Парана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Парана
исп. Río Paraná, порт. Rio Paraná
Росарио янында суднолар йөрөшө
Росарио янында суднолар йөрөшө
Характеристика
Оҙонлоғо 4380 км
Бассейн 2 582 672 км²
Һыу сығымы 17 500[1] м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Паранаиба менән Риу-Гранди
 · Координаталар 20°05′06″ ю. ш. 51°00′02″ з. д.HGЯO
Тамағы Ла-Плата
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 33°56′46″ ю. ш. 58°24′32″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Илдәр Бразилия Бразилия, Парагвай Парагвай, Аргентина Аргентина
Парана (Көньяҡ Америка)
Blue 0080ff pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Парана Викимилектә

Парана́ (исп. Paraná, порт. Paraná) — Көньяҡ Америкала оҙонлоғо буйынса (Амазонканан һуң) икенсе йылға. Бразилия, Парагвай һәм Аргентина территориялары буйлап аға. Оҙонлоғо — 4380 км. Бассейн майҙаны 2 582 672[2] км².

Йылғаның атамаһы гуарани индеецтары телендә «ҙур йылға» тип аңлатыла.[3] Башҡа версиялар буйынса гидроним «бәхетһеҙлек йылғаһы» (исп. río de la desgracia) тип аңлатылған Паранапано һүҙенән[4], йәғни «диңгеҙ әсәһе» индеецтар һүҙенән барлыҡҡа килә[5].

Гидрография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға бассейны

Парана Бразилия территорияһында, Бразилия яҫы таулығының көньяҡ өлөшөндә Паранаиба һәм Риу-Гранди йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Артабан Парана йылғаһы башлыса көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Оҙонлоғо — 4380 км[3], бассейн майҙаны — 2663 мең км²; уртаса тәрәнлеге 12 м, максималь тәрәнлеге — 48 м[1]. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 17,5 мең м³/с тәшкил итеп, 6 меңдән 30 мең м³/с тиклем тирбәлергә мөмкин[1].

Үрге ағымында йылға лавалы плато аша үтә шунлыҡтан был урында бихисап тупһалар һәм шарлауыҡтар осрай. Һул ҡушылдығы Игуасу йылғаһында бейеклектәре 72 метрға барып еткән Игуасу шарлауыҡтары урынлашҡан. Артабан Парана йылғаһы Ла-Плата уйһыулығына сыға һәм уның буйлап үҙенең тамағына тиклем аға. Иң ҙур ҡушылдығы Парагвай менән ҡушылғандан һуң Парана көньяҡҡа табан борола һәм күп кенә тармаҡтарға, ҡылымыҡтарға һәм иҫке үҙәндәргә бүленеп киңлеккә 2 километрға тиклем тарала. Дьяманте ҡалаһынан һуң тигеҙлеккә сыҡҡас, йылға 50 километрға тиклем киңәйә.

Росарио ҡалаһынан һуң йылға көньяҡ-көнсығышҡа борола, артабан яҡынса 130 км-ға һуҙылған һәм 18 км-ҙан 65-ға тиклем киңәйгән дельта барлыҡҡа килтереп Атлантик океандың Рио-де-ла-Плата эстуарий-ҡултығына ҡоя[6].

Ҙур ҡушылдыҡтары:

  • һул ҡушылдыҡтары: Тьете, Пейши, Паранапанема, Иваи, Пикири, Игуасу, Корриентес, Гуалегуай, Уругвай.
  • уң ҡушылдыҡтары: Парагвай, Сан-Хавьер, Рио-Саладо, Чоканчарава, Агуапеи.

Хужалыҡта әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Итайпу — донъялағы иң ҙур ГЭС-тарының береһе

Парана — регионда төп һыу транспорты артериһы. Росариоға тиклем (тамағынан 640 км юғарыраҡ) йылға буйлап диңгеҙ караптары күтәрелә ала; Посадас ҡалаһына тиклем уртаса судноларҙа, ә унан юғарыраҡ — бәләкәй йылға судноларында йөрөргә мөмкин.

Парана йылғаһында күп кенә гидроэлектростанциялар, 29 ҙур дамбалар төҙөлгән[2]. ГЭС-тар араһында иң ҙурҙары Итайпу (14 ГВт), Ясирета (3,85 ГВт), Илья-Солтейра (3,4 ГВт) һәм Жупия (1,4 ГВт)[3].

Йылға буйындағы ҙур ҡалалар: Посадас, Корриентес, Санта-Фе, Парана, Росарио. Ла-Плата яр буйында Буэнос-Айрес (Аргентинаның баш ҡалаһы) һәм Монтевидео (Уругвайҙың баш ҡалаһы) урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Парана — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006  (рус.)
  2. 2,0 2,1 Карта бассейна Параны и базовая информация на сайте EarthTrends, World Resources Institute
  3. 3,0 3,1 3,2 Парана (река в Юж. Америке) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. C.M.Caddel. Historia de los misiones en el Japon y Paraguay. Madrid, 1858, стр. 273
  5. Мәҫәлән бында ҡарағыҙ
  6. Paraná River — Encyclopædia Britannica