Фекерләшеү:Дөгө
Уҡыу көйләүҙәре
«Дөгө» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Дөгө» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Рис (продукт питания)» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. |
- Дөйөм фекергә килеүҙе талап иткән һорауҙар:
- 1) Мәҡәлә исеме - Дөгө (ризыҡ төрө) - бигүк аныҡ түгел. Дөгө үҙе түгел, ә уның ярмаһы (дөгө ярмаһы) ризыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла, шулай булғас, «ризыҡ төрө» тип әйтеп булмайҙыр ул. Шуға ла атама ябай ғына: «Дөгө» тип алынһа, ниндәй буталыш була һуң? --Айсар (әңгәмә) 15:54, 14 май 2017 (UTC)
- Башҡа телдәрҙә башлыса бер генә һүҙ ҡулланыла, башҡортса «Дөгө» тип алайыҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:38, 14 май 2017 (UTC)
- 2) Текста урыҫ телендәге «Рисовое зерно» «Дөгө бойҙайы» тип яҙыла. Был да һорау тыуҙыра: «зерно» һүҙе бер нисек тә «бойҙай» тип тәржемәләнмәй (бәлки ниндәйҙер урындағы һөйләштә шулайҙыр, ҡайһы бер ерҙә күптәр ултыртҡан картуфты ла сәсәләр бит), «зерно» һүҙлектәрҙә «орлоҡ» һәм «бөртөк» тип алынған, ә «бойҙай» - кире тәржемәләгәндә - «пшеница». Бынан сығып, контексҡа ярашлы «дөгө бөртөгө» йә «дөгө орлоғо» тип яҙырға кәрәктер ул. --Айсар (әңгәмә) 15:54, 14 май 2017 (UTC)
- 1) Мәҡәлә исеме - Дөгө (ризыҡ төрө) - бигүк аныҡ түгел. Дөгө үҙе түгел, ә уның ярмаһы (дөгө ярмаһы) ризыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла, шулай булғас, «ризыҡ төрө» тип әйтеп булмайҙыр ул. Шуға ла атама ябай ғына: «Дөгө» тип алынһа, ниндәй буталыш була һуң? --Айсар (әңгәмә) 15:54, 14 май 2017 (UTC)
- Эйе, дәү атамаһын Дөгө тип кенә алайыҡ. Зерноһын - дөгө бөртөгө йә дөгө орлоғо - контексҡа ҡарап. Alfiya55 (әңгәмә) 18:11, 14 май 2017 (UTC)
- Дөгө үҫемлеге тураһында айырым мәҡәлә (исеме «Дөгө») барлығын иҫәпкә алып, мотлаҡ булырға тейеш был мәҡәлә атамаһын «Дөгө» итеп үҙгәртеп, үҫемлек хаҡындағыһын «Дөгө (үҫемлек)» тип алырға тәҡдим итәм. --Айсар (әңгәмә) 16:56, 15 май 2017 (UTC)