Уругвай (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уругвай
исп. Río Uruguay
Характеристика
Оҙонлоғо 1600 км
Бассейн 365 000 км²
Һыу сығымы 5500[1] м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Пелотас менән Каноас
 · Бейеклеге 1800 м
 · Координаталар 27°36′30″ ю. ш. 51°27′21″ з. д.HGЯO
Тамағы Ла-Плата
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 33°56′45″ ю. ш. 58°24′34″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Илдәр Бразилия Бразилия, Аргентина Аргентина, Уругвай Уругвай
Уругвай (йылға) (Көньяҡ Америка)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Уругвай Викимилектә

Уругвай (исп. Río Uruguay) — Көньяҡ Америкалағы йылға.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның атамаһы гуарани индеецтарының теленән барлыҡҡа килә һәм «төрлө төҫтәге ҡоштар йылғаһы» тип тәржемә ителә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Бразилияла, 1800 метр бейеклектә Пелотас һәм Каноас йылғалары ҡушылған урында, башлана. Артабан Уругвай төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Йылға һул яҡ яр буйындағы Бразилия һәм Уругвай менән уң яҡтағы Аргентина араһында дәүләт сиген барлыҡҡа килтерә. Парана йылғаһының Ла-Плата эстуарийына ҡоя.

Оҙонлоғо — яҡынса 1600 км[2] (Пелотас йылғаһы менән бергә — 2200 км), бассейн майҙаны — 365 мең км²[1]. Үҙенең тамағында киңлеге 12 километрға барып етә.

Төп ҡушылдыҡтары — Ибикуи һәм Рио-Негро.

Хужалыҡта әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сальто ҡалаһына тиклем үрге ағымында, Уругвай йылғаһы ҡая теҙмәләре аша үткән урында һикәлтәләр бик күп. Сальто ҡалаһынан түбәнерәк йылғала суднолар йөрөй ала[3]. Төп порттары: Конкордия (Аргентина), Сальто, Пайсанду, Фрай-Бентос (Уругвай).

Уругвай йылғаһы системаһы гидроэнергетика мохтажлығы өсөн файҙаланыла. Аргентина һәм Уругвайҙың уртаҡ «Салто-Гранде» гидро-электр станцияһы йылғала иң ҙуры тип иҫәпләнә. Уругвай ҡушылдығы Рио-Негро йылғаһында ике эре гидро-электр станциялары — Ринкон-дель-Бонете һәм Ринкон-дель-Байгоррия төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Varis Olli. Management of Transboundary Rivers and Lakes. — Springer, 2008. — P. 272. — ISBN 9783540749264. (инг.)
  2. Río de la Plata. Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года. (инг.)
  3. «Страны и народы: Южная Америка», Москва, «Мысль», 1983, стр. 212

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]