Уфа (журнал)
Уфа | |
Нигеҙләү датаһы | 2001 |
---|---|
Атамаһы | Уфа (журнал)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Өфө ҡалаһы ҡала округы |
Мөхәррир | Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы |
Ил |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Барлығы етештерелгән | 5000 |
Адрес | Уфа, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 704-се офис. |
Почта индексы | 450095 |
Рәсми сайт | journal-ufa.ru |
«Уфа» — ижтимағи-сәйәси журнал, ваҡытлы матбуғат баҫмаһы. 2001 йылдың декабренән Өфө ҡалаһында урыҫ телендә нәшер ителә. Ай һайын яҡшы аҡ ҡағыҙҙа, 80 битле булып сыға. «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһе эйәһе. Яҙылыу буйынса тиражы — 5 мең дана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Уфа» журналы 2001 йылдан сыға башлай. Шул ваҡыттан алып баш мөхәррир вазифаһын Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы башҡара. Уның етәкселегендә сыҡҡан айлыҡ ижтимағи-сәйәси журнал почта бүлексәләре, «Өфө-печать» киосктары аша тарала, шулай уҡ мөхәрририәттә альтернатив яҙылырға мөмкин.
Рубрикалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Арзан булмаған эш», «Ҡара ҡумта», «Экономкласс» рубрикаларында баш ҡала тормошоноң барлыҡ өлкәләре буйынса аналитик күҙәтеүҙәр донъя күрә. «Аҫаба өфөлөләр» проекты үҙ һөнәре буйынса уңыш ҡаҙанған гражлдандар менән таныштыра. «Өфө шәжәрәһе», «Риүәйәт һаман хәтерҙә» рубрикаларында тыуған яҡты һәм Өфөнө өйрәнеү буйынса үҙенсәлекле материалдар баҫыла. «Башлыҡ көндәлеге», «Ай ваҡиғаһы», «Баш ҡала почергы», «Репортажды — һанға», «Эшлекле һөйләшеү», «Мәҙәни сәйәхәт», «Artefaktus», «Хәтер», «Этно», «Ҡала хужалығы», «Тыуған ҡала буйлап», «Риза һәм ҡаршы», «Ҡала технологиялары» рубрикалары гәзиттең йөкмәткеһен төрләндерә. 2002 йылда журналдың ижади коллективы төбәктәге иң боронғо — 1838 йылда сыға башлаған «Уфимские губернские ведомости» гәзите традицияларын дауам итеп, «Уфимские ведомости» гәзите тергеҙелә. Журналда сыҡҡан бик күп тарихи факттар, иҫтәлекле фотографиялар белгестәр һәм уҡыусылар өсөн асыш булып тора. Ошо мәҡәләләр нигеҙендә 2004 йылда редакция «Өфө шәжәрәһе» тип аталған китап нәшер итә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Көслө Башҡортостан — ҡөҙрәтле Рәсәй» Республика бәйгеһенең I этабында «Алтын ҡаурый» (2007 йыл) номинацияһында лауреат дипломы.
- Ҡаланың «Йөҙгә йөҙ ҡарап»(2007 йыл) эшлекле йәмәғәт премияһын уҙғарыуҙа күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт хаты.
- Ҡаланың үҫеше буйынса йәмәғәт фондының рәхмәт хаты (2009 йыл).
- Мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсыларҙың Римма Батталова менән осрашыуын уҙғарыуҙа әүҙем ярҙам күрһәткән өсөн Рәсәй Федерацияһы Параолимпия комитетының рәхмәт хаты (2009 йыл).
- «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берекмәләре» конкурсының «Урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыуҙы яҡтыртҡан иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары» номинацияһы дипломы (2010 йыл).
- «Өфө» журналының «Матбуғаттың алтын фонды 2015» билдәһе танытмаһы.
- «Журналистар урындағы үҙидара яҡлы» Бөтә Рәсәй конкурсының «Киң мәғлүмәт сараларының ваҡытлы баҫмаларында донъя күргән иң яҡшы мәҡәлә» номинацияһында Еңеүсе дипломы (2016 йыл).
- Өфө ҡалаһы Октябрьс районы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2016 йыл).
- Рәсәй Журналистар союзының «Иң яҡшы махсус проект/журналист акцияһы/мәҡәләләр циклы» номинацияһында еңгән «Бәхетле билет» махсус проекты өсөн II дәрәжә диплом (2017 йыл).
- «Бөтә Рәсәй 2019» матбуғат фестивалендәге журналистар бәйгеһенең «Махсус проект/Йыл акцияһы» номинацияһында еңгән «Мин башҡортса өйрәнәм» рубрикаһы өсөн бирелгән диплом.
Проекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]450095 Уфа, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 704-се офис.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.