Фекерләшеү:Инка империяһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • «Инктар империяһы» булалыр ул. --Айсар (әңгәмә) 16:18, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Айсар, инка була. Alfiya55 (әңгәмә) 16:30, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һүҙлектә ИНКИ - инктар (Перу территорияһында йәшәгән индеецтар ҡәбиләһе кешеләре) тип бирелгән. Бер үк тамырҙан түгелме ни улар? --Айсар (әңгәмә) 16:33, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Инки, инков тигән формаларҙан инк икән тигәндәрҙер инде, мин дә элек шулай уйлай инем. Эҙләгестәр аша русса һүҙлектәрҙән, башҡа сайттарҙан ҡараһаң, нигеҙҙә инка тип алалар. Әлеге тәржемә ителгән текста ла Инка тигән формала бара, дөрөҫөрәге, руссаһында. Башҡортсалағыһы дөрөҫ түгел. Alfiya55 (әңгәмә) 16:44, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һүҙлектән инк тип эҙләһәң, инкылар ьип бирә :) --85.140.1.142 16:49, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Беҙҙең кеүек инк тип уйлаған кешеләр әҙ түгелдер. Мин инк тип тә, инка тип тә эҙләнем, инк осраҡтары бик бәләкәй процент булалыр, башлыса инка тип бирелә. Викисловарҙа инк та бар, инка ла - хәҙер демократия бит, теләһә ниндәй хатаны кеше телендә шулай йөрөй тип законлаштыра ла ҡуялар. Байтаҡ йылдар элек параОлимпия һүҙе өсөн көрәштек. Юҡ, Аҡ йорттан паралимпия тип о-һыҙ яҙҙырттылар тәки, БДУ-нан рус филологияһы ғалимдарының ҡаршы булыуы ла ярҙам итмәне, пара+лимпия булды ҡуйҙы. Мәскәү шулай ҡушҡан имеш. Кофены средний родта йөрөтә башланылар һ.б.һ.б. Ә был халыҡтың атамаһы Инка тигән юғары титулдан сыҡҡан тип аңлаталар бит. Шулай булғас, инкалар дөрөҫөрәк була. Инк тип алғығыҙ килһә - рәхим итегеҙ)). Хәҙер все можно. Alfiya55 (әңгәмә) 17:04, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бары әлегесә «Инкылар империяһы» булмай бит инде. --Айсар (әңгәмә) 17:10, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Танк, банк ҡағиҙәһесе? Alfiya55 (әңгәмә) 17:15, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Танкылар, банкылар - бөттө лә инде хәҙер, танктар һәм банктар тип яҙабыҙ бит. Әгәр ИНКА икән, ИНКАЛАР ИМПЕРИЯҺЫ булалыр ҙа ул. --Айсар (әңгәмә) 17:22, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Әлегә рәсми бөтөрөлмәне шикелле ул? Әллә мин белмәй ҡалдыммы? 2011 йылда шикелле Башҡортостан гәзитендә тел буйынса түңәрәк ҡорҙа прецедент булһын тип банк һүҙен генә ы-һыҙ йөрөтөргә ҡарар иттеләр, Терминология комиссияһынан раҫлатып та алдылар. Башҡа һүҙҙәрҙе яңы ҡағиҙә сыҡмайынса элеккесә йөрөтөргә тигәйнеләр. Alfiya55 (әңгәмә) 17:29, 16 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Был тәржемәне башлар алдынан һеҙҙең һымаҡ өйөмдә булған барлыҡ һүҙлектәрҙе лә ҡарап сыҡтым. Халыҡтың башында торған хаким, текстан күренеүенсә, Инк, тип атала. Абдуллина Ф.Ф., Усманова М. Ғ. "Башҡорт теле" китабында, (Өфө -1999), 39-сы биттә 7-се пунктта: "Һүҙ нг-, нк-, ск-, амп- хәрефтәренә бөтһә, ялғау алдынан ы хәрефе өҫтәлә:киоск-киоскыға, банк - банкыға, митинг-митингыла, штамп - штампының, отпуск - отпускыла." Бына шул. Әммә Зәйтүнә һылыу менән кәңәшләшеп алдыҡ та, тәүҙә ҡағиҙә буйынса яҙырға булдыҡ. Шунан инде һеҙ әйткәнсә, паралимпийский кеүек, дөрөҫ булмаһа ла, инктар, тип төҙәтербеҙ, тип ҡуйҙыҡ. Хакимдар, админдар, һеҙең фекерҙе көтәм, кәрәк, тиһәгеҙ, тулыһынса төҙәтеп сығам.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 13:02, 17 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Перула шул инкылар йәшәй инде. Минең үҙемә лә инкылар тигән һүҙ оҡшамай, бик ябайлашып киткән кеүек.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 13:04, 17 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]