Урҙайбаш ауыл Советы (Бүздәк районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урҙайбаш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Урҙайбаш
Административ-территориаль берәмек Бүздәк районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Урҙайбаш ауыл Советы  — Бүздәк районы соствындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).Почта индексы — 452723. ОКАТО коды — 80217843000. Арыҫлан ауыл Советы менән берләштерелә. 

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урҙайбаш ауылы- административ үҙәк, Киәҙебаш, Ҡыҙылйылға ауылдары

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы (ст.1 п. 14) «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Иҫке Боғаҙы ауылында алминистартив үҙәге менән,"Арыҫлан" атамаһын һаҡлап, Арыҫлан һәм Урҙайбаш ауыл Советтарын берләштерергә.

Урҙайбаш ауыл Советының Урҙайбаш, Киәҙебаш, Ҡыҙылйылға ауылдарын Арыҫлан ауыл Советы составына индерергә.
Арыҫлан ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Урҙайбаш ауыл Советын алып ташларға


2008 йылда Ҡаран ауыл Советы, Арыҫлан ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]