Февраль патенты
Февраль патенты | |
нем. Februarpatent | |
Нәшер ителеү ваҡыты | 26 февраль 1861 |
---|---|
Февраль патенты Викимилектә |
Февраль патенты (нем. Februarpatent) — 1860 йылдың 20 октябрендә ҡабул ителгән Октябрь дипломы урынына, 1861 йылдың 26 февралендә баҫтырылған Австрия империяһының конституцион акты. 1867 йылдың 21 декабрендә Декабрь конституцияһы Цислейтанияға алмаштырылған.
Мөһим положениялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге палата ағзалары император тарафынан ғүмерлеккә тәғәйенләнә. Уның составына хаким итеүсе фамилиялар ағзалары, Католик Сиркәү иерархияһы, юғары аристократия вәкилдәре һәм дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ошо хөрмәткә лайыҡ булыусылар инә. Түбәнге палата, империя ерҙәре составына инеүсе ландтагамдар менән һайланған булырға тейеш. Ул 343 депутатты үҙ эсенә ала: 120 кеше Венгриянан — 120, Ломбардия-Венециянан — 20 һәм ҡалған территорияларҙан — 203.
Парламент йөкләмәләре «Ҙур» һәм «Бәләкәй» секцияларға бүленә. «Ҙур» секцияла тотош империя, шул рәттән Венгрияға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелә. «Бәләкәй» секция төбәк проблематикаһын ҡарай. Асылда, ул Венгрия парламентының үҙ тәғәйенләнешен ҡабатлай. Венгрия короллеге үҙенең эске мәсьәләләрен көйләүҙе үҙ Милли йыйылышы аша хәл итеү хоҡуғына эйә була.
Император Рейхсрат сессиялары араһындағы тәнәфесе ваҡытында ҡабул ителгән закондарҙы ғәмәлдән сығарыу һәм «ғәҙәттән тыш ҡарарҙар» сығарыу хоҡуғына эйә.
Февраль патентының яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрия һәм Галицияла яңы дәүләт ҡоролошо артыҡ үҙәкле тигән тәнҡиткә дусар була. 1865 йылдың 20 сентябрендә ҡабул ителгән «Империяның вәкиллеге тураһындағы законы» Патент эшмәкәрлеген туҡтата. Февраль патентының бик күп нормалары 1918 йылда Австро-Венгрияның тарҡалыуына тиклем булған, 1867 йылғы Конституция нигеҙенә һалына.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҙур Совет Энциклопедияһы, 3 изд.: М., 1969—1978.
- Okey, Robin, The Habsburg Monarchy c.1765-1918: From Enlightenment to Eclipse. (Palgrave Macmillan: NY) 2001.
- Ingrao, Charles W., The Habsburg Monarchy 1618—1815, 2nd Edition. (Cambridge University Press: NY) 2000.
- «Austria and the Problem of Reform in the German Confederation, 1851—1863», Enno E. Kraehe, The American Historical Review, Vol. 56, No. 2. (Jan., 1951).