Фекерләшеү:Енәйәтсесә уйлау-фекерләү

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Мыслить как преступник. Минеңсә, бында уйлау-фекерләү тип алыу үҙен аҡламай. "Думать и мыслить как преступник" булһа, барыр ине, тик ҡушма ҡылым рәүешендә түгел, ә уйлау һәм фекерләү тип айырым яҙып. ("Ике ҡылымдан тороп, бер төшөнсә аңлатҡан ҡылымдар ҡушма ҡылым тип атала"; миҫалдар: йырлай-йырлай, теләр-теләмәҫ, артҡандан-арта, ашап-эсеп, уйнай-көлә). Ә беҙҙең осраҡта уй-фекер тигән парлы исем бар, әммә уйлау-фекерләү тигән ҡушма ҡылым юҡ. Минең тәҡдим: "Енәйәтсесә фекер йөрөтөү". Alfiya55 (әңгәмә) 13:50, 16 июль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ә «уйлап-фекерләү» тиһәк - бармаҫмы? «Енәйәтсесә фекер йөрөтөү» - гәзитсәрәк килеп сыға ла ул...Ә нейә «Енәйәтсе кеүек...» түгел? --Айсар (әңгәмә) 14:14, 16 июль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • «Уйлап-фекерләү» тигәндә дефис кәрәкмәй, йәғни «уйлап фекерләү» була (аналог: урып һуғыу). «Енәйәтсе кеүек уйлап фекерләү» тиһәң, уйлау төшөнсәһе лә, фекерләү төшөнсәһе лә килеп инә, был ике һүҙ бергә ҡулланылғанда улар араһындағы айырма көсәйә һәм мыслить тигән төшөнсәнән үтә киңәйеп китә. Уйлау - думать, фекерләү - мыслить, размышлять була бит әле тип, улар араһындағы айырма үҙенән-үҙе ике тарафҡа һөйрәгәндәй була. Тәүҙә енәйәтсе кеүек уйларға, шунан енәйәтсе кеүек фекер төйнәргә килеп сыҡмаймы? Шуның өсөн «фекер йөрөтөргә» варианты, гәзитсәрәк булһа ла, бындағы мыслить мәғәнәһен теүәлерәк биргәндәй булғайны миңә. «Енәйәтсе кеүек...» тигәнгә ҡарата: үрҙә мин дә шулай тип тәҡдим яҙҙым, ләкин кире юйҙым, сөнки нимәһе хилаф икәнен аңлата белмәнем. «Енәйәтсе кеүек...» менән килешәм. Һис юғында «Енәйәтсе кеүек фекерләү». Alfiya55 (әңгәмә) 15:05, 16 июль 2017 (UTC)[яуап бирергә]