Фаселис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фаселис
Рәсем
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 700
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә[1]
Административ-территориаль берәмек Анталья
Рәсми сайт muze.gov.tr/phaselis-en
Категория с картами на Викискладе Maps of Phaselis
Commons-logo.svg Фаселис Викимилектә

Фаселис — боронғо Ликияның ҡалаһы, хәҙерге Төркиә биләмәһендәге Анталья провинцияһында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса, ҡалаға беҙҙең эраға тиклем VII быуатта Урта диңгеҙҙә сығып торған ҙур булмаған ярымутрауҙағы Родос утрауынан Лакаиос етәкселегендәге колонистар тарафынан нигеҙ һалына. Фаселис Текирова юлында ята, Кемер ҡалаһынан 16 км алыҫлыҡта (60 км алыҫлыҡта Анталья), ул тәбиғәт паркының матур ҡарағай һәм кедр ағастары араһында урынлашҡан. Ҡалаға шулай уҡ Кемерҙан диңгеҙ юлы менән дә барып була.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала исеме лувий телендә Фасала булараҡ яңғырай (Паассал) һәм «диңгеҙ ҡалаһы» тигәнде аңлата[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Схема — карта
Төньяҡ гавань (А)
Үҙәк урам (G)
Театр (J)

Ҡаланың өс гаване бар: береһе төньяҡ ярымутрауҙа, икенсеһе төньяҡ-көнсығышта, ә өсөнсөһө көньяҡ-көнбайыштаурынлашҡан. Рим географы Страбон урта гавань артында ҙур булмаған күл булған, бөгөнгө көндә ул һаҙлыҡҡа әйләнгән тип хәбәр итә. Гавань, агор (баҙарҙар урыны) кәүҙәләнеше фрагменттары, ҡала тәңкәләрендә антик караптар һүрәте Фаселистың сауҙа ҡиәфәтен раҫлай. Моғайын, ҡала урмандарға бай булған Тавр һыртынан (урмандар сылбыры) башҡа урта диңгеҙ гавандаренә урман ташыу өсөн барлыҡҡа килгән. Ике тарихи өлкәләр сигендә урынлашҡан Фаселис ҡайһы берҙә Ликияныҡы, ҡайһы берҙә Памфилияныҡы тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраға тиклем V быуатта ҡалала сират буйынса фарстар өҫтөнлөк итә — күпмелер ваҡыт V быуатта б . э . тиклем ҡала фарстарҙан азат ителә һәм Афина диңгеҙ союзына инә. Һуңынан, б. э. тиклем IV быуатта өлкәнең башлығы Кария Мавсой һәм күрше ҡаланың хакимы Лимир Периклес була. Беҙҙең эраға тиклем 333 йылда ҡала Искәндәр Зөлҡәрнәйҙе ҡаршы ала һәм уға алтын таж тапшыра. Бәлки, Фаселиста Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең алтын саркофаг менән кәүҙәһе һаҡланалыр. Рим империяһының һуңғы көндәрендә, христианлыҡ сәскә атып, яңы дин яҡлылар бөтә мәжүсилете юҡҡа сығарған ваҡытта Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең кәүҙәһе менән саркофагты Искәндәриәнән сығаралар[3]. Ул саҡта ҡала алһыу зәңгәр май һәм раузалар менән дан тотҡан тип әйтелә. Бөйөк Искәндәрҙән һуң ҡала ҡулдан ҡулға күсә —Птоломейҙар, родоссылар власы аҫтында була, ә б. э. тиклем 167 йылда Ликия лигаһы ағзаһы була һәм был союз тәңкәләре өлгөһөндә тәңкәләр һуға. Олимпос ҡалаһы менән бергә Фаселис ваҡыт ваҡыты менән юлбаҫарҙар талауына дусар була, ә б. э. тиклем 42 йылда Рим хакимлығы аҫтына күсә. Ошо ваҡыттан алып ҡаланы яңынан төҙөү башлана, уның именлеге арта. Ҡаланың үҫеше 300 йыл самаһы дауам итә. 129 йылда ҡалаға император Адриан килә. Көньяҡ гавандән башланған мөһим урамға ингән урында уның хөрмәтенә көмбәҙле монументаль арка төҙөлә. Тарихсылар һөйләүе буйынса, ҡала ваҡыт ваҡыты менән биҙгәк эпидемияһынан ыҙа сигә, күрәһең, уны родос моряктары алып килгән, ә ҡайһы берҙә ҡырағай һағыҙаҡтар һөжүменән ҡыйын көндәр кисерә. V—VI быуаттарҙа Фаселис Византия хакимлығы ваҡытында, Халкедон соборы шарттарын ҡабул иткән ҡалаларҙың береһе була (451 йыл). VII быуатта ғәрәптәр баҫып ингәс, ҡала үҫеше тарихында яңы осор башлана (VIII быуат). Был осорға ҡала стеналары емереклектәре һәм ҡоролмалары ҡарай.

1158 йылда ҡаланы сәлжүктәр ҡамай. Унан һуң ер тетрәүҙәр, шулай уҡ Анталья һәм Аланья порттарында сауҙа әүҙемлегенең артыуы сәбәпле, Фаселис XIII быуатта әһәмиәтен юғалта һәм кешеләре уны ҡалдырып китә. Риүәйәттәргә ярашлы, ҡалаға нигеҙ һалыу өсөн ер бер тоҡ балыҡҡа һатып алына.

Бөгөнгө Фаселис[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө тиклем һаҡланған күпселек емереклектәр рим һәм византия дәүеренә ҡарай һәм, төньяҡ һәм көньяҡ гавандәрҙе тоташтырған төп урамдарҙа урынлашҡан. Театр һәм агора (баҙар майҙаны, йыйылыштар урыны) районында ҙур булмаған майҙан урынлашҡан, уның көньяҡ-көнсығыш яғындағы баҫҡыс театрға һәм акрополгә алып бара. Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта акрополь битләүендә төҙөлгән Фаселис театры сағыштырмаса ҙур түгел (20 рәте 3 мең кешегә иҫәпләнгән) һәм эллин осоро амфитеатрының типик үрнәге булып тора. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән емереклектәр театрҙың римлеләр тарафынан төҙөлгәнлеге тураһында һөйләй. Һуңғы рим осоронда амфитеатр арена булып хеҙмәт итә, ә һуңғы византия дәүерендә уның сәхнәһе ҡала диуары өлөшө булып ҡулланыла.

Ҡалаға ингән урындың уң яғында ҡала ҡәлғәһенең иң боронғо диуарҙары (б. э. тиклем III быуат), шулай уҡ ғибәҙәтхананың йәки монументаль төрбәнең емереклектәре бар. Төньяҡ гавань артындағы битләүҙәрҙә ҡала зыяраты һуҙылған. Фаселистың иң таң ҡалдырған емереклектәре — автомобилдәр туҡталыш өҫтөндә ҡалҡып торған һыу үткәргес торбалары. Ҡала төньяҡ ҡалҡыулыҡта һыу менән шишмәнән тәьмин ителгән. Ҡалала өс агора булған: береһе театр ҡаршыһында, ҡалған икеһе көньяҡ гавангә алып бара торған төп урамдың уң яғында. Театр ҡаршыһындағы агора эсендә византия осороноң ҙур булмаған базиликаһының емереклектәре күренә. Ҡала майҙаны районындағы ҡала мунсалары ла ҡыҙыҡ. Йылытыу системаһы рим йыуыныу урыны өсөн типик булған бәләкәй мунсалары бигерәк тә ҡыҙыҡлы, Ҡаланың ике некрополендә Эрос һәм арыҫлан фигуралары һүрәттәре менән ҡапҡаслы кәшәнәләр урынлашҡан.

Тарихсылар мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡаланың төп ҡурсалаусы алиһәһе булып -аҡыл һәм һуғыш алиһәһе Афина була. Акрополдең көнсығыш битләүендә ике ғибәҙәтхананың емереклектәре күренә — Паллада Афинаһының храмы һәм сауҙа аллаһы Герместың храмы. Афина храмында Ахиллдың легендар һөңгөһө һаҡлана.Ҡаланың башҡа ҙур ҡоролмалары ер аҫтында ята һәм үҙенең тикшереүселәрен көтә. Ҡаҙылмалар барышында табылған артефакттар Анталья музейында һаҡлана[4]

Фаселис халҡы тилбер сауҙагәр булараҡ билдәле була. Ҡатын-ҡыҙҙар айырым «сисое» прическаһы йөрөтә: ул Мысыр алиһәһе Изиданың прическаһына оҡшай. Билдәле ҡала кешеләренән философ Теодектты атарға мөмкин. Икенсе билдәле кеше Родиаполистан бай кеше Опрамаос, ул сираттағы ер тетрәүҙән һуң ҡаланы төҙөкләндереү өсөн аҡсаһының байтаҡ өлөшөн тотона.

Ҡаланың дини эшмәкәрҙәрҙең береһе тип Фронтоны атарға мөмкин, ул Халкедон соборында ҡатнаша, һәм Аристомедос 458 йылда шул ваҡыттың билдәле дини эшмәкәрҙәре менән император Арыҫлан Беренсегә хат яҙа.

Фотоһүрәттәр галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GeoNames — 2005.
  2. Кунар, Серхат. Вся Турция. Туристический справочник и история. — Стамбул: НЕТ Туристик Яйынлар А. Ш., 2008. — 136 с ISBN 978-975-479-632-1. (с. 82.)
  3. Фаселис
  4. Кунар, Серхат. Вся Турция. Туристический справочник и история. — Стамбул: НЕТ Туристик Яйынлар А. Ш., 2008. — 136 с ISBN 978-975-479-632-1. (с. 83.)

һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]