНС коды — 0220. Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 16 декабрендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында законы»на ярашлы ауыл биләмәһе[1].статусына эйә.

2008 йылда Урмантау ауыл Советы Таймый ауыл Советы биләмәһе менән берләштерелгән.

Ауыл советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урмантау ауылы — административ үҙәк, ауыл Ташауыл, Атаутамаҡ (42п-се ҡушымта);;[1]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр» Законында[2] былай тип яҙылған:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:

38) Салауат районы буйынса:
Таймый һәм Урмантау ауыл Советтарын, административ үҙәге Таймый ауылында урынлашҡанлыҡтан, «Таймый» атамаһын һаҡлап, берләштерергә.
Таймый ауыл Советы составына Урмантау ауыл Советының Урмантау, Ташауыл, Атаутамаҡ ауылдарын индерергә.
Күрһәтелгән схематик картаға ярашлы, Таймый ауыл Советы сиктәрен раҫларға.
Урмантау ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәре исемлегенән төшөрөү;

2008 йылға Урмантау ауыл Советы биләмәһе Дыуан районы менән, муниципальным образованием Салауат районы Таймый ауыл Советы менән сиктәш булды («Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» 2004 йылдың 17 декабрҙә ҡабул ителгән 126-з һанлы Законы)[3].