Фекерләшеү:Икмәк
«Икмәк» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Хлеб» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. ноябрь 2021 |
«Икмәк» мәҡәләһе «Википедияла мотлаҡ мең мәҡәлә проекты»нда ҡатнаша. 2021 йыл |
Тулыландырырға кәрәк
[сығанаҡты үҙгәртеү]Вәхит, мәҡәләлә башҡорттар, Башҡортостан өсөн хас объект тураһында һүҙ барһа, ярашлы үҙгәртеүҙәр индерергә, айырым бүлектәр өҫтәргә була.
1. Инеш өлөштә ошондай һөйләм бар:
- Хлеб һүҙе русса ғына Икмәк һүҙе менән йыш ҡына ауыл хужалығы культуралары (бойҙай, арыш, арпа һәм башҡалар), шулай уҡ был культураларҙың бөртөгө һәм унан әҙерләнгән ондо атайҙар (ҡара. Иген культуралары)
Был һөйләм беҙгә ҡарамай, сөнки рустар хлеба, хлебные культуры тип үҫеп ултырған йә йыйып алынған игенде лә атай һәм ошо һөйләм шул турала. Ә беҙҙә иген йә ашлыҡ - үҙенә башҡа, икмәк - үҙенә башҡа, шуға башҡортса текста был фекерҙе тәржемә итеү урынһыҙыраҡ.
2. Икмәк тураһындағы мәҡәләлә хлеб һүҙенең этимологияһын яҙыу урынлы түгел, уны башҡортса икмәк һүҙенең килеп сығыуы тураһындағы мәғлүмәт менән алмаштырырға кәрәк.
3. Башҡорттарҙа икмәк тигән айырым бүлек өҫтәргә була. Уны, моғайын, СССР-ҙа икәмк тигән бүлектән һуң ҡуйырға булалыр. Башҡорт энциклопедияһында http://bashenc.online/ba/articles/74200/ икмәк тураһында мәҡәләне, Ватандаш журналында сыҡҡан https://vatandash.ru/articles/etnografiya/2019-04-26/hlebnaya-terminologiya-u-bashkir-227714 мәҡәләне ҡулланырға була. Тик күсереп түгел, инша яҙған шикелле үҙ һүҙең менән һөйләп сығырға тура килә инде. Цитата ла килтерергә була. Тик һылманмалар ҡуйырға, Әҙәбиәт бүлегенә Ватандашта бирелгән ҡайһы бер китаптарҙы индерергә кәрәк. Alfiya55 (әңгәмә) 14:57, 2 ноябрь 2021 (UTC)
- Рәхмәт Вәхит (әңгәмә) 15:29, 2 ноябрь 2021 (UTC)
- а)2. Икмәк тураһындағы мәҡәләлә хлеб һүҙенең этимологияһын яҙыу урынлы түгел, уны башҡортса икмәк һүҙенең килеп сығыуы тураһындағы мәғлүмәт менән алмаштырырға кәрәк. Тәржемә иттем. Нисек бар, шулай. Үҙемдән өҫтәмәнем. Ә 3-сө пункт менән ризамын. Өҫтәрмен. Дөрөҫ эшләй алһам инде. 1-се пункты ҡарап сығырмын. Бында ла бәхәсләшергә була. Һеҙҙеңсә эшләрмен;
- б) Википедия ирекле. Кем теләй, шул үҙгәртә, өҫтәй ала алалыр бит. Шуға күрә Һеҙҙең 1, 2-се тәҡдимдәрегеҙгә риза түгелмен бер аҙ. Вәхит (әңгәмә) 01:22, 7 ноябрь 2021 (UTC)